Күңелле лә, файҙалы ла29.06.2018
Күңелле лә, файҙалы лаУчалыла балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға быйыл, былтырғы менән сағыштырғанда, 102 процентҡа күберәк сығым бүленә. Бөтә балаларҙың 95 проценты, төрлө лагерҙа ял итеп, һаулығын нығытасаҡ тип күҙаллана. “Ҡалҡан”, “Өргөн ынйылары”, “Йәйғор”, “Урал” балалар шифаханаһы лагерҙарының һәр береһе өс сменала меңдән ашыу тәрбиәләнеүсене ҡабул итергә әҙер.

Белем биреү учреждениелары базаларында көндөҙгө 20 лагерь эшен башланы. Йәй дауамында уларҙа ике меңдән ашыу бала күңелле һәм файҙалы ял итәсәк. 13 ауыл мәктәбендә 500-гә яҡын үҫмер хеҙмәт берекмәләрендә шөғөлләнә, ә ҡаланың үҙендә ихата майҙансыҡтары ойошторола.
Учалы тау-байыҡтырыу комби­на­тының В. Терешкова исе­мендәге лагерында июнь айында 242 бала ял итә.
Йәмле Ҡалҡан күле буйында урынлашҡан “ожмах утрауы” бай тарихҡа эйә. Былтыр ул үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Лагерь 1962 йылда комбинат етәкселеге ҡарары менән ойошторола. Ул ваҡытта Советтар Союзының йыһанға тәүге карап осороп, бөтә ғаләмде таң ҡалдырған мәле. Тәүге космонавт ҡатын-ҡыҙ Валентина Терешко­ваның исемен бирәләр лагерға. Әйткәндәй, былтыр ул, шәхси имзаһын ҡуйып, юбилей айҡанлы ҡотлау хаты ла ебәргән. Лагерь музейында ҡәҙерләп һаҡлай уны балалар.
Лагерҙа һәр миҙгел меңдән ашыу бала һаулығын нығыта. Учреждениеның матди-техник базаһын нығытыуға, яңы техно­логияларҙы үҙләштереүгә, бала­ларға уңайлы, иң мөһиме, хәүефһеҙ ял ойоштороуға ҙур көс һала комбинат етәкселеге. Йыл һайын ошо маҡсатта 25 миллион һум тирәһе аҡса тотонола. Юҡҡамы ни Урал тау-металлургия компанияһы предприятиелары араһында йәйге һауыҡтырыу миҙгеле йомғаҡтары буйынса комбинат даими алдынғылыҡты бирмәй. Бынан өс йыл элек лагерь капиталь ремонтланған, быйыл да косметик ремонт уҙғарылған, яңы беседкалар ҡуйылған, ҡойма өлөшләтә яңыртылған.
— Балалар өсөн иң кәрәкле урын — йәйге эстрада төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Тиҙҙән төрлө сара-байрамдар шунда уҙғары­ласаҡ, шулай уҡ үҙ көсөбөҙ менән усаҡ яғыу урынын йыһазлан­дырып ҡуйҙыҡ, — ти тиҫтә йылға яҡын лагерь менән етәкселек иткән Ирек Таһиров.
Эйе, бында файҙалы һәм имен ял өсөн барыһы ла булдырылған. Лагерҙың пляжы ла бөтә талаптарға яуап бирерлек итеп йыһазландырылған, балалар йылы һәм яҡты корпустарҙа йәшәй, туҡланыу ҙа юғары кимәлдә ойошторолған.
Ял итеүселәр ваҡытын күңелле уҙғарһын өсөн, тәжрибәле педагогтар күп көс һала.
— Быйыл Учалы ҡалаһы 55 йәшлек юбилейын билдәләй. Лагерь тормошо ошо ваҡиғаға арналған, ул “Учалыград” тип атала. Алты отряд ҡалала эшмәкәрлек алып барған алты предприятие исемен йөрөтә. Мәҫәлән, 1-се — иң өлкән отряд — тау-байыҡтырыу комбинатын кәүҙәләндерә. Үҫмерҙәр унда “хеҙмәт итә”, отрядтың эш планы ла комбинат менән бәйле, девиздары ла шуға ауаздаш. Балалар ошо предприятиеларҙың тарихын, бөгөнгөһөн өйрәнә, хеҙмәт кешеләре менән осраша.
— Иртәгә, мәҫәлән, “Кровля” йәмғиәтенән вәкилдәр көтәбеҙ. Улар үҙ предприятиелары тура­һында фильм әҙерләгәндәр, балаларға бик ҡыҙыҡ буласаҡ, ҡала хакимиәте менән дә осрашыу уҙғарырға күҙаллайбыҙ, — тип пландары менән уртаҡлашты директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Гүзәл Мәғәсүмова.
Иртәнге сараға әҙерләнеп, мәж килгән ҡыҙҙарҙан лагерь тормошо тураһында һорайым. Барыһы ла ялдарының яҡшы, күңелле үтеүен белдерҙе.
— Бында икенсе йыл ял итәм, ҡәнәғәтмен, бигерәк тә һабантуй байрамы ныҡ оҡшаны. Күп яңы дуҫтар таптым. Ҡайтҡы ла килмәй, күңелле, — тине Зарина Ғибәҙуллина исемлеһе.
Лагерҙа балалар дүрт сменала ял итәсәк, һуңғыһында райондың спорт мәктәптәрендә шөғөлләнеү­селәр һаулығын һәм физик торошон нығытасаҡ.


Вернуться назад