Йәштәр барҙа ауыл һүнмәҫ29.06.2018
Йәштәр барҙа ауыл һүнмәҫСығарылыш класс уҡыусылары өсөн күңелле лә, шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле лә осор дауам итә – юғары уҡыу йорттарының барыһы ла абитуриенттарҙан документтар ҡабул итә. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә.

Элегерәк Башҡорт ауыл хужалығы институты тиһәк, шунда уҡ өйөрөлөп йөрөгән егеттәр күҙ алдына баҫа торғайны. Төркөмдә утыҙ студенттың араһында бер-ике ҡыҙ баланы осратыу һирәк күренеш ине. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙер иһә хәл-торош бүтәнсәрәк.
Башҡорт дәүләт аграр университеты ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе урынбаҫары Альбина Әхмәтшина ла был фекерҙе тулыһынса хуплай.
– Данлы уҡыу йортонда белем алыусылар һәр ваҡыт күп булды, әле документтарҙы ҡабул итеү башланып ҡына тороуына ҡарамаҫтан, залдан ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә өҙөлмәй, нисбәт бер сама, – тип һөйләй Альбина Мәхмүт ҡыҙы. – Конкурс ярайһы ҙур ғына. Былтыр бер урынға ун кешенең дәғүә итеүе күпте һөйләй, быйыл да шул сама булыр. Һәр йылдағыса, бюджет урындары байтаҡ, шулай уҡ коммерция һәм маҡсатлы нигеҙҙә, айырым квота һәм дөйөм нигеҙ буйынса уҡырға алыналар.
Шул иғтибарға лайыҡ: ауыл тормошо өсөн иң кәрәкле агротехнология һәм урман хужалығы, биотехнология һәм ветеринар медицинаһы, механика, энергетика, туҡла­ныу технологияһы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш, иҡтисад факультеттарына уҡырға инергә теләк белдереүселәр бихисап. Йәштәр барҙа ауыл һүнмәҫ, тимәк.
Шул да мәғлүм булһын, быйыл республи­кабыҙҙың юғары уҡыу йорттары бюджетҡа 9 326 кеше (5 024 бакалавр, 1 212 белгес, 3 090 магистр) алыуҙы планлаштыра.
Әлбиттә, Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре күпте хәл итә. Абитуриентҡа паспорт һәм аттестатын килтереү ҙә етә, вузға аяҡ баҫҡас иһә ғариза тултыра.
Илеш районынан килгән Айбулат Ивановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер бигерәк тә юғары белем алыуға ынтылыш көслө булырға тейеш, бер үк ваҡытта был тормошта үҙ фекереңде яҡлай белеү күпкә отошло.



Вернуться назад