Тешең һыҙлаһа...20.03.2018
Тешең һыҙлаһа...Теш табибы бүлмәһе алдында байтаҡ кеше ултыра, һәр береһе үҙенең сиратын көтә. Оло ағай янына яңағын тотоп бер егет килеп ҡунаҡланы. Тегеһе: “Тешең һыҙлаймы, улым, ҡысҡырыуыңа ҡарағанда, түҙерлек түгелдер”, — тигән һорау бирҙе.


Егет күҙен аҡайтып ҡараны ла: “Тешем һыҙламаһа, ошонда килеп ултырмаҫ инем, күреп тораһың бит, ҡарт мөртәт”, — тип яуап ҡайтарҙы. Оло ағай туҡтарға уйламаны ла: “Һин бик бәхетле кеше, улым, һыҙларлыҡ тешең булғас, Хоҙайға рәхмәт әйтеп йәшәргә кәрәк, ашаған әйбереңдең тәмен татып беләһең, сәйнәйһең, кимерәһең, ашаған аҙығыңа рәхмәт әйтәһең. Хәҙер минең сиратым етә, ныҡ һыҙлағас, һин инерһең, ә мин һуңынан һинең сиратыңда булырмын. Теш табибы — бик һәйбәт белгес Зилә Илсур ҡыҙы Мәрҙәмшина, һыҙлауын хәҙер генә баҫыр. Бар, ин!” — тип йәш егетте бүлмәгә индереп ебәрҙе. Оҙаҡ та үтмәй егет яҡты сырай менән табип бүлмәһенән килеп сыҡты ла: “Олатай, ҙур рәхмәт һиңә, үтә кешелекле икәнһең, йөҙ йәшәргә яҙһын”, – тип уның ҡулын ҡыҫты.
Ысынлап та, Өфөләге 2-се республика клиник дауаханаһының стоматология бүлексәһе табибы З.И. Мәрҙәмшина хаҡында кешеләр тик маҡтап ҡына һөйләй, уның ауырыуҙарға ҡарата булған йылы мөнәсәбәте һәр кемгә ыңғай йоғонто яһай, һауыҡтырған һымаҡ итә. Ул — ҙур тәжрибәле табип та, дүрт малай үҫтергән әсә лә. Бәлки, шуғалыр, һәр кешене аңлай, уға ихлас күңелдән ярҙам итергә тырыша, унда табип менән кешелеклелек сифаттары үрелеп бара.


Вернуться назад