Пенсияға стаж өсөн өҫтәмә тураһындағы мәҡәлә донъя күргәс, редакцияға текстағы положениеларға асыҡлыҡ индереүҙе һорап, хаттар килә башланы. Ошо һорауҙарға яуап алыу өсөн Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәт иттек.
2015 йылдан башлап страховка пенсиялары 2013 йылдың 28 декабрендәге “Страховка пенсиялары тураһында”ғы 400-сө Федераль законға ярашлы билдәләнә һәм шәхси пенсия коэффициенты – пенсия балдарынан сығып иҫәпләнә.
Страховка пенсияһына нығынған күләмдәге түләү өҫтәлә. Быйыл 1 ғинуарҙан ул 4982 һум 90 тин тәшкил итә. Пенсионерҙарҙың айырым категориялары – 80 йәше тулғандар, I төркөм инвалидтары, эшкә һәләтһеҙ ғаилә ағзаларын ҡараған кешеләр, төньяҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар өсөн өҫтәмә күләме тағы ла юғарыраҡ.
Страховка стажының һәр йылы, шул иҫәптән “страховкаланмаған” осорҙар – армияла хеҙмәт итеү, бала ҡарау буйынса отпуск һәм башҡалар пенсия балы менән баһалана. Страховка пенсияһын иҫәпләгәндә, йыллыҡ пенсия балдары күләме иғтибарға алына.
2015 йылға тиклемге осор өсөн пенсия балын сығарғанда, 2002 йылға тиклемге стаждан һәм эш хаҡынан, 2002 йылдан һуңғы страховка иғәнәләренән сығып, 2014 йылдың 31 декабренә тиклемге пенсия күләме иҫәпләнә. Алынған сумма 2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 64,1 һумға тиң булған бер пенсия коэффициенты хаҡына бүлеү юлы менән балдарға әйләндерелә. 2015 йылдан иһә хеҙмәт эшмәкәрлегенең һәр йылы пенсия балдарында баһалана. Улар эш биреүсе тарафынан түләнгән страховка иғәнәләренән сығып иҫәпләнә.
Пенсия билдәләнгәндә балдар бергә ҡушыла һәм ул тәғәйенләнгән йылдағы пенсия балы хаҡына ҡабатлау юлы менән һумға әйләндерелә. Әйткәндәй, быйыл 1 ғинуарҙан бер пенсия коэффициенты (балы) хаҡы 81,49 һум тәшкил итә.
Һәр граждан өсөн пенсия күләме шәхсән билдәләнә. Ул хеҙмәт хаҡына, стажға һәм эш биреүсе тарафынан түләнгән страховка иғәнәһе күләменә бәйле. Эш хаҡы юғарыраҡ, страховка стажы оҙайлыраҡ булған һайын пенсия балы ла, пенсия ла күберәк тәғәйенләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта 400-сө Федераль законда, мәҫәлән, 30, 35, 40 йылдан ашыу стажы булғандарға өҫтәмәләр ҡаралмай. Страховка пенсияһын балл нигеҙендә иҫәпләү тәртибе бөтә пенсияларға (ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыны юғалтыу буйынса) ҡағыла.
Ун биш йыллыҡ страховка стажы һәм кәмендә 30-ға тиң шәхси пенсия коэффициенты булған, 60 йәше тулған ирҙәр һәм 55-е тулған ҡатын-ҡыҙҙар дөйөм нигеҙҙә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына хоҡуҡлы. Стаж һәм пенсия коэффициенты буйынса талаптар 2015 йылдан башлап әкренләп, ун йыл дауамында ғәмәлгә индерелә. 2018 йылда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн кәмендә туғыҙ йыллыҡ эш стажы һәм 13.8 пенсия коэффициенты кәрәк.
Граждандың страховка пенсияһына хоҡуғы юҡ икән, дәүләт уға ҡартлыҡ буйынса социаль пенсия билдәләй. Ул страховка пенсияһы менән сағыштырғанда түбәнерәк һәм биш йылға һуңыраҡ тәғәйенләнә. Инвалидлыҡ һәм ҡараусыны юғалтыу буйынса страховка пенсиялары страховка стажына бәйле. Әйткәндәй, уның оҙайлылығы әһәмиәтле түгел. Стаж булмаһа, социаль пенсия билдәләнә.
Хаҡлы ялдағы кешенең дөйөм матди тәьминәте төбәктә йәшәгән пенсионерҙарҙың йәшәү минимумынан түбәнерәк булһа, уға социаль өҫтәмә түләнә. Матди тәьминәт күләмен асыҡлағанда барлыҡ пенсия төрҙәре, айлыҡ аҡсалата түләү, шулай уҡ социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы хаҡы, өҫтәмә матди тәьминәт сығанағы, социаль ярҙам саралары иҫәпкә алына.