Күсемһеҙ милек менән эш иткәндә27.06.2018
Башҡортостанда “Росреестр” дәүләт хеҙмәттәрен алыуҙың бөтә стадияларында ла эштең яҡшырыуын тойорға мөмкин. Идаралыҡта документтар ҡабул иткән-тапшырған ваҡытта шарттар булдырылған – был бурыс тулыһынса күп функциялы үҙәккә (МФЦ) тапшырылған. Бөгөн республиканың идаралыҡ хеҙмәттәрен үҙәктең 74 стационар ҡабул итеү офисында, шулай уҡ МФЦ-ның документтарҙы алдан яҙылыу буйынса ғына бирергә мөмкин булған 481 территориаль айырымланған структур подразделениеһында (ТОСП) алырға мөмкин. Ведомстволарҙан бик аҙҙар ғына МФЦ-лағы кеүек бер нисә ҡабул итеү тәҙрәһен эшләтә ала. Был, тәү сиратта, ғариза биреүселәрҙең үҙҙәре өсөн уңайлы.

Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) мәғлүмәттәр биргән ваҡытта “Росреестр” дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү өлөшөндә иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып ведомство-ара электрон килешеп эш итеү тора. Әлеге ваҡытҡа урындағы үҙидара органдары һәм республика башҡарма власть органдары менән электрон үҙ-ара килешеп эш итеүгә күсеү буйынса күрелгән саралар ЕГРН-дан әлеге органдарҙан килгән мәғлүмәттәрҙе биреү тураһындағы запростар өлөшөн 99 процентҡа тиклем (2014 йылда был күрһәткес 70 процент тәшкил итә ине) арттырырға мөмкинлек биргән. Был төрлө ведомстволар граждандарҙан һәм эшҡыуар­ҙарҙан ЕГРН-дан өҙөмтәләрҙе үҙҙәре биреүҙәрен талап итмәй тигәнде аңлата. Икенсенән, хәҙер ғариза тапшырғандарға башҡа органдар ҡарамағындағы документтарын “Росреестр” идаралығына биреүҙең кәрәге юҡ, дәүләт хоҡуҡ теркәүселәре уларҙы үҙҙәре һоратып ала.
Бөгөн республикала милек хоҡуғын иң ҡыҫҡа ваҡытта “Росреестр” порталы аша йәки идаралыҡ ҡарама­ғындағы республиканың эре ҡалала­рында, шул иҫәптән Өфөлә, махсуслаштырылған консультация үҙәктәренә мөрәжәғәт итеп, ғариза һәм башҡа кәрәкле документтарҙы биреү юлы менән ни бары бер-ике көндә теркәргә мөмкин. Иң ҡыҫҡа ваҡытҡа килешеүҙәр буйынса тиҙ иҫәп-хисап яһауҙы тәьмин итә һәм был алым буйынса контр-агенттың алдамауына ышаныс бирә. Электрон ысул менән биргәндә, бөтә төбәктәрҙә лә теркәү ундай ваҡытта башҡа­рылмай. Әгәр ҙә МФЦ аша теркәүҙе һорап мөрәжәғәт итһәң, ул саҡта Башҡортостанда был хеҙмәтте күрһәтеү алты эш көнө тәшкил итә (Рәсәй буйынса уртаса – ете-туғыҙ көн).
2017 йылдың ғинуарынан бер юлы бер ғариза ярҙамында объектҡа үҙ хоҡуғыңды теркәргә һәм кадастр иҫәбенә ҡуйырға була. Элегерәк тәүҙә объектты иҫәпкә ҡуйырға, ә һуңынан ғына теркәү талап ителә ине.
Мөлкәт менән килешеүҙәр тик һеҙҙең ҡатнашлыҡта ғына башҡарыл­һын өсөн “Росреестр”ға ғариза биреү мөмкинлеге бар. Был хаҡта ЕГРН-ға яҙма индереләсәк, һәм кемдер күсемһеҙ милекте һатырға теләһә (ышаныс ҡағыҙы буйынса), теркәүсе уға ғаризаһын ҡарап тормайынса кире ҡайтарасаҡ.
“Росреестр” электрон хеҙмәттәрҙе үҫтереү буйынса ҙур эш башҡара. Сайтта “Хоҡуҡ эйәһенең шәхси кабинеты” бар, унда үҙегеҙҙең күсемһеҙ милек тураһында тулы мәғлүмәтте ҡарап була. Милек хужаларына күсемһеҙ милек объекттарының характеристика үҙгәрештәре, уларға арест, сикләү һалыу йәки алыу тураһында белдереү алырға мөмкин. Шулай уҡ бында “Росреестр”ҙың электрон дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланырға була.
“Электрон хеҙмәт һәм сервис” сайты бүлегендә 20-ләгән хеҙмәттән ҡулланып була, шул иҫәптән онлайн режимында күсемһеҙ милек объекты тураһындағы мәғлүмәтте бөтөнләй бушлай ҡарарға мөмкин (милек менән идара итеү өсөн ҡаршылыҡтар юҡмы, объект кадастр иҫәбендә торамы, кадастр хаҡы күпме һ.б.).
“Росреестр”ҙың дәүләт хеҙмәттәрен электрон формала алыуға күсеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә. Ошо йүнәлештә хоҡуҡты теркәү һәм дәүләт кадастр иҫәбе һорауҙары буйынса ғариза тапшырған кешеләргә консультация биреү системаһы ойошторолған, өйрәтеү семинарҙары, оҫталыҡ дәрестәре йәки күсмә саралар үткәрелә.


Вернуться назад