Хеҙмәт баҙарында Бөрө медицина-фармацевтика колледжы әҙерләп сығарған белгестәргә ихтыяж ҙур, шуға ла уларҙың 90 процентҡа яҡыны һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Бында ҡабул итеп, уҡытып, ҡулдарына диплом тапшырып сығарыу менән генә сикләнеп ҡалмайҙар, эшле итеү яғын да хәстәрләйҙәр. Ә быға, нигеҙҙә, медицина-иҫкәртеү учреждениелары менән килешеү нигеҙендә өлгәшәләр. “Ауыл фельдшеры” программаһына эләгеп, биш уҡыусы грант алған. “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы, үҙәк район дауаханалары белгес кәрәклеге хаҡында колледжға алдан заявка бирә. Шулай уҡ коммерция дарыуханаларында ла фармацевтарға ихтыяж бар. Липецк, Пермь, Ҡазан ҡалаларынан да саҡырыу алғандар.– Беҙҙә уҡып һөнәр алырға теләгәндәр ифрат күп. XI класты тамамлағас та, IX кластан һуң да ҡабул итәбеҙ. Көндөҙгө бүлектә лә (әле мең самаһы студент иҫәпләнә, уларҙың яртыһынан күберәге – бюджет нигеҙендә), ситтән тороп та уҡырға мөмкин. Хатта үҙҙәрендә ошондай уҡ колледж булған төбәктәрҙән дә киләләр. Сәбәбен беҙҙә төплө белем бирелеү менән аңлаталар. Уныһы дөрөҫтөр, сөнки барлыҡ уҡытыусылар ҙа үҙ эшен яҡшы белә, ижади ҡарашлы, заман талаптарын аңлай. Береһен дә айырып телгә алғым килмәй, шуны ғына әйтәм: һәр ҡайһыһы – үҙ урынында, – тип колледж менән таныштырҙы уның директоры профессор Ниля Белобородова.
Рәсәй, Волга буйы федераль округы, республика кимәлендәге һөнәри конкурстарҙа колледж гел тәүге урындарҙа. Былтыр, мәҫәлән, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы 100 мәғариф учреждениеһы” иҫәбенә инеп, диплом яулаған. Башҡорт дәүләт медицина университеты менән эшлекле хеҙмәттәшлек үҙ һөҙөмтәһен бирә: баш ҡала профессорҙары килеп дәрестәр бирә, ғилми эшмәкәрлек алып бара.
Бөтә Рәсәй олимпиадаларында – 8, халыҡ-ара олимпиадаларҙа – 14, Волга буйы федераль округы олимпиадаларында ҡатнашып, 9 призлы урын яулауға өлгәшкәндәр. Мәҫәлән, быйыл март айында Әлсинә Харисова Волга буйы федераль округы буйынса Тольятти медицина колледжында үткән конкурста алдынғылыҡты яулап, үҙ уҡыу йорто намыҫын яҡлаған. Илида Кучаева иһә Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында “Шәфҡәт туташы эше” һөнәри оҫталыҡ буйынса беренсе урынға лайыҡ булған.
Бөрө студенттары спортта ла һынатмай. ГТО буйынса ҡала күләмендәге ярыштарҙа алтын, көмөш, бронза миҙалдар яулаған.
Уҡыу йортоноң тарихына арналған музейҙа республикала дарыуханаларҙың үҫеш осорон сағылдырған бай йөкмәткеле экспозиция менән танышырға була.
Йәнә колледждың ғорурлығы – дауалау-иҫкәртеү һәм фармацевтика учреждениелары эшмәкәрлеген сағылдырған ҡеүәтле техник база. Кабинеттарҙа муляждар, заманса ҡорамалдар ярҙамында студенттар практик тәжрибә туплай. Уҡыу йортонда электрон документтар менән эшләгән ысын дарыуханала шөғөлләнәләр. “Һаулыҡ” тип аталған бүлексәлә студенттар сәләмәтлекте тикшереү нигеҙҙәрен өйрәнә.
Бөрөләге был уҡыу йортон элек-электән яҡшы беләләр тиһәк, яңылыш булмаҫ. 1934 йылда барлыҡҡа килгән, бай тарихлы ул. Заман, әлбиттә, үҙгәрештәрен индерә тора. Мәҫәлән, 2005 йылда, медицина һәм фармацевтика колледждары берләштерелеп, яңы урта һөнәри белем биреү колледжы барлыҡҡа килә. Ә 2010 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән колледж автономиялы белем биреү учреждениеһы статусын ала.
Әле бында яҡын-тирәләге райондарҙан ғына түгел, ә тотош республиканан, мәҫәлән, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Йылайыр, Баймаҡ кеүек алыҫ төбәктәрҙән дә килеп уҡыйҙар. Ҡабул итеү, һөнәри белем биргән башҡа колледждарҙағы кеүек үк, конкурс нигеҙендә үткәрелә. Йәштәр дауалау, шәфҡәт туташы эше, лаборатор диагностика, фармация, акушерлыҡ, ауырыуҙарҙы тәрбиәләү буйынса кесе медицина хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бүлектәрҙә ҙур теләк менән уҡый. “Санитар” һөнәренә эйә булғандарға ла сертификат алыу талап ителә башланы. Шунлыҡтан үҙәк район дауаханалары менән килешеү нигеҙендә санитарҙарҙың белемен камиллаштыралар. Ҡыҫҡаһы, эшле булам тиһәң, Бөрөләге уҡыу йортон һайла!..
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһенән:– Бөгөн һәр биләмәне үҫтереүҙә төп этәргес көс – тәү сиратта хеҙмәт, шул иҫәптән интеллектуаль ресурстар. Республиканың илселеге ижади һәм инициативалы белгестәрҙең, бөтә өлкәләрҙә ыңғай үҙгәрештәр тәьмин итергә һәләтле йәштәрҙең компетенцияһына, талантына бәйле.
Төп бурыстарҙың береһе – йәштәрҙең ҡеүәтен үҙебеҙҙә, республикала тулыһынса файҙаланыу, уҡыу, фән менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙы перспективалы эш менән тәьмин итеү.