Уҡыған халыҡ отолмаҫ22.06.2018
Уҡыған халыҡ отолмаҫБашҡортостанда ете телдә сығып килгән меңдән артыҡ баҫма теркәлгән. Уларҙың күпселеге – дәүләт ҡарамағында. Баҫмалар башлыса республиканың ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм фәнни тормошон яҡтырта. Был баҫмаларҙың тәүге һандары күбеһенсә үткән быуаттың беренсе сирегендә (илдә сәйәси ҡоролош юлы боролош алыу нигеҙендә байтағы атама, йөкмәткеләрен бер нисә ҡабат үҙгәртергә мәжбүр була) һәм икенсе сирегенең һуңғы ун йыллығында донъя күрә. Әммә башҡорт матбуғатының килеп сығыу һәм үҫеш алыу юлы тарихы ХIХ быуатҡа ҡарай.

Ысынында башҡорт ваҡытлы матбуға­тының, халыҡ араһында мәғлүмәт таратыу ысулының яралыуы билдәләп кителгән ваҡыттан күпкә алғараҡ тура килә, сөнки әле күп быуаттар элек халыҡ йыйындарҙа осрашып, сәсәндәр әйтешен тыңлап, мәғлүмәт алыша. Артабан Ислам дине киң таралғас, яҙма формала мәғлүмәт алышыу ҙа үҫешә. Шулай ҙа Башҡорт­останда ваҡытлы матбуғаттың төплө үҫеш алыуы ХIХ быуатта ғына башлана. Билдәле булыуынса, быға йәмғиәттең иҡтисади хәле яҡшырыу менән аң-белеме киң үҫеш алыу (мәҙрәсә-мәктәптәр, китапханалар, мәҙәни усаҡтар асылыу) сәбәпсе була.
Тәүге губерна типографияһы 1801 йылда булдырыла. Ә 20-се йылдарҙа иһә рәсми губерна хәбәрҙәре (яңылыҡтары, мәғлүмәттәре) “Оренбургские губернские новости” тигән дөйөм исем менән баҫыла башлай. 1826 йылда эшен яңы ғына булдырылған икенсе типография ла то­ҡандырып ебәрә. Бында ғәрәп графикаһы ҡулланыла.
1838 йылдың 1 ғинуарында Өфө типографияһында төбәктә “Оренбургские губернские ведомости” исемле тәүге гәзит донъя күрә. Ошо көндән алып башҡорт матбуғаты үҫеш юлы ала, тип әйтергә мөмкин. Артабан яңы баҫмалар барлыҡҡа килә, төрлө көнүҙәк темалар яҡтыртыла.
...Осраҡлы яҙмайым был һүҙҙәрҙе. Башҡорт ваҡытлы матбуғаты тарихына күҙ һалһаң, бормалы юлдар аша үҫешкәненә шаһит булаһың. Уның һынауҙар аша үтеүенә, әлбиттә, йәмғиәт ҡоролошоноң, иҡтисади хәлдең йоғонтоһо ҙур була. Әммә туҡтап ҡалмай, үҫешә бит гәзиттәр.
Бөгөн нисек һуң? Йәмғиәткә интернет кәрәк, аҡса юҡ, тип баралар. Шуға быуаттар буйы һынмай килгән баҫмаларҙың бер нисә йылда бөлөүе ихтимал. Атап әйткәндә, ете йылдан ете төрлө баҫманың нисәүһе ҡалыр икән? Шул уҡ ваҡытта, кинәнеп Интернеттан мәғлүмәт туплағанда, ошо гәзит-журналдарҙың (мәғлүмәт алыр өсөн генә түгел) һаҡлап ҡалырға кәрәклеген аңларға ваҡыт – рух тибеҙ, тел тип көйөнәбеҙ, мәҙәниәт, әҙәбиәт, инде, ғөмүмән, милләт булараҡ йәшәйеш ошо гәзит-журналдарға бәйле түгелме ни?! Милли баҫмалар – милләттең мәҙә­ниле лә, телле лә, рухлы ла икәнлегенең бер күрһәткесе ул, глобалләштереү ҡоторғанда таяныр көсө. Уйлап ҡарайыҡ әле, цивилизацияға милләт вәкилен еңеүе еңелерәкме, әллә милләте юҡ, тип нарыҡланғанынмы?..
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылыу мөмкинлеген дә дөрөҫ һәм йылдам файҙаланырға кәрәк. Әгәр милләт булараҡ һаҡланып ҡалайыҡ тиһәк, һәр күренеш өсөн көрәшергә, уны һаҡларға һәм ҡурсаларға бурыслыбыҙ.


Вернуться назад