– Фатирым дүртенсе ҡатта. Өҫтә тағы бер ҡат бар. Йыш ҡына ҙур бүлмә түшәменән һыу аға. Бишенсе ҡатта ла беҙҙеке кеүек бүлмә, батареянан башҡа торбалар юҡ. Тимәк, һыу ҡыйыҡтан ағып төшә. Ҡыйыҡты ремонтлауҙарын һорап идарасы компанияға мөрәжәғәт иткәйнем, “Һеҙҙең ғаризағыҙҙы ҡабул итмәйбеҙ, бишенсе ҡаттағы фатир хужаһы яҙһын”, – тинеләр. Ә уның иһә фатир өсөн бурысы йыйылып киткән, бер ҡасан да ялыу яҙмаясаҡ. Ни өсөн башҡа ҡатта йәшәгәндәрҙең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмайҙар икән? Был осраҡта идарасы компания ҡыйыҡты йүнәтергә тейешме?
Ә. ХӘЛИМОВА.Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 161, 162-се статьяларына ярашлы, фатир милекселәре алдында күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоуҙы тәьмин итеү буйынса хеҙмәт күрһәтеү, эш башҡарыу өсөн идарасы компания яуаплы. Ҡыйыҡ та бындай йортта дөйөм милеккә ҡарай. Идарасы компания, торлаҡ хужалары менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, ҡыйыҡтың торошон даими күҙәтеп, етешһеҙлектәрҙе ваҡытында төҙәтергә бурыслы. Әйткәндәй, ҡыйыҡтан һыу үтә икән, ул тәүлек эсендә ремонтланырға тейеш.
Ошондай етешһеҙлек асыҡланһа, идарасы компанияға мөрәжәғәт итеп, торлаҡты техник тикшереү актын төҙөтөү шарт. Торлаҡ ҡануниәте талаптары үтәлмәгән осраҡта идарасы компанияны Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 14.1.3-сө статьяһындағы 2-се өлөшкә ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин.
Идарасы компания менән күп фатирлы йорттағы фатир милекселәре араһындағы мөнәсәбәттәр иһә 1992 йылдың 7 февралендәге “Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы 2300-1-се Рәсәй Федерацияһы Законы нигеҙендә көйләнә. Әгәр идарасы компания ғаризаны ҡабул итеүҙән һәм ремонт эшен башҡарыуҙан баш тарта икән, судҡа ғариза яҙа алаһығыҙ.