Яу ҡупһа ла, дау ҡупһа ла, ата-бабам һиңә килгән...04.05.2012
Мәләүез районы — Көньяҡ Уралдың иң матур төбәктәренең береһе. Ул йәмле Ағиҙел, көслө ағымлы Нөгөш, йырҙарҙа данланған Ашҡаҙар кеүек йылғалары, түбәләре болотто зәңгәр шәл итеп ябынған бейек тауҙары, үтеп сыҡҡыһыҙ ҡара урмандары, офоҡтан офоҡҡаса йәйрәп ятҡан баҫыуҙары, матур-матур легендалары, илһөйәр уҙамандары менән дан тота.
Халыҡ хәтере былай тип һөйләй. Йәмле Ағиҙелдең уң яҡ яры буйлап теҙелеп киткән күкһел тау теҙмәләре Йәнгүҙәй борон-борондан уҡ атай-олатайҙарҙың төйәге булған. Улар ил яҙмышын, халыҡ яҙмышын хәл итеү хаҡында фекер алышыр, кәңәш ҡорор булһа, ошо тауҙың сал түбәһенә — Көнгәккә йыйылған, сөнки был бейеклектән алыҫ аралар яҡыныраҡ, киләсәк асығыраҡ һәм сағыуыраҡ булып күренгән. Элекке ҡәрҙәштәребеҙ — уңғарҙар күкһел Дунай буйына күсенер алдынан ошо Көнгәктә кәңәш ҡорған тип хикәйәләй легенда. Аҙау һәм Арал буйы далаларынан ҡышлауҙан ҡайтҡас, күп һанлы башҡорт ырыу-ҡәбиләләре нәҡ тау итәгендә йыйылып, иҫән-һау ҡайтыуҙары өсөн Көн-Ҡояшҡа рәхмәт әйткән, байрам ойошторған. Йәнгүҙәйҙең иң бейек урыны, көньяҡҡа ҡараған түбәһе, иртә яҙҙа уҡ ҡарҙан беренсе булып әрселә, һыуҙан кибә. Шуға күрә урындағы халыҡ унда үрсәләүҙе Ҡояшҡа — Көнгә сығыу тип атай. Бына шунан киләлер ҙә инде Көнгәккә сығыу һүҙбәйләнеше.
1812 йылғы Ватан һуғышына китер алдынан да көньяҡ башҡорттарынан ҡоролған атлы полк яугирҙәре, ағай-энеһе, туған-тыумасаһы, һөйгән йәрҙәре менән ошонда йыйылып хушлашҡан. Был осрашыуға быйыл 200 йыл тулһа ла, ул халыҡ хәтерендә ҡәҙерләп һаҡлана.
Ошо осорҙа илебеҙ тарихында ниндәй генә ваҡиғалар булып үтмәй. Һуңғы йөҙ йылда ғына ике бөтә донъя һуғышы, ике революция, граждандар һуғышы, коллективлаштырыу, индустриялаштырыу һәм башҡа бихисап “лаштырыу”ҙар кисерә халҡыбыҙ, ләкин яуға киткән батырҙарын бер ваҡытта ла онотмай. Ҡаты репрессия йылдарында “милләтселек”тә ғәйепләүҙәрҙән ҡурҡмай, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда власть вәкилдәренең атҡа атланып ҡыуыуҙарына бирешмәй, һәр йылдың июнь башында Көнгәккә сыға. Хәтер көнө һүҙен байрамға алмаштырып булһа ла һаҡлап алып ҡалына был сара.
Тарихтан билдәле булыуынса, 1812 йылдың 12 июнендә Франция ғәскәрҙәре Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлай. Июль — октябрь айҙарында 18 башҡорт атлы полкы ойошторола. 1812 йылдың аҙағында — 1813 йыл башында тағы ла 8 полк төҙөлә. Ә һуғыш башланғанға тиклем ике полк булған. Тимәк, 1812 йылдағы һуғышта һәм унан һуңғы сит ил походтарында башҡорттарҙан ғына торған, уларҙың мал-мөлкәте менән төҙөлгән 28 полк яуҙа ҡатнаша. Башҡорттар йәшәгән һәр кантон йәки өйәҙ бер йәки өс полк биргән. Бөгөнгө Мәләүез районы ерҙәре ингән Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорттары ла Тыуған илебеҙҙе һаҡларға 12-се һәм 13-сө полктарҙы әҙерләй.
