Алтын ҡулдар биҙәй был төбәкте26.06.2018
Алтын ҡулдар биҙәй  был төбәктеБылтырғы йыл Ҡариҙел халҡы өсөн иҫтәлекле булды – район ойошторолоуҙың 85 йыллығын билдәләнеләр. Әлбиттә, байрамды алдан әҙерләнеп, донъя-тирәһен тағы ла йәмләп, төҙөкләндереп, яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылау матур йолаға әүерелгән. Ошо йәһәттән бында хәлдәр нисек? Ырыҫлы төбәк тураһында күберәк белеү, райондың тын алышын асығыраҡ тойомлау, шулай уҡ башҡа һорауҙарға тулыраҡ яуап алыу маҡсатында район хакимиәте башлығы Илдар ҒАРИФУЛЛИНға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Илдар Вил улы, иң тәүҙә төбәктең дөйөм хәле хаҡында белге килә. Бөгөн ҡариҙелдәр нисек йәшәй?
– Беҙ ниндәй генә уңышҡа өлгәшһәк тә, барыһы ла халыҡтың тырышлығы менән тормошҡа ашырыла, уңған һәм талантлы, үҙенең тыуған яғын яратҡан, ерен матурларға тырышҡан кешеләр – ошо ерҙең төп байлығы. Райондың социаль-иҡтисади үҫешен, нигеҙҙә, урман сәнәғәте, ауыл хужалығы, туризм билдәләй. Иҡтисадтың күп яҡлы булыуы уның инвестициялар йәлеп итеүенә һәм һалым иҫәбенә ҡаҙнаны тултырыуға булышлыҡ итә. Һуңғы биш йылда район бөтә тармаҡтар буйынса ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеп, социаль-иҡтисади үҫеш кимәле буйынса республикала иң яҡшы 20 төбәк иҫәбенә инде.
Эшҡыуарҙар район иҡтисадын тултырыуҙа, халыҡҡа эш урындары булдырыуҙа тос өлөш индерә. Тап шуға ла был юҫыҡта үҙ эшен асырға теләгәндәргә мөмкин ҡәҙәр ярҙам итергә тырышабыҙ. Былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа район ҡаҙнаһынан 3,5 миллион һум аҡса бүленде, республиканан 13,2 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Халыҡҡа үҙҙәре үҫтергән мал-тыуарҙы, йәшелсәне һатыу өсөн шарттар тыуҙырыла, сауҙа урындары билдәләнгән, йәрминкәләр ойошторола.
Районда йыл һайын заманса биналар, инфраструктура объекттары, юлдар төҙөлә. Бөгөн төбәк ғәжәп үҙгәрештәр юлында – Өфө йылғаһы аша күпер һалына, юлдар төҙөлә. Ҡариҙел – Таштүбә юлы ҡалҡа, Ҡариҙел – Күбияҙ өҫтәмә электр линияһы һуҙыла. Был объекттар файҙаланыуға тапшырылғас, төбәктәге тормош тағы ла йәнләнер тип көтөлә.
– Район өсөн урман сәнәғәтенең үҫеше ҙур әһәмиәткә эйә, тинегеҙ. Ошо хаҡта һөйләгеҙ әле.
– Был йүнәлештә район әҙерләнгән һәм сығарылған ағас күләме буйынса республикала тәүге урындарҙың береһен биләй. Сеймалдың сифаты йәһәтенән дә беҙгә тиңләшеүсе юҡ. Башҡортостанда Ҡариҙел урман сәнәғәтселәре берләшмәһе лә иң тәүҙә беҙҙә булдырылды. Быйыл да уның составына ингән 32 предприятие етештереүсәнлекте үҫтереп, урман әҙерләү күләмен арттырҙы, йыл һайын тауар ассортименты ла төрләнә.
Бөгөн районда урман хужалығы етештереүсәнлеге менән 40 предприятие шөғөлләнә. Был эш менән мәшғүлдәр дөйөм халыҡтың 18 процентын тәшкил итә.
