Хужа ҡаҙағы22.06.2018
Хужа ҡаҙағыКүҙ алдындағы томан таралғас, Мөҙәрис үҙенең өҫтөнә эйелгән ауыҙ-моронон битлек менән ҡаплаған аҡ ҡалпаҡлы кешене күрҙе, ләкин уйҙары ҡарашы артынан өлгөрә алманы – хәтеренә бер нәмә лә килмәне. Әйтерһең, башындағы бар мәғлүмәтте юйып ташлағандар.
Ҡапыл тәненә бер юлы мең энә ҡаҙалдымы ни! Ауыртыуҙан ыңғыраш­ҡанда “аҡ ҡалпаҡ”тың кемгәлер уның яраларын бәйләргә ҡушып:
– Йәшәйәсәкһең, һалдат! Йәшәргә тейешһең! – тигәнен ишетеп, ысынбар­лыҡҡа әйләнеп ҡайтты. Тимәк, ул госпитал­дә... Яраланған... Нисек булды һуң әле ул?..
...Дивизия командирының бойороғо буйынса уларҙың полкын Курск дуғаһының ҡап уртаһындағы һыҙатты һаҡларға ебәрҙеләр. Бындай көслө ҡаршылыҡты көтмәгән дошман утлы табаға баҫҡандай булды. Үрле-ҡырлы һикерәнләп, ҡулсаны йырырға маташты. Фашистар, ажарланып, Мөҙәристәр оборона тотҡан позицияларға ташланды. Уларҙың полкы Башҡортостанда төҙөлгәйне. Бына әле таң менән көнсығышҡа ынтылған немец илбаҫарҙарының юлына арҡыры торҙолар. Яланды ҡап урталай киҫеп һыҙылған нығытмаларынан ут ямғыры яуҙырып ҡаршыланылар үҙҙәрен.
Ә пехотаны эйәрткән дошман танктары, иҙән ярығынан сыҡҡан тараҡандарҙай, уларға ҡарай шыуышты ла шыуышты. Беҙҙең артиллерия ла көслө яуап бирҙе. Һауаны төтөн солғаны, тирә-йүн дары еҫе менән тулды. Әйләнә-тирәлә снаряд шартлауынан ҡолаҡ тондо.
Тәүге һөжүмде уңышлы кире ҡаҡтылар. Ике сәғәт үтеүгә, тағы алыш башланды. Мөҙәристең пулеметы сәғәт кеүек эшләне: “Ты-ты-ты-ты... Ты-ты-ты...” Унан саҡ ҡына уңдараҡ йәш егет урын алғайны. Дисктарын алмаштырғанда ғына күреп ҡала: мылтығынан дошман һалдаттарын сүпләп маташа. Сираттағы тапҡыр ҡайырылып ҡараны ла ҡатып ҡалды. Окоп төбөндәге тупраҡ өйөмөндә егеттең хәрәкәтһеҙ ятыуын шәйләне. Мөҙәрис һикереп тороп уға ташланғайны ла, үҙенә ҡарай йүгергән немецтарҙы күреп, кире пулеметына йәбеште: “Ты-ты-ты-ты... Ты-ты-ты... Мә, фашист, алҡымыңа тығыл!” Башҡа бер нәмәне лә күрмәне ул, хәлдән тайғансы атты ла атты.
Ҡапыл көслө шартлау яңғыраны. Күҙ алды ҡараңғыланып, Мөҙәрис упҡынға осто... Әле бына ялан госпиталендә иҫенә килде. Тәненә ҡаҙалған ярсыҡтарҙы йәнен өҙә яҙып сүпләп алғандан һуң, йәрәхәт­тәрен бәйләп, артабан дауаланыу өсөн уны тылға ебәрҙеләр.
Курск эргәһендәге утлы мәхшәрҙән алып сыҡҡан байтаҡ яралыны Воронеж ҡалаһындағы госпиталгә килтереп урынлаштырҙылар. Мөҙәрискә операция артынан операция яһанылар. Хатта, аяғыңды ҡырҡмағайы, тип ҡурҡыттылар. Көн төндө алмаштырҙы, төн – көндө. Көҙ үтеп, ҡыш та етте.
