Халыҡ медицинаһына – рәсми рөхсәт29.06.2018
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеү өсөн рөхсәт биреү тәртибе раҫланды. Документҡа ярашлы, ул биш йылға иҫәпләнгән, ғәмәлдән сыҡҡас, рөхсәтте оҙайтырға мөмкин. Дауалау менән төбәк биләмәһендә генә шөғөлләнергә була.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән табиптар республикала үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә алмай. Уларҙың Баш­ҡортостандан ситтә бирелгән рөхсәт ҡағыҙҙары бында яраҡһыҙ.
Рөхсәт алыу өсөн ғариза тултырырға, медицина белемен раҫлаған (әгәр булһа) документтар, медицина эшмәкәрлеген алып барыуға лицензия (булһа) күсермәләрен һәм медицина профессиональ коммерцияға ҡарамаған йәки медицина ойошмаһынан күрһәтмә һалырға кәрәк.
Әгәр кеше дауаларға теләй, ләкин уның махсус медицина белеме юҡ икән, ул эшмәкәрлеген табип күҙәтеүендә алып барырға тейеш. Бының өсөн ул медицина ойошмалары, шәхси медицина практикаһы менән шөғөлләнгән табиптар менән килешеү төҙөй ала.
Халыҡ табибы ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешене дауалар алдынан уның яҙма ризалығын алырға бурыслы. Бынан тыш, табиптарға күмәк кешеләргә сеанстар үткәреү тыйыла. Документ менән Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында танышырға мөмкин.



Вернуться назад