Парижға тәүгеләрҙән булып аяҡ баҫҡан 1-се, 2-се, 5-се, 8-се, 9-сы, 12-се, 13-сө, 14-се, 15-се башҡорт полктары яугирҙәре Парижды алған өсөн күп төрлө орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан бөтә яугирҙәргә лә “В память войны 1812 года” тигән көмөш миҙал да тапшырыла.
Күренекле тарихсы, Беренсе Ватан һуғышына ҡағылышлы бик күп хеҙмәт авторы Әнүәр ағай Әсфәндиәров яуҙа ҡатнашҡандарҙың 1834 йылда иҫән булғандарының исемлеген баҫтырғайны. Уға нигеҙләнеп, шуны әйтә алам: бөгөнгө Мәләүез районы ауылдарынан сыҡҡан яугирҙәр бөтәһе лә икешәр көмөш миҙал менән бүләкләнгән.
Шулар араһындағы икәүгә айырым туҡталып үтке килә. Башҡорт һыбайлылары Данциг (Гданск) ҡалаһын ҡамауҙа тотҡанда әүҙемлеге менән айырыла. Ҡала француздар тарафынан 1807 йылда уҡ баҫып алына. Уны штурмлауҙа 1-се башҡорт полкы ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Полк командиры есаул Ихсан Әбүбәкиров, хорунжий Ғилман Хоҙайбирҙин, рядовой Буранбай Сыуашбаевтарҙың батырлығы айырым иғтибарға алына.
Нөгөш һыу һаҡлағысы төҙөлгәндә һыу аҫтында тороп ҡалған Үрге Таш ауылы батыры Ихсан Әбүбәкиров Гданск ҡалаһын азат иткәне өсөн III дәрәжә Изге Анна ордены, ә башҡа батырлығы IV дәрәжә Изге Владимир ордены менән билдәләнә. Уның бер туған ҡустыһы Хөсәйен дә — ике көмөш миҙал кавалеры.
Бөгөн ҡотлобулаттар 1-се башҡорт атлы полкы составында ҡаһармандарса һуғышып, ҙур наградаларға лайыҡ булған Буранбай Сыуашбаевтың исемен хөрмәтләп иҫкә ала. Генерал-фельдмаршал кенәз Барклай де Толли ҡулынан алған IV дәрәжә Изге Анна ордены, Георгий Тәреһе һәм ике көмөш миҙал кавалеры һуғышта рядовойҙан башлап урядник, йөҙ башы дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.
Бына ошондай йөҙәрләгән ҡаһарман улын изге яуға оҙата сал Көнгәк тауы. Июндең тәүге йәкшәмбеһендә 200-сө тапҡыр уҙасаҡ Көнгәк байрамы кемдең генә аяҡ эҙен һаҡламайҙыр. Советтар Союзы Геройҙары Фәттәх Шәмғунов, Минетдин Әминев, Садиҡ Һайранов, бик күп дәүләт эшмәкәрҙәре был халыҡ йолаһында теләп ҡатнаша. Профессор, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Венер ағай Сәхәүетдинов та йәй һайын Көнгәккә килмәй ҡалмай.
Ошо йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡәҙерләп һаҡлаусы, “Көнгәк” һүҙенең бәҫенә, дәрәжәһенә тап төшөрмәй, уны бөгөнгә тиклем еткереүселәр — һис шикһеҙ, тау итәгендә урынлашҡан Томансы ауылы халҡы. Тораҡ пункт атамаһы тәүҙә былай аталмаған тигән фараз да бар. Томансыла тыуып үҫеп, алты тиҫтәнән ашыу йыл иртәләрен ошонда ҡаршылаған рәссам-скульптор Юлай Дәүләтбаев ауыл исеме “төмән” һүҙенән килеп сыҡҡан тигән вариант яҡлы (төмән — ун меңлек ғәскәр, тү — ун, мән — мең). Тораҡ пункттан йыраҡ түгел Ағиҙел кисеүен әле лә халыҡ телендә Күс юлы тип йөрөтәләр. Ҡасандыр ошо кисеүҙән күс (ғәскәр) үткән тиергә мөмкин. Ғөмүмән, ауылға ҡағылышлы хәрби терминдар байтаҡ һаҡланған. Йәнгүҙәй тау теҙмәһенең ҡалҡыу бер урынын Ҡарауыл тауы тип йөрөтәләр, моғайын, ошо урында боронғо хәрбиҙәр, ил-йорт тыныслығын һаҡлап һаҡта — ҡарауылда торғандыр.
