Америка бүләге27.06.2018
Донъяла ниндәй генә һәйкәлдәр юҡ! Эткә, атҡа, бесәйгә... Әлбиттә, береһе лә тиктомалдан ҡуйылмаған. Барлай башлаһаң, һәр береһенең үҙ тарихы бар. Ниндәйҙер ҡылығы менән тарихта иҫтәлеге һәйкәлгә торошло эҙ ҡалдырған улар. Ә бына Владивостоктың элекке Диңгеҙселәр мәҙәниәт йорто менән йәнәшә бер скульптура бар: унда өс киттың боҙҙан һикереп сығыуы һүрәтләнгән. Уның тарихы ғәжәп ҡыҙыҡлы.

1988 йылдың октябрендә Аляскала һоро киттар ғаиләһе – ата, инә кит, уларҙың балалары – Калифорния яр буйына ҡышларға барғанда диңгеҙ ҡултығына инә. Ҡапыл һыуытып китә, шунлыҡтан улар унан сыға алмай һәм боҙ әсирлегенә эләгә. Киттарҙы Барроу ҡалаһында ғүмер иткән һунарсы Рой Амаогак күрә.
Был ваҡытта ҡалала өс меңгә яҡын кеше йәшәгән, уларға киттарға һунар рөхсәт ителгән була. Ғәҙәттә, ҡапҡанға эләккән киттар улар өсөн еңел табышҡа әүерелә, хайуандарҙы ризыҡ өсөн аулайҙар. Әммә был юлы, бәхеткә күрә, хәл тамырынан үҙгәрә. Ошо хаҡта журналистар ишетә һәм хәбәр бөтә донъяға тарала.
Һыуыҡтар тағы көсәйә. Боҙ ҡалынлығы 40 сантиметрға етә, уны киҫеп, мәке асырға булалар. Был эштә Барроу халҡы әүҙем ҡатнаша. Операция тура эфирҙа күрһәтелә. Ҡалаға төрлө илдәрҙән 150-нән ашыу журналист килә, киттарға исем бирәләр – Сику, Путу һәм кескәй генә Бон-Бон. Әммә АҠШ-тың көслө боҙватҡыстары булмау арҡаһында уларҙы ҡотҡара алмайҙар.
Шул ваҡыт был яуаплы эштә Советтар Союзы флотының ғына ярҙам итә алыры асыҡлана. Киттарҙың бәхетенә, был ике илдең мөнәсәбәте йылына башлаған ва­ҡытҡа тура килә. Рейган Советтар Союзы Президенты Михаил Горбачевҡа шылтырата. Был хәл 22 октябрь тирәһе була. Әм­мә, үкенескә ҡаршы, киттарҙың сабыйы Бон-Бон һыуыҡтан һәм кислород етмәүҙән үлә. Был хәлгә бөтә донъя борсола.
“Адмирал Макаров” боҙватҡысы һәм “Владимир Арсеньев” судноһы Арктикала була. Капитандарға Аляска ярҙарына яҡыныраҡ барырға бойороҡ бирелә. Улар Барроу ҡултығына 26 октябрҙә килеп етә. Совет боҙватҡыстарының ике тапҡыр һуғыу менән боҙҙо ярыуын күреп, американдарҙың иҫе китә.
“Адмирал Макаров” диңгеҙ ҡултығына юлды тиҙ аса, әммә һыуҙың тәрәнлеге алты-ете метр ғына булыу сәбәпле, алға табан бара алмай. 28 октябрҙә “Владимир Арсеньев” һигеҙ саҡрымлы каналды диңгеҙгә тоташтыра. Әммә киттар кешеләрҙең нимә эшләргә теләүен ҡайҙан аңлаһын инде! Барроу халҡына уларҙы таяҡтар менән канал буйынса диңгеҙгә ҡыуырға тура килә. Иртәгәһенә киттар асыҡ диңгеҙгә сыға.
АҠШ был операцияға 5,5 миллион доллар аҡса түккән. Ысынлап та, бының киттарҙы һаҡлау, кешелеклелек сифаттарын күрһәтеү һәм сәйәси яҡтан әһәмиәте ғәйәт ҙур. Киттар яҙмышы донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән миллионлаған халыҡты берләштерә.
Американдар Рәсәй халҡына рәхмәт йөҙөнән һәйкәл бүләк итергә була. Владивостоктағы скульптура авторы Джерри Фейбер:
– Киттарҙың береһе үлә, әммә Совет егеттәре ҡотҡарыу операцияһында башта уҡ ҡатнашһа, улар өсөһө лә иҫән ҡалыр ине, – тигән.


Вернуться назад