“Беҙҙең Файза”20.03.2018
“Беҙҙең Файза”Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында фельдшер-акушер булып эшләгән Файза Далха ҡыҙын ауыл халҡы яратып шулай тип атай. Бар булмышы менән ауылдаштарының һаулығы һағында торған аҡ халатлы фәрештә ул. Уның өсөн ял да, байрам да юҡ. Тәүлектең ниндәй генә ваҡыты, ниндәй генә һауа торошо булыуына ҡарамаҫтан, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә ашыға.
Файза Хәсәнова, 1991 йылда Өфө ҡалаһындағы медицина училищеһын тамамлағас, Аҡморон участка дауахана­һына эшкә килә. Тырыш, бөтмөр ҡыҙҙың уңғанлығын, бар ҡушылғанды намыҫ менән башҡарыуын күреп, уны Иш­бирҙе ауылына эшкә ебәрәләр. Бында ла ул һынатмай, бына өс тиҫтәгә яҡын йыл яратҡан һөнәренә тоғро хеҙмәт итә.
Файза Далха ҡыҙында шу­ныһы һоҡландыра: ауырыуҙы ҡабул иткәндә уны айырым бер иғтибар, ихласлыҡ менән тыңлай, фәһемле кәңәштәр биреп йыуатып, күңелен күтә­рергә тырыша. Уның игелекле мөнәсәбәте сирлелә өмөт уята. Укол-дарыуҙары менән генә түгел, матур-матур һүҙҙәре менән дә йәнде дауалай. “Беҙҙең Файза килен менән һөйләшеү – үҙе бер ғүмер. Сирләп килгәнеңде лә онотаһың”, – ти ауылдаштары уның хаҡында.
Бөтөн фиғеле менән ҡойоп ҡойған шәфҡәт туташы инде ул! Илдә барған ҡулайлаштырыу сәбәпле, бер үк ваҡытта Файза апайыбыҙға фельдшер ҙа, акушер ҙа, санитар ҙа, ут яғыусы ла, иҙән йыуыусы ла булып эшләргә тура килә. Был хәҡиҡәтте бер нисек тә инҡар итеп булмай.
– Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү мөһимерәк. Шунлыҡтан беҙ диспансер­лаштырыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ, – ти Файза Хәсәнова. — Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, балалар­ҙың һаулығын нығытыу буйынса ҙур саралар күрелә. Бер кем дә сәләмәтлегенә битараф булмаһын ине. Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмеребеҙҙе ҡәҙерләп, һаулыҡта-шатлыҡта йәшәйек.
Файза апай һәм уның тормош иптәше Йәмил ағай Хә­сәновтар – Ишбирҙе ауылының уңған, өлгөлө ғаиләләренең береһе. Улар дүрт балаға ғүмер биргән. Өлкән улдары, Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, инженер булып эшләй. Ҡыҙҙары Гөлфиә әсәһенең юлын һай­лаған. Бөгөн ул — Магнитогорск ҡалаһындағы медицина училищеһының һуңғы курс студенты. Туғыҙынсы класта уҡыған Илгинә лә әсәһенең һөнәрен үҙ иткән: медицина училищеһына барасаҡ. Төп­сөктәре Ильназ III класта белем ала.
Файза апай — уңған хужа­бикә лә. Йәйен баҡсаһы хуш еҫле сәскәләргә күмелә. Өйөн дә сынъяһау итеп тота.
Сирек быуаттан ашыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән белгес — юғары категориялы фельдшер-акушер. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостан Республика­һының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Ә ишбирҙеләр өсөн Файза Далха ҡыҙы — ысын мәғәнә­һендә фәрештә.



Вернуться назад