Оҙайлы киҙеүҙән (субфебрилитет) яфаланғандарға иммунитетты көсәйтеү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү шарт.Туйғансы йоҡлағыҙ. Төнгө сәғәт 10–11-ҙән дә һуңға ҡалмайынса йоҡларға ятығыҙ. Физиологияны тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, беҙҙең йоҡо фазаларға ғына түгел, циклдарға ла бүленә икән. Мәҫәлән, төнгө сәғәт 1-гә тиклемге арауыҡта нервы һәм эндокрин системалар көйләнә. Артабан организм “таҙарына”, ағыулы матдәләр, микробтарҙың ҡалдыҡтары сығарыла башлай. Был мәлдә бауыр көсөргәнешле эшләй. Йоҡо режимы үтәлмәһә, был процестарҙың эҙмә-эҙлеклелеге боҙола, иммун системаһы һынауҙарға дусар ителә.
Иртәнге аш аҡһымға бай булһын. Йоҡонан торғас та, йомортҡа ашағыҙ. Иртән үҙләштергән аҡһым организмдағы күҙәнәктәрҙе, туҡымаларҙы яңыртыуға тотонола. Киске аштан алынған аҡһым иһә, аш һеңдереү әкрен барғанға күрә, нигеҙҙә, эсәктәрҙәге патоген микрофлораны (әйткәндәй, ул иммунитетҡа ныҡлы йоғонто яһай) туйындырыуға китә.
Сифатлы май ашағыҙ. Бауырға һәм үт ҡыуығына май бик файҙалы. Айырыуса ҡабаҡ менән гөлйемеш майының үт сығарыуға булышлыҡ итеүе билдәле.
“Үҫемлек иммуномодуляторҙары”на битараф ҡалмағыҙ. Шайтантаяҡ төнәтмәһе, һоло һәм арпа бешкән һыу иммунитет өсөн бик файҙалы.
Ошо ябай ҡағиҙәләрҙе бер нисә аҙна дауамында үтәһәгеҙ, хәлегеҙ һәйбәтләнер, көс-ҡеүәтегеҙ артыр.