Башҡорт баҫмаларына ярҙам кәрәк04.05.2012
Тормошта төрлө хәл-ваҡиға булып тора. Кем нисек ҡабул итә, баһалай — быныһы һәр кемдең үҙ эше. Ләкин халыҡ мәнфәғәттәренә ҡағылған, дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәләләрҙә берҙәмлек, ғәҙеллек булыуы мотлаҡ тип иҫәпләйем.
Милли рухыбыҙҙы, телебеҙҙе юғалтыуға алып килеүсе хәлдәр мине бөгөн борсоуға һала. Һүҙемде республикабыҙҙың төп баҫмаһы булған “Башҡортостан” гәзитенең яҙмышына ҡағылған мәсьәләләрҙән башлайым, сөнки уның биттәрендә телебеҙ һәм милләтебеҙҙең бөгөнгөһө, иртәгәһе көҙгөләгеләй сағыла. Минеңсә, матбуғат баҫмаһы — Башҡортостан тигән гүзәл тыуған еребеҙҙе һаҡлаусы, ҡурсалаусы көслө ҡорал ул.
Яратҡан гәзитебеҙҙе һәм башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙы алдырыусылар йылдан-йыл кәмей. Төп сәбәпте мин шунда күрәм: милләттәштәребеҙҙең, хатта зыялыларыбыҙҙың, төрлө кимәлдәге етәкселәребеҙҙең халыҡ яҙмышына һис тә иҫе китмәй, ғәмһеҙ ҡарауында. Тиҫтәләрсә йыл буйы ҡаты күҙәтеү, киҫәтеү, ҡурҡытыу тәрбиәһендә үҫкән быуындың томаланған аңы әле булһа асылып бөтмәй, милләтсе мөһөрө йәбешеүенән өркөп йәшәй кеүек. Мәсьәләнең асылы йәмғиәттең үҫешен, тарихын, милли телде һаҡлауҙың әһәмиәтен йәштәргә тейешле кимәлдә аңлатып етмәүгә, иңдәренә оло вазифа йөкмәгән ил ағаларының ошо көнүҙәк проблемаларға иғтибар итмәүенә ҡайтып ҡала. Быға төплө дәлилдәрем бар.
“Гәзиткә ниңә яҙылмайһығыҙ?” тигән һорауға төрлө һылтау таба милләттәштәребеҙ. Иҡтисади көрсөк, аҡсаһыҙлыҡ һәм эшһеҙлекте сәбәп итеп, оҫта ғына аҡланырға өйрәндек. Дөрөҫ түгел дә баһа, йәмәғәт. Эшләгән кеше ай һайын хеҙмәт хаҡын, хаҡлы ялдағыһы пенсияһын ваҡытында алып тора. Ауыл халҡы ла, мал-тыуар аҫрап, бәрәңгеһен, йәшелсәһен үҫтереп, кәсеп итеп донъя көтә. Һәр хәлдә теләгән кеше гәзиткә яҙылырлыҡ ҡына аҡсаны таба ала.
Матбуғат баҫмаларына яҙылмауҙың тағы ла бер сәбәбе хаҡында әйтеп үтәйем. Беҙ элек күреп ғәҙәтләнгән үткер телле, “осло”, сағыу мәҡәләләр һирәгәйҙе, редакциялар ябай уҡыусыһы менән бәйләнешен бушатты, шуға күрә гәзит-журнал алдырыусылар аҙайғандан-аҙая. Эш кеҫәнең ҡалынлығында ғына түгелдер, сөнки даими эш хаҡы алып эшләгән уҡытыусылар, журналистар, табиптар, юғары вазифа биләүсе түрә-ҡара араһында ла өйөнә гәзит-журнал алдырыусылар һирәк.
Илдәге киҫкен үҙгәрештәр, СССР-ҙың тарҡалыуы, тормоштоң ауырайыуы ябай халыҡтың рухын һындырҙы, дөйөм яуаплылыҡ, тәртип бөттө. Һәр кем үҙ мөхитендә сыуала, көрсөктән үҙаллы сығыу юлын таба алмай ыҙалана. “Балыҡ башынан серей”, тигәндәй, чиновниктарҙың, үҙҙәре тәртип һағында торорға тейешле суд, прокуратура, полиция хеҙмәткәрҙәренең, хужалыҡ, предприятие етәкселәренең, депутаттарҙың саманан ашҡан ҡомһоҙлоғо, намыҫһыҙлығы, коррупцияның киң ҡолас алыуы халыҡтың ғәҙеллеккә ышанысын юғалтты.
Һуңғы ваҡытта ер мәсьәләһе тирәһендә һүҙҙәр ҡуйыра башланы. Әбйәлил, Иглин, Өфө һәм башҡа райондарҙа хәлдәрҙең хәтәрлеге хайран ҡалдырҙы. Мин бынан бер нисә йыл элек ер-һыуға ҡағылған мутлыҡтар, хужалыҡ һәм дәүләт ерҙәрен һатып байыусы енәйәтселәр тураһында “Башҡортостан” гәзитенә ике мәртәбә күләмле, аныҡ факттар тупланған мәҡәлә яҙғайным, ләкин улар баҫылып сыҡманы. Законды боҙоу дауам иткәс, республика прокурорына коллектив хат яҙғайныҡ, әммә тейешле сара күрелмәне. Үҙ ваҡытында ошо материалдар баҫылып сыҡһа, тейешле тикшереү ойошторолһа, бәлки, күп кенә етешһеҙлектәрҙе алдан уҡ иҫкәртеп булыр ине.
