“Йәнгүҙәй”ҙең рух сәфәре26.06.2018
“Йәнгүҙәй”ҙең рух сәфәреРайоныбыҙҙың Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби берекмәһе ағзалары билдәле яҙыусы, журналист Әхмәр Үтәбаев менән берлектә Әбйәлилдәге “Йәйғор” ижадсылары янына осрашыуға юлланды. Баймаҡ делегацияһын ике төбәктең сигендә үк ҡаршы алып, Ҡырҙас ауылы мәҙәниәт йортона алып килделәр.


Беҙҙә бындай осрашыуҙар йыш булып тора. “Йәнгүҙәй”ҙәр төрлө ауыл китапханаларына, мәктәптәргә йөрөп, халыҡ менән аралаша, әҙәбиәткә ҡағылышлы һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Сибай ижадсылары ла – яҡын дуҫыбыҙ, кәңәшсе­беҙ, фекерҙәшебеҙ. Әбйәлил­дәр менән сираттағы осрашы­уыбыҙҙың маҡсаты ла – тәжрибә уртаҡлашыу майҙанын киңәйтеү, эшмәкәрлек сифатын яҡшыртыу, яңы исемдәр асыу.
Тәүге һүҙҙе “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалған Мәүлит Ямалетдинов алып, оло үрнәк булыр­лыҡ хеҙмәт һөҙөмтәләре хаҡын­да һөйләне. Әбйәлил, Белорет, Учалы, Бөрйән райондары ижадсыларының бергә килешеп эшләүе күңелебеҙҙә һоҡланыу тойғоһо уятты. Улар балалар өсөн яҙыуға, шундай әҫәрҙәрҙе китап итеп баҫты­рыуға айырым иғтибар бүлә. Әҙәбиәткә һәләтле йәштәрҙе күпләп йәлеп итергә, яңы исемдәр асырға тырышалар. Шул уҡ ваҡытта әҫәрҙәрҙең уҡымлылығына талап көслө.
Артабан ошо ойошмаға ҡараған “Йәйғор” ижади берек­мәһе­нең эш тәжрибәһе менән таныштырҙылар. Һөҙөмтәлә баймаҡтар ҙа “Ҡуңыр буға”ға ҡушылыу теләген белдерҙе, был йәһәттән тейешле тәҡдим­дәр ишетте. Унан осрашыуҙа ҡатнашҡан һүҙ оҫталары шиғырҙарын уҡыны, фекер алышты. “Әҙәбиәткә һөйөү ғаиләлә һалына. Яҡындарыбыҙ күңелендә был тойғоно тәрбиәләү һәр беребеҙҙең тәүмаҡсатына әйләнергә тейеш”, – тине яҙыусы Иҙрис Ноғоманов. Ул сәхнәгә бар яҡлап талантлы булып үҫеп килгән ейәнсәрен дә сығарҙы. Әҙиптең һүҙҙәре дәррәү хуп­ланды.
Сәхнәгә йәш ҡәләм тирбә­теү­се­ләр ҙә күтәрелде, уларға изге теләктәр, тәҡдимдәр етке­релде. Берҙәмлектә – көс. Ошондай фәһемле осра­шыуҙар артабан да уҙғарылыр, тәжрибә майҙаны киңәйгәндән-киңәйер, ижад ҡанаттары нығыныр тигән ышаныстабыҙ.

Рәйсә ИҪӘНБАЕВА,
“Йәнгүҙәй” әҙәби берекмәһе ағзаһы.


Баймаҡ районы.


Вернуться назад