“Мираҫ ҡалдырам... Трампҡа”26.06.2018
“Мираҫ ҡалдырам... Трампҡа”Красноярскиҙан бер төркөм пенсионер торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләү буйынса бурыстарға ҡаршы көрәштең үҙенсәлекле алымын уйлап тапҡан. Идарасы компания алмашыныу менән торлаҡ хужаларының барыһы ла бурыслы булып сыҡҡан.


“Беҙ ни өсөн бурыслы?”

– Баҡтиһәң, әүәлге идарасы компания башҡарған эштәрҙең береһе лә дөрөҫ түгел икән, – ти баш күтәргән пенсионерҙарҙың лидеры Ирина Борисовна. – Хатта фатирҙарҙың майҙаны ла артып кит­кән. Илле йыл буйы “сталин­ка”­ла йәшәнек, хәҙер иһә уның до­ку­мент­тарҙа күрһәтелгәндән бай­таҡҡа ҙурыраҡ булыуы асыҡланды. Яңы идарасы компанияла билдә­ләүҙәренсә, подвалдар йорт сиге­нән сыҡҡан һәм уларҙың майҙаны хаҡ түләтелгәндә иҫәпкә алын­ма­ған. Ҡайтанан иҫәп-хисап үткәргәс, барыбыҙ ҙа бурыслы булып ҡалдыҡ.
Фатир хужаларының күбеһе ҡуйылған хаҡты түләгән, ләкин тиҙҙән сираттағы “хеҙмәт” өсөн йәнә түләү квитанцияларын алған. Шул саҡта Ирина Борисовна эштең алдаҡ булыуына төшөнә.
– Башта йорт майҙанын дөрөҫ билдәләмәгән өсөн – 2800 һум, һу­ңыраҡ I квартал өсөн хаҡ­ты ҡайтанан иҫәпләп, бер айға тағы ла 1500 һум өҫтәнеләр, – тип һүҙен дауам итә ҡатын. – Май айына 1200 һум өҫтәп түләнек. 1 июлдән хаҡтың яҡынса 15 процентҡа арта­сағы тураһында белдерҙеләр. Подвалға бәйле проблемалар арҡаһында һәр фатирҙан тағы ла 7–10 мең һум аласаҡтарын да әйттеләр.
Илле һигеҙ йәшлек Ирина Борисовна ҙур ҡыйынлыҡ менән йө­рөй. Микроинфаркт үткәр­гәндән һуң хәле тағы ла ауырая төшкән. 14 мең һум пенсия алған ҡатын апрелдә торлаҡ-коммуналь хеҙмәт­тәр өсөн 5600 һум түләгән. Һау­лығы ҡаҡшаған ҡатындың хатта ашарына ла аҡсаһы етмәй башла­ған. Өҫтәүенә банкка кредит та түләргә кәрәк. Бер туған ҡустыһы менән һеңлеһе уға ярҙам итеүҙән баш тартҡан.
“Йоҡом тыныс булһын ине...”

– Бөтә инстанцияларға ла мө­рә­жәғәт итеп ҡараныҡ, файҙаһы бул­маны, – ти әүҙемселәр төркөмө вәкиле. – Бөтәһе лә законға ярашлы, тиҙәр. Шуға күрә беҙ ҙә закон буйынса эш итергә булдыҡ. Нотариус саҡырҙыҡ та, фатирҙарҙы АҠШ президенты Дональд Трамп­ҡа мираҫҡа ҡалдырыу тура­һында васыят ҡағыҙы төҙөнөк. Тағы ла алты танышым минең ошо ғәмә­лемде ҡабатларға әҙер. Трамп бындай бүләктән баш тартмай, ә адвокаттары иһә хужаһының мән­фә­ғәтендә ахырғаса көрәшә, тиҙәр. Йәшебеҙ байтаҡ, һаулыҡ та шәптән түгел, йыл аҙағына тиклем әллә йәшәп була, әллә юҡ. Берҙән-бер торлағыбыҙҙан ҡыуып сығарыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Фатирҙарыбыҙҙы Трамптан тартып алып ҡараһындар хәҙер.
Пенсионер ҡатын үҙе тураһын­да­ғы мәғлү­мәт­те баҫтырып сыға­рыуҙан ҡырҡа баш тартты. Әйте­үенсә, ул дан-шөһрәткә мохтаж түгел, әммә ошондай хәлгә тарыған кешеләргә мәсьә­ләне хәл итеү әмәле тураһында еткермәксе.
– Әйткәндәй, акцияның бер нин­дәй ҙә сәйәси ерлеге юҡ, ул торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өлкәһендә тариф­тарҙың тотороҡһоҙ үҫеүенә ҡаршы йүнәлтелә, – ти Ирина Борисовна.
– Закон буйынса рәсәйҙәр мөл­кәтен үҙҙәре теләгәнсә васыят итә ала. Ҡануниәттә билдәләнеүенсә, кеше юридик һәм физик берәмек файҙаһына васыят ҡағыҙы яҙа ала. Гражданлыҡ мөһим түгел. Шулай уҡ сит ил гражданының васыят яҙыу­сыға сит-ят кеше булыуы ла ихтимал, – тине юрист Анастасия Әсәҙулина.
Идарасы компания белгестәре иһә хәлгә үҙ аңлатмаһын бирергә вәғәҙә итте. Ә Ирина Борисовна телефон аша һөйләшкәндә гуманитар ярҙам, аҡса тәҡдим итеүҙәре, әммә үҙ ниәтенән кире ҡайтмауы хаҡында белдерҙе.
– Миңә ундай ярҙам кәрәкмәй. Өлкәндәрҙең, торлаҡ-эксплуатация контораһынан ебәрелгән квитан­цияларҙан ҡурҡмайынса, тыныс йәшәүен теләйем, – ти ул.

“АиФ” гәзитенән.


Вернуться назад