Ауылдың Дәүләтбаев, Хәмиҙуллин фамилиялы кешеләрен алъяу араһынан, тип йөрөтөүҙәре лә хәрби терминға тап килә. Алъяу — авангард, йәғни алғы отряд тигәнде аңлата. Тимәк, Дәүләтбаевтар, Хәмиҙуллиндар яуҙа йәки походта алғы рәттә — авангардта булған тип фаразларға мөмкин.
Көнгәк тауы исеме әле лә халҡыбыҙҙы яҡтыға әүҙәүсе ролен әүҙем үтәй. 1988 йылдың 13 авгусында Башҡортостанда беренселәрҙән булып төҙөлгән “Көнгәк” башҡорт ойошмаһы ла телебеҙҙе тергеҙеү, халҡыбыҙ тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү һәм башҡа бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ошо исем менән оло, ҡатмарлы, билдәһеҙ юлға сыҡты, республиканың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге 17 ҡала һәм районында башҡорт милли ойошмаһы төҙөүҙә булышлыҡ итте. Ошо бурысты бөгөн бына ун йылдан ашыу башҡорт телендә донъя күргән “Көнгәк” район гәзите атҡара. Унан тыш, Көнгәк исемен билдәле бейеү коллективы, ҡулланыусылар йәмғиәте, ҡурсаулыҡ, баш ҡалабыҙ Өфөләге яҡташтар клубы йөрөтә. Бынан теүәл биш йыл элек, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләгәндә, төбәк халҡының күптәнге хыялы — Көнгәк тауы итәгендә Ватан һуғышына яуға киткән башҡорт һыйбайлыларына мемориал асыу планға индерелгәйне. Тантана шундай ҙур масштабта үтте, әммә дүрт быуат араһында булып уҙған бөтә мөһим тарихи ваҡиғаларға иғтибар ҙа, мөмкинселек тә етмәне.
Быйыл илебеҙ Президенты Указына ярашлы, 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы киң билдәләнә. Башҡортостанда был датаға бәйле урындар күп булһа ла, әһәмиәте буйынса Көнгәк тауына еткәне юҡтыр, сөнки төбәктә бер түгел, өс башҡорт атлы полкы ойошторола.
Мәләүез районының Томансы ауылы менән Көнгәк тауы араһында батыр яугирҙәрҙең ҡаһарманлығына торош итерлек мемориал булдырайыҡ. Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ быға күптән лайыҡ, сөнки улар быны 200 йыл элек үк иҫбатлаған. Юбилей йылында, июндең тәүге йәкшәмбеһендә, 200-сө тапҡыр Көнгәк байрамы йәки Хәтер көнө уҙыр. Әгәр ошо уңай менән мемориалға нигеҙ ташын һалып, юбилейҙы билдәләгән көндәрҙә уны асыуға өлгәшһәк, данлы яугирҙәребеҙ рухы ҡәнәғәт булыр, тарихи дөрөҫлөк тә тантана итер ине. Бындай мөмкинлектең яҡын йылдарҙа ҡабатланыуы икеле. Мәҡәләмә башты шағир Тимер Ниәтшиндың “Көнгәк” исемле шиғырының тәүге юлдарынан алғайным, әҫәрҙе дауам итеп тамамлайым:
...Яу ҡупһа ла, дау ҡупһа ла,
Ата-бабам һиңә килгән.
Сисеп булмаҫ төйөндәрҙе
Кәңәш һорап сисә белгән.
Бөгөн килеп сал түбәңә
Замандашым һалмай һуҡмаҡ.
Йола тотмаҫ ил башына
Төшөр бәлә, төшөр туҡмаҡ...
Ошоно онотмаһаҡ ине.
Сәйфулла ӘМИРОВ.
Мәләүез районы.


Вернуться назад