2010 йылда ҡаты ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә республикабыҙҙа иген, бәрәңге, сөгөлдөр баҫыуҙары янды, көҙ сәскән арыш менән ужым бойҙайының күп кенә майҙанында орлоҡ шытым бирмәне йә үҫеп китә алманы. Метеорологтарҙың иҫкәртеүе буйынса, бындай күңелһеҙ хәлдәрҙең алдағы йылдарҙа ла ҡабатланыуы ихтимал.
Ошо хәлде күҙ уңында тотоп, Хәйбулла районында ҡоролоҡ шарттарында эшләп туплаған бай тәжрибәмдән сығып, тәбиғәт менән килешеп, уның ҡырыҫ шарттарына яраҡлашып, талаптарына ҡулай килгән агротехник саралар ҡулланыу тураһында фәһемле мәҡәлә яҙғайным. Ул да, ни сәбәптәндер, донъя күрмәне.
Күптән түгел Өфөнөң Киров районы ветерандары советына инеп сыҡтым. Ҙур ғына бүлмәлә 4-5 метр оҙонлоғондағы өҫтәл тулы төрлө гәзит ята. Ләкин унлаған баҫма араһында республикабыҙҙың төп гәзите “Башҡортостан” да, башҡорт телендә сыҡҡан башҡа баҫмалар ҙа юҡ! Совет рәйесе Нурислам Вәлиев менән осраштым. “Ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырмайһығыҙ? Ул бит — республиканың төп ижтимағи-сәйәси гәзите. Башҡортостан Республикаһын ҡан ҡойоп, ғүмерен сарыф итеп башҡорттар ойошторған. Ветерандар өсөн һеҙ иң тәүҙә “Башҡортостан” гәзитен алдырырға тейешһегеҙ ҙә баһа”, — тип ризаһыҙлығымды белдерҙем. Рәйес миңә: “Аҡса юҡ, бағыусы табып бир”, — тип яуаплай. “Киров районы — Өфөнөң иң ҙур райондарының береһе, бында республиканың төрлө министрлыҡ һәм ойошмалары урынлашҡан. Улар мең һум аҡса таба алмаймы? Һеҙ бында эшләп ултыраһығыҙ, ә мин, бер ябай ветеран, һеҙгә бағыусы эҙләргә тейешме?” — тип әйткәс, рәйес боролоп сығып китте.
Ғәмһеҙлекме, әллә башҡорт матбуғатына аяҡ салыумы?
Тағы бер сетерекле хәл менән осрашыла. Ҡалалағы киосктарҙа “Башҡортостан” һәм башҡорт телендәге башҡа баҫмалар күренмәй. Булһа ла, ҡайҙалыр ситтә, аҫта күмелеп ята. Күп осраҡта юҡ улар. Һораһаң, “килтермәйҙәр”, тип яуаплайҙар.
Былтыр үҙем йәшәгән йорт эргәһендәге киоскта “Башҡортостан”ға яҙылдым. Бында миңә “Башҡортостан” урынына “Кызыл таң” гәзитен биреп ыҙалаттылар. Быны нисек аңларға? Ҡаты ғына әрләшергә тура килде.
“Башҡортостан” гәзитенең төпкөл башҡорт ауылдарына ныҡ һуңлап килеүе, хатта йыш ҡына юғалыуы тураһында ла хәбәрҙармын.
Милли баҫмаларға яҙылыуҙың кәмей барыуында тел мәсьәләһенең дә роле ҙур. Оло быуын кешеләре аҙая, милли телебеҙҙең сафлығына битараф булған йәштәр үҫә. Башҡорт теле дәүләт теле статусын алһа ла, уны тормошҡа ашырыу буйынса етерлек саралар күрелмәй. Төрлө министрлыҡтарҙың, бигерәк тә Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтарының, телде өйрәнеү, уны ҡулланыу мәсьәләһен тормошҡа ашырыуҙа аныҡ ойоштороу эше һиҙелмәй. Бынан 15 — 20 йыл элек Ауыл хужалығы министрлығында үҙ белгестәренең башҡорт телен үҙләштереүе өсөн түңәрәктәр, ҡыҫҡа курстар ҙа эшләй торғайны. Бындай дәрестәр райондарҙа йөрөгәндә ябай халыҡ менән аңлашып аралашыуға ҙур ярҙам итте.
Мин үҙем ҡалалағы берәй учреждениеға килеп инһәм, иң башта башҡортса мөрәжәғәт итәм. Аңламағаны ауыҙ асып ҡарап тора, шунан минән урыҫ телендә һөйләшеүемде үтенә. Аҙаҡ мин уларға: “Башҡорт теле — дәүләт теле. Әгәр милләтебеҙҙе хөрмәт итәһегеҙ икән, башҡорт телен икмәк-тоҙлоҡ булһа ла белергә тейешһегеҙ. Сит илдә телде белмәһәң, һине эшкә лә алмайҙар, теркәмәйҙәр ҙә”, — тип ноҡот уҡып китәм.
Күптән түгел Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сығышында: “Башҡорт теленә ярҙам кәрәк, уны яҡлау мөһим”, — тип әйтеүе мине бик ҡыуандырҙы.
Хәҙерге ваҡытта башҡорт телен төрөктәр, йәһүдтәр, итальяндар, француздар, немецтар, финдар, ҡытайҙар, япондар өйрәнгәндә, ниңә әле үҙебеҙҙең йәштәребеҙ һәм республикабыҙҙа йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре уны белмәҫкә тейеш? Был тәңгәлдә “Башҡортостан” гәзите, башҡа милли баҫмаларға өлгө булып, иң алдынғы сафта барһа ине. Әлеге көндә ул тап шулай эшләргә тырыша.
Әнүәр ТУҠТАМЫШЕВ,
тыл һәм хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад