Инвалидтарҙың тормош-көнкүрешен еңеләйтеү, үҙаллы хәрәкәт итеү өсөн мөмкинлектәрен киңәйтеү маҡсатында ҡабул ителгән “Асыҡ мөхит” республика программаһы үҙ емештәрен бирә. Хөкүмәт ҡарарының тормошҡа ашырыла башлауына ла — ни бары ете ай.
Сер түгел, баш ҡаланың дәүләт хеҙмәте биналарына, сауҙа предприятиеларына, мәҙәниәт йорттарына инвалидтарҙың иркен, тотҡарлыҡһыҙ инеүе өсөн уңайлыҡтар оҙаҡ йылдар ҡаралманы. Хатта эргәбеҙҙә ошондай ярҙамға, аңлауға мохтаж кешеләрҙең барлығын, уларға тормош көтөүҙә икеләтә күберәк ауырлыҡтарҙы еңергә тура килгәне күп ваҡыт уйыбыҙға ла инеп сыҡмай. Ә бит, донъя булғас, көн дә аҙыҡ-түлек алырға магазинға, дарыу эҙләп дарыуханаға, поликлиникаға йөрөргә лә тура килә.
Өфөлә үҙенең автотуҡталышы булған 986 сауҙа предприятиеһының 41 проценты инвалидтар өсөн машина ҡуйыу урындары билдәләгән, юл күрһәткестәрен ҡуйған. Ҡалғандары ла ошо эште оҙаҡҡа һуҙмай башҡарырға ниәтләй.
“Асыҡ мөхит” программаһына ярашлы, дүрт меңдән ашыу сауҙа нөктәһендә коляскала хәрәкәтләнеүселәр өсөн пандустарҙың барлығы-юҡлығы, торошо тикшерелеп, талаптарҙы һанға һуҡмаған хужалар алдына хатаны мотлаҡ төҙәтеү бурысы ҡуйылды. Әлегә ошо сауҙа предприятиеларының ни бары өстән бер өлөшө коляскала ғына йөрөү мөмкинлегенә эйә инвалидтарҙы ҡабул итә һәм хеҙмәтләндерә ала. Шулай ҙа бөгөн 1081 магазиндың пандустар, яйланмалар менән төҙөкләндерелеүе физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр тураһында хәстәрлек күреүҙең асыҡ сағылышы һәм башҡалар өсөн дә матур миҫал булып тора.
Тикшереү һөҙөмтәһендә ике меңдән ашыу предприятиеның яйланмалар ҡуйыуға мохтажлыҡ кисермәүе лә асыҡланған, сөнки асфальт юл менән сауҙа залы иҙәне бер үк кимәлдә һалынған.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.