Йыл һайын милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ерендә “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамын үткәреү халҡыбыҙҙың изге йолаһына әүерелгән. Быйылғы йыйын уғата мәртәбәле: беренсенән, ул батырыбыҙҙың тыуған көнө менән тура килһә, икенсенән, тап ошо көндә Салауаттың тыуған ауылы Тәкәй урынында карателдәр тарафынан яндырылған һигеҙ ауыл иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.
Күркәм байрам “Салауат беҙҙең хәтерҙә” тигән сәхнәләштерелгән тамаша менән башланып китте. Унда яҡынса 150 кеше ҡатнашты. Юлай улы Салауаттың бала сағынан алып ихтилалсылар менән тыуған ере өсөн көрәшкә күтәрелеүенә тиклем ғүмер юлын йыр-бейеү, халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙәттәре аша бик сағыу итеп күрһәтеүҙән тыш, Салауаттың һыбай менеп, ҡындан ҡылысын тартып алып, шулай уҡ атҡа атланған ир-егеттәр менән бергә “Мин ҡайтырмын һиңә, тыуған ерем!” тип ҡысҡырып яуға сапҡан мәлендә кем генә тетрәнмәне икән...
Артабан йыйынды “Йор үҙән” республика этнофестивале дауам итте. Мәшһүр сәсәниәбеҙ Розалия Солтангәрәева ҡобайыр менән сығыш яһап ҡына ҡалманы, йыйындағы халыҡ менән “Ҡот ҡайтарыу” йолаһын да башҡарҙы. “Юлдаш” төркөмө, Гүзәл Үмәрғәлина, Зәлиә Ғәниәтуллина ҡурай, ҡылҡумыҙ, думбыра моңдарын яңғыратып, “Йүрүҙән” бейеү ансамбле ағзалары өҙҙөрә баҫып бейеп халыҡты дәртләндерһә, Беренсе каналдағы “Тауыш. Балалар” проекты ҡатнашыусыһы – Янғантау ҡыҙы Наҙгөл Отузова, күптән башҡорт йәштәренең гимнына әүерелгән “Башҡорт улына” йырын башҡарып, күңелдәрҙә ғорурлыҡ, һоҡланыу хистәре уятты.
Шулай уҡ этнофестиваль сиктәрендә уҙғарылған Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге “Әйтеш” республика сәсәндәр бәйгеһенә лә йомғаҡ яһалды йыйында. Финалға үткән сәсәндәр үҙҙәре менән таныштырҙы, әйтештә көс һынашты. Силәбе өлкәһенән Фәнүзә Зөлҡәрнәева, Дәүләкән районынан Миңзәлә Хәлилова, Баймаҡ районынан Таңһылыу Вәлиева – өсөнсө, Яр Саллы ҡалаһынан Рауза Мусина, Дондағы Ростов ҡалаһынан Ғүмәр Ғайсин – икенсе, Баймаҡ районынан Әкрәм Ҡәйепҡолов, Ғафуриҙан Фәүзиә Ҡотлогилдина беренсе дәрәжә дипломдарға лайыҡ булһа, мәртәбәле Гран-приҙы Баймаҡтан Хәйҙәр Көмөшбаев алды. Сәсәнлек традицияларын тергеҙеү һәм һаҡлауға тос өлөш индергән өсөн махсус приз Учалынан Наилә Хамбалиеваға, Салауат районынан Фларис Ғайсинға, Әбйәлилдән Илсиә Ҡасимоваға, Хәдимә Солтановаға, Салауат ҡалаһынан Фәниә Сатучинаға тапшырылды.
Салауат рухы урғылып торҙо был байрамда. Сәхнә тамашаларынан, сәсән һүҙҙәренән тыш ул бүрек кейгән, елән ябынған һәр малай, егет, ир йөҙөндә сағыла, һәр ҡурай моңона уның тауышы ҡушылып киткәндәй тойола ине. Батыр исемен йөрөткән районды, йыйынды ғына түгел, ул тәү тәпәй баҫҡан Тәкәй ерен, атын төшөрөп эсергән Йүрүҙән буйын бер күрәһе ине тигән хыял тормошҡа ашыуҙан, быуаттар үтһә лә, вәғәҙәһен тотоп, Салауаттың ысынлап әйләнеп ҡайтыуын асыҡ тойоуҙан күҙгә йәштәр төйөлдө, ә мейене “Бына ҡайҙа ул халҡым рухы!” тигән уй һыҙып үтте...