Күҙлеклеләр тураһында хәҡиҡәт26.06.2018
Күҙлеклеләр тураһында хәҡиҡәтХалыҡ-ара ғалимдар төркөмө 300 мең кешенең генетик анализы нигеҙендә күрәшлек, күҙлек йәки контактлы линза кейеү менән юғары кимәлдәге дөйөм интеллект араһында бәйләнештең булыуын иҫбатланы.

Дөйөм интеллект факторы (g) 1904 йылда инглиз психологы Чарльз Спирмен тарафынан тәҡдим ителгән. Ғалим уҡыусыларҙың бер-береһенә ҡағылышы булмаған фәндәрҙән алған билдәләре араһында бәйләнеште асыҡлай. Был иһә уйлауҙы, фекерләүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе сисеүҙә уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеген биргән һәләттәргә ишаралай. Шул уҡ ваҡытта дөйөм интеллект бер мәсьәләне икенсеһенән яҡшыраҡ эшләргә булышлыҡ иткән шәхси һәләттәргә (мәҫәлән, математиканан) ҡаршы ҡуйыла.
Игеҙәктәр ҡатнашлығындағы тикшере­неүҙәр күрһәтеүенсә, g факторының нәҫелдән-нәҫелгә күсеү мөмкинлеге 50 процентҡа етә. Әммә әлегә дөйөм интеллектты билдәләгән ген тураһында бик аҙ билдәле. Интеллект – полигенлы үҙенсәлек, йәғни бер түгел, ә бик күп ДНК участкалары менән көйләнә, шуға күрә уны асыҡлау өсөн йөҙҙәрсә мең кешенең генын анализларға кәрәк.
Ғалимдар 16 йәштән 102 йәшкә тиклемге 300 486 кешене тикшергән. Уларға төрлө когнитив тестар (мәҫәлән, вербаль һәм математик күнегеүҙәр) үткәрелгән. Һөҙөмтәләр дөйөм интеллектты иҫәпләп сығарыу өсөн файҙаланылған. Ген үҙен­сәлектәре менән фенотипик, йәғни клиник билдәләнгән билдәләр араһындағы бәйләнеште эҙләү өсөн был кешеләрҙән шулай уҡ ДНК өлгөләре алына. Белгестәр g факторына йоғонто яһаған бер нуклеотидлы полиморфизмдарҙы асыҡларға тырыша. Генетиктар хромосомаларҙа билдәле бер гендарҙың урынына тап килгән 148 локус нигеҙендәге 434 бер нуклеотидлы полиморфизмды таба. Был полиморфизмдар шулай уҡ кәүҙәнең ауырлығы, буйы, ауырлыҡ индексы, ҡан баҫымы, үпкәләге яман шеш, шизофрения сире, биополяр етешһеҙлектәр, аутизм кеүек үҙенсәлектәргә лә бәйле булып сыға.
Асыҡланыуынса, дөйөм интеллект менән күрәшлек (r = 0,32), насар күреү (r = 0,28) араһында ҙур генетик бәйләнеш күҙәтелә. Дөйөм интеллекттың юғары факторы шулай уҡ түбән ҡан баҫымы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең аҙ хәүефе, үпкәләге яман шеш, ангина, остеоартрит һәм депрессия менән бәйле.


Вернуться назад