Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләп22.06.2018
Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләпГраждандарҙың льготалы категорияларын ер менән тәьмин итеүгә арналған кәңәшмә барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре менән ошо өлкәләге мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

– Күп балалы ғаиләләрҙең барыһы ла ер участкалары ме­нән тәьмин ителгән төбәк­тәр бар. Улар – Бөрйән, Дыуан, Ҡыйғы райондары. Ба­ҡалы, Балаҡатай, Биш­бүләк, Благовещен, Борай, Ҡыр­мыҫҡалы һәм Хәй­булла райондарында мәсьәлә хәл ителгән тиерлек, – тине Рөстәм Зәки улы. – Башҡа­лар ҡалыша. Шишмә районында, Өфөлә һәм Нефтекамала бөгөн ишле ғаилә­ләргә ер биреү күрһәткесе 20 процентҡа ла етмәй.
Ошо өлкәләге уңышлы эш тәжрибәһе менән Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов уртаҡлашты. Стәрлета­маҡ ҡалаһы етәксеһе Владимир Куликов Стәрлетамаҡ районындағы ерҙәрҙе ҡалаға тапшырыу буйынса һөй­ләшеү алып барылыуын билдәләне. Был, үҙ сиратында, муниципаль берәмек­тәрҙең сиктәрен ҡайтанан ҡарауҙы талап итәсәк.
Нефтекама башлығы Рәшит Дәүләтов әйтеүенсә, ҡала Краснокама районы иҫәбенә биләмәһен киңәйтергә ниәтләй. Быйыл 300-гә яҡын, киләһе йыл тағы ла ике мең ер участкаһы бүлеү күҙаллана.
Шишмә районында халыҡтың льготалы категорияларын ер менән тәьмин итеү кимәле түбән. Унда был күрһәткес ни бары 17,9 процент тәшкил итә. Муниципалитет башлығы Флүр Ураҙмәтов әйтеүенсә, был ғәмәлдә граждандарҙың ташламалы категорияһының Өфөгә яҡыныраҡ ерҙән участкалар алыу теләгенә һәм ауылдар эргәһендә ерҙең етмәүенә бәйле. Рөстәм Хәмитов, баш ҡалаға яҡын урынлашҡан бүтән райондарҙың был мәсьәләне уңышлыраҡ хәл итеүен билдәләп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уны яйға һалырға ҡушты.
Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов белдереүенсә, ҡалаға 10 меңгә яҡын ер биләмәһе кәрәк. Быйыл Ҡыр­мыҫҡалы, Кушнаренко һәм Шиш­мә райондарында 950 участка бүленә. Был мохтаждарҙың ни бары 10 процентын ғына ер менән тәьмин итеү мөмкин­леген бирәсәк.
Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер муниципалитеттарҙа, атап әйткәндә, Өфө эргәһендә бер нисә мең гектар майҙандың шәхси эшҡыуарҙарға ҡуртымға йәки милеккә тапшырылыуы хаҡында әйтте. Шул уҡ ваҡытта был ер файҙаланылмай, унда хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барылмай.
– Ниңә Өфө районында (әйткәндәй, ер бүлеү буйынса эш унда ла шәптән түгел) ғәйәт ҙур биләмәләрҙе ҡуртымға алыусылар файҙаланмай? Унда эш бармай, ауыл хужалығы производствоһы ла ойошторолмаған, – тине республика етәксеһе. – Улар ергә хаҡ артҡанын көтә. Ә беҙ бында мөһим мәсьәләне хәл итә алмай баш ватабыҙ. Был ерҙәрҙе уларҙың законлы юл менән алыу-алмауын тикшерергә кәрәк.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр 600 меңәр һум аҡса аласаҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ошондай күрһәтмә бирҙе.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ишле ғаиләләргә “Газель” автомобиле урынына 2015 йылдан 600 мең һум тапшырыла башлағайны. Әле иһә был аҡсаны туғыҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр аласаҡ. Шулай уҡ һигеҙ һәм унан күберәк бала булған ғаиләләргә лә 600 мең һум биреү
тәҡдиме бар.
Тейешле положение эшләнеп, Башҡортостандың Финанс министрлығы уны хуплау менән, ғаиләләр ошо аҡсаны ала башлаясаҡ. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әле республикала 600 мең һумға дәғүә итерлек 47 ишле ғаилә йәшәй.


Вернуться назад