Гәзитебеҙҙең 14 апрель һанында “Башҡортостан”ға алдан яҙылыусылар араһында үткәрелген лотереяның йомғаҡтары иғлан ителгәйне. Еңеүселәр араһында Учалы районының Рәсүл ауылынан Радик Шәмиғолов та бар. Был һүрәттә һеҙ уның, редакция бүләк иткән электр сәйнүген өҫтәлгә ултыртып, һөйөклө ҡатыны Мөслимә апай менән сәй эсеп ултырған мәлен күрәһегеҙ.
— “Башҡортостан” гәзитен бала саҡтан уҡыйбыҙ, — ти хужабикә. — Атай-инәйемдәр ҙә, ҡәйнәм дә ғүмер буйы алдырҙы. Беҙ ирем менән үҙаллы тормош ҡорғас, йортобоҙға алдыра башлағаныбыҙға ғына ла илле йыллап булалыр. “Башҡортостан”һыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйбеҙ!