Киленгә лә тәрбиә кәрәк04.05.2012
Балаларҙы тәрбиәләү — ғаилә башлыҡтарының изге бурысы. Әлбиттә, һәр кем үҙ сабыйын яҡыныраҡ күрә, шул уҡ ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сит кешенең балаһы ла ҡәҙергә, йылы һүҙгә мохтаж икәнлеген онотоу ғәҙәте бар. Был килендәргә лә ҡағыла, сөнки улар, үҙ ата-әсәһенән айырылып, яңы ғаиләлә тормош башлай. Бүтән йортта тәртип тә, мөнәсәбәттәр ҙә башҡаса булыуы тәбиғи.
Ғаиләгә яңы килгән йәш бала бындағы ҡағиҙәләргә күнегергә тейеш. Ошо саҡта уға ҡарата ата-әсәнең айырыуса иғтибарлы, сабыр һәм күркәм мөғәмәләлә булыуы мөһим. Ғаилә башлыҡтары, бүтән балаларының тәртибен күҙәткән, холҡон төҙәткән кеүек үк, киленгә лә тейешенсә илтифат бирһә, яңы йортҡа өйрәнеү ваҡытында уға терәк, яҡлаусы вазифаһын үтәһә ине.
Кеше ғүмер буйына тәрбиә ала. Киленде яңы тәртипкә битәрләп, йәберләп түгел, ә яҡшы һүҙ, яҡты йөҙ менән өйрәтеү кәрәк. Ул — үҙе бер шәхес, шуны онотмағыҙ. “Йәштәр үҙҙәре белә. Беҙгә насар һүҙ әйтмәһә, үҙ-ара татыу икән, шул еткән”, — тип ҡарау дөрөҫ булмаҫ. Атай менән әсәй үҙ балаларын ғына тәрбиәләп, киленде иғтибарҙан ситтә ҡалдырһа, ғаилә ағзалары араһында мөнәсәбәттең боҙолоуы, яғымлылыҡтың юғалыуы ихтимал. Ә яғымлылыҡ юҡ ерҙә кеше тәрбиәле була алмай. Тәрбиәнән мәхрүмлек иһә әхлаҡһыҙлыҡҡа юл аса.


Вернуться назад