Йәйге лагерь... Бала саҡтың иң матур хәтирәләре ошонда үткән ҡабатланмаҫ көндәр менән ҡәҙерлелер, моғайын. Усаҡ янында йырлашып ултырыуҙар, яңы дуҫтар табыу, сәйәхәттәр. Ҡариҙел ауылында ойошторолған “Айдос” һауыҡтырыу лагеры күптән балаларҙың яратҡан урынына әүерелгән. Бер булғандар бында тағы килергә ашҡынып тора.
Беҙ барғанда ҡыҙҙар, малайҙар көр кәйеф менән ашхананан сығып килә ине. “Смешарики” отряды икән.
– Лагерҙа оҡшаймы? – тип һорайбыҙ.
– Оҡшай! – Ҡәнәғәт булыуҙары йөҙөнә сыҡҡан балалар бер тауыштан яуапланы.
– Нимә бигерәк тә оҡшай?
– Экскурсияларға йөрөйбөҙ, дискотека, тәмле итеп ашаталар...
Директор Сәриә Сафина әйтеүенсә, лагерға яҡын-тирә райондар, күрше өлкә балалары ла теләп килә. Йәй буйына өс смена ҡабул ителә, һәр береһендә илле бала ял итә. Файҙалы, шифалы эсемлектәргә, спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Үҙенсәлекле программалар эшләй. Уҡыусылар райондың иҫтәлекле урындарына сәйәхәткә сыға, танылған шәхестәр менән осраша. Төрлө ойошмаларҙа булып, уларҙың һөнәре менән таныша.
Балаларҙың ял итеү бүлмәләре менән танышабыҙ. Бер бүлмәлә ике малай шахмат уйнап ултыра. Илгиз Әхмәтғәлиев ошо райондың Яңы Аҡбүләк ауылынан булһа, Азамат Рамазанов – Юлдаштан. Бығаса бер-береһен белмәгән малайҙар дуҫлашып та өлгөргән. Икеһе лә бишенсе класты “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә тамамлаған.
Бер аҙҙан “Теҙелергә!” тигән команда яңғыраны. Вожатый апайҙары Регина Йәнекәйева:
– Хәҙер тирға барабыҙ! – тигәс, балалар ҡыуанысынан сәпәкәйләп ебәрҙе.
– Урра-а-а!
Шул саҡ бер малайҙың:
– Лагерҙа күңелле, эйе бит! – тигән тауышы ишетелде.