1 Май байрамын беҙҙең илдә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә ихлас билдәләйҙәр. Ҡасандыр төп дәүләт байрамдарының береһе булған сара (Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө) 1992 йылдан Рәсәйҙә Яҙ һәм хеҙмәт байрамы тип атала.
Ер уянып, бар донъя сафлыҡҡа, йәшеллеккә күмелгән илаһи миҙгелде кешеләр, әлбиттә, файҙалы итеп үткәрергә тырыша – кемгә байрам, кемгә эш, тигәндәй. Көҙгө уңыштың нигеҙе яҙ һалына бит: республика төбәктәрендә сәсеү кампанияһы ҡыҙған мәл. Һауа торошо ла байрам барлығын белмәй – йылы, аяҙ торған һәр көндө әһәмиәтле итеп үткәреү фарыз.
Ялан батырҙары баҫыу иңләгәндә республика ҡалаларында, район үҙәктәрендә митингтар, спорт бәйгеләре, күңел асыу саралары ойошторолдо. Йәрмәкәй районында, мәҫәлән, Әбүзәр Әбүзғәлиев исемендәге "Уйна, гармун" конкурс-фестивале еңеүселәренең гала-концерты үтте. Төбәктә был сараны 1 Май байрамы ваҡытында уҙғарыу күркәм йолаға әүерелгән.
Мәсетле районында иһә ауыл алдынғылары өсөн май байрамында Мәскәүгә экскурсия ойошторолған. Сәйәхәтселәр Третьяков галереяһында, Таганкалағы театрҙа, Бөтөн Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә булып, йылы тәьҫораттар менән ҡайтҡан.
Өфөлә лә байрам саралары ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Республика рус драма театры алдында Башҡортостан профсоюздары митинг ойошторҙо, күркәм концерт халыҡтың күңеленә хуш килде. Сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре лә тантананан ситтә ҡалманы – төрлө саралар ойошторҙо.
Г. САЛАУАТОВА.