Ауыртынып-һыҙланып хәрәкәтһеҙ ятҡан һалдат күңеленән өйөнә ашҡынды. Миһырбанлы шәфҡәт туташынан ғаиләһенә хат яҙҙырғайны, бер аҙҙан Нәфисәһенән яуап алды. Унда ла еңел түгел. Ике баланың – Нәғиме менән Гөльямалының тамағын туйҙырыуҙы ла хәстәрләргә, колхоз эшенә лә өлгөрөргә, үҙ хужалығыңды ла ҡарарға кәрәк. Көндәлек нормаңды тултырмаһаң, бер ус ондан йә ярманан да ҡолаҡ ҡағаһың. Ярай ҙа Нәфисәһе хәстәрлекле: күҙ терәп торған һыйырҙарын һаҡлап алып ҡалған. Аҡ ҡотҡаралыр балаларын.
Ҡатынын бигерәк йәлләп ҡуйҙы Мөҙәрис. Ауылдары янында бәләкәй генә кирбес заводы бар – шунда эшләткәндәр үҙен. Көҙгө һыуыҡта балсыҡ тапап иҙеп, һалҡын алдырҙым, әлдә улыбыҙ ҡул араһына инде, тигән. Хәҙер бар йыуанысы өйҙән килгән шул хаттарҙа Мөҙәристең. Тик һуңғы арала күңеленә шик төштө, эсен ҡорт кимерә башланы. Инде оҙаҡламай яҙ етә, күгүләнгә аяҡ баҫалар, ғаиләһенә еңелерәк булыр тип ятҡанда, Нәфисәһенән шомло хәбәр алып ҡуйҙы. Хат ҡатынының исеменән булһа ла, ниңәлер сит кеше ҡулы менән яҙылғайны. Етмәһә: “Хәҙер эшкә йөрөмәйем, өйҙә генә ултырам”, – тиелгән. Нимә йәшерәләр унан? Ниңә тураһын әйтмәйҙәр? Башына ҡырҡмаһа ҡырҡ уй ояланы. Шулай шөбһәләнеп ята торғас, йоҡлап киткәнен дә һиҙмәй ҡалған. Төшөндә ул Нәфисәһен күрҙе. Тик ниңәлер колхоз рәйесе Абдрахмандың ҡатыны икән тип. Ул яуызы тыштан өй ишеге йәнәшәһенә ҡағылған ҡаҙаҡты һурып алмаҡсы итә, имеш. Ә Нәғиме уның ҡулына сат йәбешкән... Манма тиргә батып, ҡурҡып уянып киткәнендә янына шәфҡәт туташтары йыйылғайны. Күрше карауаттан берәү шаяртып маташты:
– Нимә, атакаға китеп бараһыңмы, һалдат?
Мөҙәрис төшөн нимәгә юрарға ла белмәне. Хәйер, ул Абдрахман ғүмер бу­йы уның Нәфисәһенә ымһынып йәшәне. Үҙен тиңһенмәй, ҡыҙҙың башҡаны һайла­уын ауыр кисерҙе. Ә йәштәр быға әллә ни әһәмиәт бирмәне. Киске уйында ауылдың иң шәп егете ауылдың иң матур ҡыҙының яулығын муйынына бәйләп, парлашып бейергә төшөп китерҙәр, донъя­ларын оноторҙар ине. Шулай ҙа сос Мөҙәрис күҙ ҡырыйы менән Абдрахмандың бер яҡ ситтә уртын сәйнәп торғанын күреп, эстән генә тантана итә.
Әле бөтә ирҙәр фронтта. Ә ул бронь менән ауылда тороп ҡалды. Хәҙер, ана, үҙе баш, үҙе түш булып, ҡуҡрайып йөрөп ята, ти. Бер хатында Нәфисәһе: “Иллә ҡотора Абдрахман. Һалдаткаларҙы ыҙалата. Сабир менән дошман инеләр. Әле, уның һуғышта булыуынан файҙа­ланып, ғаиләһен ҡырып һалды. Бер ус ашлыҡ урлаған ҡатынын төрмәгә ебәрт­терҙе. Балаларын, башаҡ артынан барһа – баҫыуҙан, утынға барһа, урмандан ҡыуып ҡайтарҙы. Өсәүһе лә ҡышҡы сасҡау көндә яғылмаған өйҙә аслыҡтан үлеп ятҡан”, – тип яҙғайны.
