“Ҡартлыҡ – үҙе шатлыҡ”, – ти Нәсибаш ауылынан Фридира Хафизова. Ғүмеренең алтын миҙгелендә ҡәҙерле әсәй, ҡәйнә, өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерә ул.– 1942 йылғымын. Районыбыҙҙың Ҡалмаҡ ауылында дүрт балалы ғаиләлә үҫтем, – ти апай. – Бәләкәйҙән елкәгә эш “ҡамыты” кейергә тура килде. Кейәүгә лә иртә сыҡтым. Ирем Миңлехан Ғарип улы Нәсибаш егете ине. Килен булып төшкәс үк, был ауылдың хозур тәбиғәте, урмандары күңелемде әсир итте, халҡының ябайлығы, ихласлығы хайран ҡалдырҙы. Нәсибашты шунда уҡ изге төйәгем кеүек күрҙем.
Ғаиләлә ике бала үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фридира апай сәскә кеүек сағында – 25 йәшендә – ҙур бәләгә тарый.
– Ширҡәттән урман ҡырҡырға ебәргәйнеләр, – тип моңһоулыҡ менән иҫкә ала ул. – Шунда өҫтөмә ағас ауҙы. Эргәмдәгеләр мине ҡарағай аҫтынан һөйрәп сығарып, дауаханаға оҙатты. Умыртҡа һөйәгем һынғайны... Табиптар оҙаҡ дауаланы, әммә ыңғай һөҙөмтә булманы. “Башҡаса үҙ аяҡтарыңда йөрөй алмаясаҡһың...” тигән һүҙҙәр ҡара ҡайғыға һалды.
Унан инвалидлыҡ бирҙеләр. Бына хәҙер илле йылдан ашыу инде ғәрип яҙмышын кисерәм. Өйҙә имгәкләп йөрөйөм, инвалид арбаһында урамға сығып инәм. Гел генә йәйҙең йылы килеүен теләйем: тышта оҙаҡ булыуҙан, бөтөн ауылдаштарымды күреп аралашыуҙан йән рәхәте алам. Янымдағы улым, киленем, ейән-ейәнсәрҙәрем шул ҡәҙәр хәстәрлекле, игелекле. Йәшәүгә көс бирә улар миңә. Иремдең баҡыйлыҡҡа күскәненә ике тиҫтә йылдан ашыу инде. Унан тороп ҡалһам да, балаларым яңғыҙ итмәне, Аллаға шөкөр.
Ғәрип кеше – Раббыбыҙҙың изге бәндәһе, тиҙәр. Шулай ҙа еңел түгел был һынау. Һау-сәләмәт булыуға ни етә?! Бына үҙ аяҡтарым менән атлап китһәм, осоп ҡына йөрөр, ер емертеп эшләр инем!..
Апай тынып ҡалды, сикәһенән әсе күҙ йәштәре тәгәрәне...
– Ҡуй, ҡәйнәм, – тип тынысландырырға ашыҡты уны килене Ирина. – Ни хәл итмәк кәрәк? Аллаһ Тәғәлә һынауҙарҙы яратҡан кешеләренә ебәрә бит.
Ирина менән Фәнис Хафизовтар өс балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙарының икәүһе ситтә үҙаллы донъя көтә, кинйәләре ауыл мәктәбендә быйыл бишенсе класты тамамлаған. Ғаилә башлығы Себергә йөрөп аҡса эшләй, йорттоң бөтөн мәшәҡәттәре – хужабикә иңендә. Ирина ханым да, бәләкәй ҡыҙы ла дин юлында.
– Малаяҙҙан имам-хатип Хәмзә хәҙрәт ауылыбыҙға килеп дәрестәр үткәрә, – ти ҡыҙ. – Ете бала йөрөйбөҙ, динебеҙ нигеҙен, ғәрәпсә яҙырға, уҡырға өйрәнәбеҙ. Барыбыҙға ла оҡшай. Ислам тәрбиәһе дөрөҫ йәшәргә, тормошто, кешеләрҙе яратырға өйрәтә.
Салауат районы.