Һуңғы биш йылда ағас етештереү өс тапҡырға артты. Былтыр тауар продукцияһы күләме 343 миллион һумдан артып китһә, шуның 329 миллионы һатыуға оҙатылды. Магинск ауылы бик ҡулайлы урында урынлаш­ҡанлыҡтан, бында түбән сортлы йәки ылыҫлы ағастарҙы тәрәндән эшкәртеү предприятиеһын төҙөргә иҫәп тотабыҙ. Пеллет етештереүҙе юлға һалыу өсөн инвесторҙар йәлеп итеү эше алып барыла. Был иһә бюджет ойошмаларын һәм халыҡты яҡшы, арзан яғыулыҡҡа күсерергә булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүҙең уртаса тиҙлекле комплекслы программаһына ярашлы, 800 миллион һумдан ашыу инвестиция күләмле 11 проект тормошҡа ашырыла. Шуның өсәүһе – беҙҙең район биләмәһендә. Мәҫәлән, “УфаЛесПром” 220 квадрат метр майҙанлы йыһаз етештереү цехы төҙөй, был проект йыл аҙағына тамамланыр тип көтөлә. Янбаҡ ауылында етештереү цехы бына-бына үҙ ишектәрен асырға тора. Урман етештереү техникаһын яңыртыу йәһәтенән эш әүҙем алып барыла. Тармаҡҡа былтыр 71 миллион һумдан ашыу инвестиция йүнәлтелде, шул иҫәптән ҡорамалдар һәм техника һатып алыуға – 59 миллион һум.
– Ауыл хужалығында хәлдәр нисек?
– Агросәнәғәт комплексы райондың мөһим тармағы һәм уның социаль, иҡтисади үҫешендә һиҙелерлек роль уйнай. Бөтәһе туғыҙ ауыл хужалығы предприятиеһы, 50-ләп крәҫтиән (фермер) хужалығы, “ТК Башагропром” һөт эшкәртеү предприятиеһы һәм башҡа ойошмалар уңышлы эшләй.
Шәхси эшҡыуар Виктор Булатов Куйбышев тоҡомло нәҫел тәкәләре һәм һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә. Ул һарыҡты биш мең башҡа, шул иҫәптән инәләрҙе 1000-дән арттырырға иҫәп тота. Артабан ул итте төрөү һәм сауҙаға сығарыу хыялы менән йәшәй.
Былтыр иген культуралары гектарынан 18,1 центнер тәшкил итеп, баҫыуҙан 22 мең 780 тонна иген йыйып алынды. Малсылыҡ агросәнәғәт комплексының мөһим тармағы булып тора. Дөйөм етештереүҙең тулайым продукты 60 процент тәшкил итә.
Район халҡы төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. “Яңы эш башлаған фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” программалары ғәмәлгә ингәс, алты йыл эсендә 20 фермер һәм фермер хужалығы 48 миллион һум күләмендә грант алды. Был ярҙамға фермерҙар мал, техника ала, аҙбарҙар төҙөй. Мәҫәлән, Фәнзир Альтдинов, Рәйфә Шафкова крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары малсылыҡ корпустарын ремонтланы. Күп нәмәләр яңыртылды, иген киптереү агрегаттары төҙөлдө. “Зуевка” йәмғиәтендә заманса аҙыҡ-түлек һәм иген орлоғо киптереү өсөн ҡоролма сафҡа инде...
– Райондың ғәжәп тәбиғәте туризмды үҫтереү өсөн бик ҡулайлы...