Әллә, ауырлыҡтарҙан файҙаланып, Нәфисәһен дә үҙ яғына ауҙарғанмы Абдрахман? Бәлки, ҡатыны ла тормош бер аҙ еңеләйер, тип өмөтләнгәндер. Тиккә генә “эшләмәйем, өйҙә ултырам” тимә­гәндер. Рәйес башы менән бисәһен баҫыуға йә кирбес заводына ҡыуып сығармаҫ бит?..
Башҡа һыймаҫлыҡ уйҙар яфаланы Мөҙәристе. Аяғына баҫа алһа, былай аптырап ятмаҫ, фронтта булһа, ундай хәшәрәткә бер патрон етер ине. Тамам тәҡәте ҡороғас, эсен кимергән ҡорттан ҡотолорға теләгәндәй, уйын баяғы ҡаҙауға күсерҙе. Һа-а-ай, бар ине йәш, күңелле саҡ! Бына үҙҙәренә яңы өй һалалар. Нәфисәһе менән мүк тығырға килгәндәр. Көн эҫе. Айранлы турһыҡты ҡайҙа ҡуйырға ла белмәне Мөҙәрис. Ары һуғылды, бире һуғылды ла, кәрәк-яраҡ араһынан ҙур тимер сөй алып, ишек эргәһенә бүрәнәгә ҡаҡты. Турһығын шунда элгәс, күңеле булып ҡарап торҙо. Шунан бирле ошонда йә кейемен, йә төйөнсөк-маҙарын ҡуйыр булды.
Ҡыш уртаһында Мөҙәристе, Һарытауға күсерәбеҙ, тинеләр. Беҙгә фронттан күпләп ауыр яралыларҙы килтерә башланылар, урын етешмәй, тип аңлаттылар. Һөйөнөп ҡабул итте яңылыҡты һалдат. Һарытау... Унан Башҡортостанға яҡын бит. Их, тиҙерәк һауыҡһасы. Рөхсәт итһәләр, ҡабат фронтҡа китер алдынан ауылына һуғылыр ине.
Шөкөр, теләгәне юш килде. Һарытауға күсеп, өс ай дауаланғас, аяҡҡа баҫты. Алтын ҡуллы табиптар үҙ аяғында атлап йөрөү бәхетен бүләк итте. Ҡырҡабыҙ, тип ҡурҡытҡан һүҙҙәре лә тормошҡа ашманы. Сатанлап ҡалды-ҡалыуын, әммә күпте күргән яугиргә уныһы бүстәк. Комиссия хәрби хеҙмәттән бушатты, ауылына ҡайта ул хәҙер. Нисауа, һуғыш бөтөүгә табан бара, инде ҡабаттан туйҙар гөрләр, йорттар һалыныр!
...Өфөнөң тимер юл вокзалына килеп төшкәс тә йөрәгенең ашҡыныуы баҫыл­маны. Май ҡояшы аҫтында хуш еҫ таратып ултырған муйыл, алмағастар янынан урам буйлап ашығып атланы. Ҡаршыһына килгән һәр кешелә танышын эҙләне. Ҡайҙа ул! Берәү ҙә осраманы. Уның ҡарауы, барыһы ла уға ихтирам менән ҡарап, баш ҡағып иҫәнләшеп үтә ине. Йөҙҙәр ҙә яҡтыра төшкән, ни тиһәң дә, һуғыштың иң ауыр осоро уҙҙы. Совет ғәскәрҙәре дошманды илдән тотош ҡыуып сығарҙы тиерлек. Бөгөн алыштар хатта Румынияның төньяғында тиерлек бара. “Ҡас, фашист! Инде туҡтата алмаҫһың беҙҙекеләрҙе. Теге саҡ Курск мәхшәренән йөҙҙән дүрт һалдат ҡына иҫән сыҡты, – шулар араһында Мөҙәрис тә бар, – мәгәр еңелмәнеләр. Хәҙер ҡайтып, тылда ла тәртип урынлаштырырбыҙ”, – тип ярһып уйланы яугир.
Ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа юлда осраған ылау-фәләнгә ултырып, кискә генә район үҙәгенә барып инде ул. Белештәрендә йоҡлап сыҡты ла таң менән ҡабаланып ауылына йүнәлде. Бер-ике саҡрымдай киткәндер, ҡаршыһына фронттан ҡулын өҙҙөрөп ҡайтҡан ауылдашы Сабир осраны. Йомош менән райүҙәккә китеп барыуы икән. Бик йылы иҫәнләштеләр. Мөҙәрис тел осонда ғына торған һорауын бирергә ашыҡты:
– Минекеләр... Минекеләр ни хәлдә?
Сабир ҡарашын ситкә алды. Шулай ҙа өндәшмәй боролоп китеүҙе ярамаған эш һанап:
– Һинекеләр иҫән. Ҡатының да, улың менән ҡыҙың да... Ҡалғанын үҙең ҡайтҡас белерһең, – тине лә юлын дауам итергә ашыҡты.
Ауылдашының һуңғы һүҙҙәре Мөҙә­рискә күҫәк менән килтереп һуҡҡандай тәьҫир итте. Тимәк... Тимәк, бушҡа хафаланмаған. Ниҙер булған! Тиҙерәк ҡайтып етергә кәрәк! Шулай уйлап, тешен ҡыҫып шәп-шәп атлаһа ла, тыуған еренә яҡынайған һайын икеләнеүе көсәйә барҙы: “Һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡһа, ни эшләр һуң? Дошманға ике уйлап тормай айбарланып ташланһаң да, кешеләр араһына ҡылыс болғап барып инеп булмай бит. Әллә кире боролорғамы?” Юл ситендә бер аҙға ғына туҡтап ҡалды ул. Ниндәй ҡарарға килергә... Шулай ауылын, йортон күрмәй боролоп китерме? “Юҡ инде, ҡайтып, бөтәһен дә үҙ күҙҙәрем менән күрмәйенсә... Мин бит һалдат! Фашист менән йөҙгә-йөҙ осраш­ҡанда ҡурҡмағанды, үҙ өйөмдә генә тәртип урынлаштырырға хәлемдән килер!” – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә алға уҡталды ул.
Бына Шайтан үренә лә етте. Унан ауылға ҡул һуҙымы ғына ара ҡала. Ана, уның йорто! Үрҙе төшөп, Татлы йылғаһын аша сығыу менән ихатаһының кәртә артына барып сығасаҡ.
Мөҙәрис ашҡыныуҙан йылғалағы һыуҙың һалҡынлығын да һиҙмәне. Малай саҡтағылай шаптыр-шоптор кисеп сыҡты ла артҡы ҡапҡа төбөнә боҫто. Тауышланмаҫҡа тырышып, ҡапҡа эсенә күҙ һалды. Ҡарашы иң тәүҙә асыҡ һауалағы усаҡлыҡҡа төштө. Бәләкәй мейес алдында уға арты менән ҡатыны баҫып тора. Ир алға уҡталып-уҡталып ҡуйҙы, ләкин үҙен тиҙ ҡулға алды: “Туҡта, сабыр ит”. Нәфисәһе ҡулындағы ҡалаҡ менән ҡаҙан болғата. Тирә-йүнгә тәмле еҫ таралған. Мөҙәрис тамшанып ҡуйҙы. Унан күҙҙәре менән өй ишеген эҙләне. Ябыҡ. Ҡапыл ҡарашы ишек янындағы дәү ҡаҙаҡта эленеп торған төйөнсөккә ҡаҙалды. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте: “Кемдеке? Кем йорт хужаһы элә торған урынға әйберен ҡуйырға баҙнат иткән? Әллә... Абдрахман уның өйөнә күсеп килмәгәндер ҙә? Китсе, булмаҫтайҙы...” Ә бит ваҡытында ул эштән ҡайтып, ошо ҡаҙаҡҡа муҡсайын элер ҙә артҡы ҡапҡанан йылғаға йыуынырға төшөр ине. Шул арала өйҙән кемуҙарҙан балалары йүгереп сығып, төйөнсөктө күргәс тә, бөтә урамға яр һала:
– Атай ҡайтҡан! Атай ҡайтҡан!
