“Титаник” батҡан йылда тыуған26.06.2018
“Титаник” батҡан йылда тыуғанМэделин Дай бер ҡасан да ир-егеттәр менән осрашыуҙарға йөрөмәгән, иҫерткес эсемлектәр һатылған кафе-ресторанға ла тәүге тапҡыр 90 йәшендә генә барған. Оҙаҡ йәшәүенең серен дә ошоға бәйләй 106 йәшлек ханым. Ғаилә тормошо менән йәшәгәндәр, һөйөү утында янғандар бик йыш эске көсөргәнеш кисерә, тигән фекерҙә ул.


Мэделин 1912 йылда Көньяҡ Йоркширҙа тыуған. Әйткәндәй, шул уҡ йылда “Титаник” батҡан. Ғүмер буйы китап төпләүсе булған, 103 йәшкә тиклем, аяғы имгәнеп, даими ҡарауға мохтаж булғанға ҡәҙәр, үҙ фатирында йәшәгән, стейк бешергән, йорт мәшәҡәттәре менән булышҡан. Берәүгә лә ауырлыҡ һалмаған, хатта тәҙрә пәрҙәләрен дә үҙе элгән әбекәй.
Ҡарттар йортона күскән Мэделин әле булһа таяҡһыҙ йөрөй, башҡалар менән аралашырға ярата. 28 апрелдә үҙенең 106 йәшен билдәләгән. Был көндә ул туғандары менән осрашҡан, ҡарттар йортондағы дуҫтары өсөн мәжлес ҡорған.
– Мэделин ирек ярата, буйһоноуҙы үҙ итмәй. Бер ваҡыт ул йоҡо бүлмәһендәге тәҙрәгә пәрҙә элеүемде үтенде. Ул саҡта уға 103 йәш ине. Иртәгәһенә килергә вәғәҙә бирҙем. Килһәм, был эште үҙе башҡарып та ҡуйған, – ти 80 йәшлек һеңлеһе Диана Хитон. – Шаяртыуҙы ла аңлап ҡабул итә. Егеттәре йәки никахта булыу-булмауы хаҡында һораһалар: “Ир-егеттәрем булманы, шуға ла ошо йәшкәсә йәшәнем”, – тип яуаплай ул.
“Титаник” батҡан йылда тыуғанБылтыр Мэделинға Икенсе донъя һуғышы осоронда “Блиц” мәхшәрен бергә үткәргән, 70 йыл күрешмәгән әхирәте менән осрашырға насип булған. 97 йәшен тултырған Кит Соллитт уны гәзиттә баҫылып сыҡҡан мәҡәлә буйынса тапҡан.


Вернуться назад