– Ысынлап та шулай. Әммә тирә-яҡ мөхиттең күркәмлеге генә бының өсөн аҙ. Төбәк инфраструктураһының үҫеше лә мөһим. Тап шул саҡта ғына туризм өсөн дә тейешле шарттар тыуҙыры­ласаҡ. Был йәһәттән һуңғы йылдарҙа ҡыуанып һөйләрлек уңыштарыбыҙ бар. Йылдан-йыл туристар ағымы арта, уларҙы хеҙмәтләндереү күләме үҫә. Сәйәхәткә коллектив менән килгәндәр һаны ишәйә бара. Уларҙың ялын файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү өсөн яңы биналар төҙөү дауам итә. Районда спорт-һауыҡтырыу йүнәле­шендә эшләгән егермеләгән төрлө ведомство һәм шәхси турист базалары эшләй. Шуларҙың иң ҙуры һаналған “Звездный” физкультура-һауыҡтырыу комплексында эш айырыуса йәнле бара. Киләсәктә бында газ үткәргес һуҙып, аквапарк төҙөү маҡсаты менән йәшәйбеҙ. Ул сағында туристар йыл әйләнәһенә ял итә аласаҡ. Ҡыҙыл Үреш ауылы янында мәҙәни-тарихи турист үҙәге төҙөлә. Бында әлегәсә XIX быуат аҙағындағы сауҙагәр Груздевтың йорто һаҡланып ҡалған. Бина тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Әлбиттә, былтырғы ямғырлы йәй туристарҙың ағымын бер ни ҡәҙәр кәметте.
Бөтәһе 127,3 миллион һум күләмдә турист хеҙмәте күрһәтелгән. Ғөмүмән, ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, был юҫыҡта артабан да эште йәнләндереү саралары күрәбеҙ. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән берлектә “Павловка һыу һаҡлағысы” турист кластерын үҫтереү йәһәтенән концепция ҡабул ителде. Был ниәт тормошҡа ашһа, ял итергә теләүсе­ләрҙең дә, халыҡҡа эш урындарының да артыуы бәхәсһеҙ.
– Халыҡ өсөн көнкүрештә уңайлыҡтар булдырыу өсөн, ғөмүмән, күп нәмә эшләнә...
– Башта әйтеүемсә, беҙҙең төп байлыҡ – халыҡ. Кешенең көнитмеше матур, кәйефе көр булһа, эшкә лә, ғаиләһенә лә иғтибары етәсәк. Ә тирә-йүндәге гүзәллек, урамдарҙың төҙөк­лөгө күңел торошона ла тәьҫир итә. Шуға ла был юҫыҡта маҡсатлы эш алып барыла.
Һуңғы йылдарҙа урамдарҙың, йорттарҙың тышҡы йөҙө, ауылдарҙың инфраструктураһы һиҙелерлек яҡшыр­ҙы. Йыл һайын юлдар төҙөкләндерелә, йорттарға газ үткәрелә, инженер коммуникациялары яҡшыра. Һуңғы биш йылда Яңы Муллаҡай ауылында бер ҡыйыҡ аҫтында балалар баҡсаһы һәм мәктәп файҙаланыуға тапшырылды. Ошо уҡ ауылда 2016 йылда понтон менән йылға аша сығыу ҡоролмаһы ҡуйылды. Кирҙә – Әтнәш һәм Кирҙә – Первомайский юлдары һалынды. “Альфа”, “У Альберта”, “Ҡариҙел” турбазалары сафҡа инде. “Артакүл” йәмғиәтендә заманса яңы ферма төҙөлдө. Ҡыҫҡаһы, һанай китһәң, шаҡтай эш башҡарылды. Былар барыһы ла иртәгәһе көнгә ышаныс, эшкә дәрт уята.


Алтын ҡулдар биҙәй  был төбәктеҠариҙел районы 1932 йылдың 20 февралендә ойошторола. Бында 17 ауыл биләмәһе бар. Төбәктәге 99 ауыл һәм ҡасабала 25 меңдән ашыу кеше йәшәй. Халыҡтың 44 проценты – башҡорт, 28,2 проценты – татар, 20 проценты – урыҫ, 6 проценты мари һәм башҡа милләт вәкилдәре. Район биләмәһен Өфө, Йүрүҙән, Байҡы, Төй, Берҙәш, Мағы һәм башҡа йылғалар һуғара.


Вернуться назад