Бәхетте күктән көтмәһендәр04.05.2012
Мосолмандар, ғибәҙәт ҡылыу менән бер рәттән, донъя эштәрен дә теүәл алып барырға бурыслы. Был хаҡта бик фәһемле хәҙистәр бар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер ҡалаға килә. “Беҙҙә ныҡ иманлы, мәсеттән сыҡмайынса ғибәҙәт ҡылыусы кеше бар”, — тиҙәр уға.
— Ә ғаиләһе бармы икән? — тип һорай пәйғәмбәр.
— Эйе, — тиҙәр.
— Атай кеше мәсеттән сыҡмағас, кем ҡарай һуң балаларын?
— Ҡустыһы бар, ул үҙенең ҡатыны менән балаларын да, ағаһының ғаиләһен дә туйындыра, кейендерә...
— Тимәк, ҡустыһы ағаһына ҡарағанда иманлыраҡ, — тип һығымта яһай Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ошо хәҙистән күренеүенсә, Әҙәм балаһы ваҡытының яртыһын Аллаһ Тәғәләгә бағышлап аят уҡыу менән үткәрһә, ҡалғанын донъя көтөүгә бүлергә тейеш. Ғүмеренең күп өлөшөн фәҡәт ғибәҙәткә арнаған кеше үҙен дә, ғаилә ағзаларын да мохтажлыҡҡа дусар итә. Башҡалар көнөнә ҡалмау, өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ булһын өсөн хәләл көсөңдө түгергә тейешһең. Намаҙ һис бер ваҡытта ла артыҡ ваҡытты талап итмәй. Донъя эштәрен дә, ғибәҙәтебеҙҙе лә ваҡытында, теүәл үтәргә насип ит, Аллаһ Тәғәлә!


Вернуться назад