Был шатлыҡлы ауаздарҙы ишетеп, Мөҙәристең күңеле тула, йөҙөнә йылмайыу йүгерә. Бөтә бәхете ана шул ҡаҙаҡта тупланған кеүек тойола. Хатта ҡатыны, шаяртып, уны “хужа ҡаҙағы” тип йөрөтә торғайны...
Ирҙең уйын бүлеп, йорт ишеге асылып китте лә улы күренде. Аһ, һин уны, ҡайһылай үҫкән! Тамам егет булған! Тауышҡа Нәфисә лә һиҫкәнде. Ҡулындағы ҡалағы ергә төшөп китте. Ул эйелеп, ирен аптыратып, эргә-тирәне ҡапшай башланы, әйберен таба алмай ҡаңғырҙы. “Бәй, ана ята бит ҡашығың!” – тип ҡысҡырып ебәреүҙән саҡ тыйылды Мөҙәрис.
Нәғим шәп-шәп атлап ҡаҙан янына килде, эйелеп ерҙә ятҡан ҡалаҡты алып әсәһенең ҡулына тотторҙо ла:
– Әсәй, ярҙамға Гөльямалды саҡыр, тип күпме әйтәм. Алып-биреп тороуға эшкинә бит инде. Күрмәгәс, ҡайнар һыуға йә ашҡа бешеп ҡуйырһың йә, – тине.
– Улым, ҡарале, ниңәлер атайығыҙҙың тын алышын тойғандай иттем...
– Эй, сәйерһең дә инде, әсәй. Әле һуғыш бөтмәгән бит әле, – әсәһенә йәлләп баҡты улы. Ахырҙа йорт тәҙрәһенә яҡын барып: “Гөльямал! Сыҡ, әсәйгә ярҙам ит!” – тип ҡысҡырҙы ла теге ҡаҙаҡ янына килде. Ниҙәндер һиҫкәнгәндәй, артҡы ҡапҡа яғына һынсыл ҡараш ташлап алды. Унан бер аҙ ҡаҙаҡҡа төбәлеп ҡарап торҙо ла, төйөнсөгөн алып, урамға атланы.
Мөҙәрис урынында таш һындай ҡатты. “Нисек, уның Нәфисәһе күрмәйме? Һуҡырайған? Кирбес заводында һыуыҡ тейҙергәндән һуңмы? Бына ни өсөн хатты үҙ ҡулы менән яҙмаған! Уны, ауыр яралыны, борсомайыҡ тип өндәшмәгән... Ә улы һуң, улы! Ғаилә башлығына әйләнгән ул юҡта. Ысын хужа булған. Хатта уның ҡаҙағына төйөнсөгөн элеүҙәре!” Һалдаттың күңеле тулды. Күҙенән ике бөрсөк тамсы һарҡып сығып, сикәләре буйлап ағып төштө. Госпиталдә уҙған һуңғы туғыҙ айҙағы бөтә кисерештәре шул йәштәргә һыйғайны ирҙең.
Арт ҡапҡаны асып инеп, тура усаҡлыҡҡа ҡарай атланы ул. Һаҡ ҡына Нәфисәһенең ҡулынан тотоп, үҙенә ҡарай тартты. Тертләп киткән ҡатынын ҡосаҡлап, сәсенән һыйпаны:
– Нәфисәм... Мин ҡайттым.
Ҡатын алға уҡталды, йөрәкһенеп:
– Һин! Мөҙәрис, һин! Мөғжизә! Мин бит һинең ҡайтырыңды белдем... – тип бышылданы ла иренең муйынына аҫылынды.
– Барыһы ла һәйбәт булыр, Нәфисәм. Рәхмәт, балаларҙы һаҡлағанһың. Өйҙө һаҡлағанһың...
Ҡысҡырып әйтмәһә лә, эстән генә “хужа ҡаҙағын да” тип өҫтәп ҡуйҙы Мөҙәрис.



Вернуться назад