“Башҡортостанстат” Пенсия фонды мәғлүмәттәренә һылтанып белдереүенсә, республика буйынса уртаса пенсия 12 803 һумға еткән. Былтыр 1 апрелгә ул 12 343 һум булған.Әле төбәктә 1,181 миллиондан ашыу пенсионер иҫәпләнә. Бер йыл элек был күрһәткес 1,163 миллиондан ашыу тәшкил иткән.
Статистар әйтеүенсә, иң ҙур страховка пенсияһын Башҡортостанда ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сыҡҡандар ала – уртаса 13 510 һум, иң түбән пенсия – инвалидлыҡ буйынса – айына 8 565,5 һум. Дәүләт пенсия тәьминәтендәгеләр иһә республикала уртаса 9 375 һум пенсия ала.