Төптән уйлап ҡарағанда милли баҫмаларҙы алдырыу халҡыбыҙҙың аң һәм рухиәтенә туранан-тура бәйле — мәҙәниәт йүнәлешендәге үҫеш күрһәткесе ул. Күп тиражлы әллә күпме баҫмаһы булған халыҡ — аңлы, рухлы халыҡ, тиҙәр. Тик шул гәзит-журналдарҙа милли тарих та, мәҙәниәт тә, сәнғәт тә, аң да... барыһы ла сағылыу шарт, килешәһегеҙме? Ә рухы, теле һәм аңы көслөнөң, билдәле, киләсәге лә ышаныслы.
Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһында Ҡотләхмәт атлы герой егетлеген танытыр өсөн былай ти: “Ҡотләхмәт бына тигән тракторист — бер булдымы? Аҡсаны, икмәкте көрәп алам — ике булдымы? Комсомолда бер шелтә алғаным юҡ — өс булдымы? Былтыр ғына үҙемә яңы өй һалып ебәрҙем, мотоцикл менән патефон алдым, йыл башынан “Совет Башҡортостаны” газетаһына яҙылдым — былар бөтәһе бергә дүрт булдымы...” Заман башҡа — заң башҡа, хәҙер гәзиткә яҙылыуҙы өй һалыу менән бер рәттән ҡуйып сағыштырмайҙар шул. Баһаһын юғалтты был күренеш.
Эйе, бөгөнгө көндә баҫмаға яҙылыу уйы күптәрҙең ике ятып бер төшөнә лә инеп сыҡмай. Эҙләп ҡараһаҡ, бының сәбәптәре лә байтаҡ йыйыла икән. Уларҙы күмәкләп асыҡлау ниәте менән ошо юлдар авторы тарафынан студенттар, уҡытыусылар, инженерҙар, менеджерҙар, механизаторҙар, төҙөүселәр, иҙән йыуыусылар, көтөүселәр, һатыусылар, эшһеҙҙәр, хаҡлы ялдағылар һәм башҡалар араһында “В контакте” сайтында һәм анкета һорауҙарына яҙма рәүештә яуап алыу ойошторолдо. Яуап биреүселәр милли баҫмаларҙың данаһы кәмеүен, башлыса, гәзит битендә ҡыҙыҡлы һәм тәнҡит материалдары етешмәү сәбәпле халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы юғалыуында, редакциялар менән уҡыусы араһында бәйләнештең бөтә барыуында һәм, әлбиттә, баҫмаға яҙылырға халыҡтың аҡсаһы етмәүҙә күрә.
Йәмғиәт тә, кеше һымаҡ, етешһеҙлектәргә абына-абына үҫешә. Һүҙ ҙә юҡ, гәзит, халыҡҡа мәғлүмәт еткереүҙән тыш, ваҡытында шул етешһеҙлектәрҙе күреп, мәсьәләне уртаға һалып, уҡыусыһы менән фекер алышып, проблеманан сығыу юлын тәҡдим итергә тейеш, минеңсә. Бына шунда килеп сыға тәнҡит мәҡәләләре, аналитика, ҡыҙыҡлы материалдар. Әммә гәзиттәребеҙ аҡсаға һатылып, юҡты бар итеп, кемгәлер нахаҡҡа ғәйеп тағып ултырыусы ҡара-пиар сайты түгел. Уларҙың тәғәйенләнеше лә, эшмәкәрлеге лә башҡа. Был йәһәттән милли баҫмаларыбыҙ проблемаларҙың төбөнә төшөп, һәр ыңғай һәм кире яҡты күҙ уңында тотоп эш итә. Бына ошо хаҡта онотмаһын ине мөхтәрәм гәзит уҡыусылар. Ә анкета үткәреүҙә ҡатнашыусыларҙың яуабын милли баҫмаларыбыҙҙа тәнҡит мәҡәләләрен киңәйтеү фарыз тип ҡабул итеү хаҡ булыр.
Гәзитсе менән уҡыусы араһында бәйләнеш ебе юғала барыуы тураһында тәү ҡабат ишетмәйем. “Бөтөн ваҡиғалар ҙа тик Өфөлә генәме ни?” тип аптыраусылар менән танышмын. Күрәһең, халыҡ осрашыуҙарға, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәргә, диалогтарға һыуһаған. Икмәкте ашар алдынан, бешереүсеһен күрергә теләйҙер иген үҫтереүсе.
Анкета һорауҙарына яуап биреүселәрҙең күбеһе баҫмаларҙың данаһы кәмеүен башлыса тик аҡса юҡлыҡҡа һылтай. Килешәм, ауылда ике-өс йөҙ һумлыҡ бала аҡсаһына йәшәүселәр бар. Ярты йылға яҙылыу хаҡы ярты меңдән ашыу булған баҫмаларҙы алдырыу бәхете ниндәйҙер бағыусыһыҙ уларға тәтемәй. Әммә, бер айлыҡ эш хаҡына бер ауылға гәзит яҙҙырыу мөмкинлеге булһа ла, халыҡ алдында төкөрөктәрен сәсә-сәсә, өҫтәлгә һуға-һуға: “Башҡорттарҙы үҫтерәйек!” — тип телмәр тотоп, икенсе көнөнә уның ҡатнашлығындағы шул сара хаҡында репортаж эшләгән гәзитте (отчет өсөн баҫманы махсус папкаға һалып ҡуйырға кәрәк тә баһа) редакциянан килеп алыусы ағайҙарҙы ла күргән бар. Алдаҡ “буш ҡыуыҡ” уйынының сиге бармы икән? Ағайҙарҙың ғынамы һуң, ҡайһы бер олатайҙарҙың да, ҡустыларҙың да, һеңлеләрҙең дә, күршеләрҙең дә... халҡы өсөн аҡсаһы йәл. Туҡһанынсы йылдарҙа аҡса төҫөн айҙар буйына күрмәһәк тә, эш хаҡы иҫәбенә булһа ла башҡортса гәзиттәр алдырыуыбыҙҙы иҫкә төшөрәйек. Әле мөмкинлектәр заманында йәшәп, шул йылдарҙағы рухыбыҙ алдында оят булып китә ҡайһы саҡ. Милләтте шулай үҫтерәбеҙ ҙә милли мәҙәниәтте шулай күтәрәбеҙ инде.
...Әхмәтзәки Вәлиди “Башҡорт халҡына хушлашыу хаты”нда: “Дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү зарур. Иң әшәке йәберләүҙәр ошо ике нигеҙҙә, йәғни дин һәм милли тел өлкәһендә эшләнәсәк”, тип яҙа. Был хат бөгөнгө көндә лә милли белем биреүҙе, милли мәҙәниәтте ҡыҫыу юҫығында көнүҙәк яңғырай. Әммә телебеҙҙе һаҡлауға, милләтебеҙҙе, милли аңыбыҙҙы үҫтереүгә барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡулланабыҙмы? Меңәрләгән башҡорт йәшәгән ҡалала (почта аша) 35 дана (!) “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырыу был һорауға үҙе яуап. Шулай ҙа хаталар өҫтөндә эшләргә ваҡыт бар әле!
Һүҙ һуңында бер мәғлүмәткә иғтибар итәйек. Башҡортостан баҫмаларға яҙылыу буйынса ил кимәлендә өҫкө баҫҡыстарҙа тора. Мәслихәт, тик милли гәзиттәребеҙҙе уҡыусылар кәмегәндә, ниндәй гәзит-журналдарҙың данаһы арта һуң?
Рәмил МАНСУРОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.