Алда – һайлау: ҡайҙа барырға?20.06.2018
Йәй – республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн ҡыҙыу осор. Нисек яңылышмайынса ғына уҡыу йортон һайларға? Сығарылыш класс уҡыусыларының һәр ҡайһыһын борсойҙор был һорау. Ысынлап та, уҡыу йортон һайлау — ҙур тормош киңлегенә илткән оло аҙымдарҙың береһе. Күп осраҡта абитуриенттар был мәсьәләне ата-әсәләр, туғандар, таныштар кәңәше менән аңлы рәүештә йәки, киреһенсә, төптө уйламайынса хәл итә. Был үҙ сиратында киләсәктә үҙ һөнәри йүнәлештәре буйынса эш табыуҙа, матди һәм рухи йәһәттән дә аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙыра. Нисек итеп яңылышмайынса, киләсәктә һинең яҙмышыңдың уңышын хәл итер уҡыу йортон һайларға. Ошо юҫыҡтарға, тәжрибәлеләрҙән йәштәргә бер нисә фәһемле кәңәш:
Уҡыу йортон һайлағанда һеҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙарға һәм мөмкинлектәрегеҙгә тап килгән һөнәр икәнен аңлап ҡарағыҙ, төптән уйлағыҙ һәм сағыштырығыҙ. Кемдеңдер фекеренә генә эйәреп һәм бер кәңәшкә генә һылтанып һөнәр һайлау дөрөҫ булмаҫ.
Төплө кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ, әммә ҡайҙа уҡырға инергә икәнен үҙегеҙ һайлағыҙ.
Бик икеләнгән осраҡта ниндәй һөнәр һеҙгә тап килеүен билдәләгән һөнәри тестар эшләп ҡарағыҙ.
Үҙегеҙ һайлаясаҡ уҡыу йорто һәм һөнәр буйынса мәғлүмәттәр йыйығыҙ, уҡығыҙ һәм өйрәнегеҙ, аласаҡ һөнәрегеҙҙең киләсәктәге перспективалары хаҡында ла уйлағыҙ. Һөнәр һеҙҙең өсөн ысынлап та ҡыҙыҡлы икән, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, уй-фекерегеҙҙә икеләнмәгеҙ, уҡырға инергә тырышығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ һайлаған һөнәргә ҡыҙыҡһыныу бар икән, уҡыу ҙа ҡыҙыҡлы һәм уңышлы буласаҡ.
Әгәр ҙә һайлаясаҡ һөнәрегеҙҙең һеҙҙеке икәненә тулы ышаныс юҡ икән, саҡ ҡына көтөгөҙ һәм сағыштырығыҙ, һөнәрҙең киләсәктә һеҙҙең өсөн ниндәй һөҙөмтәле мөмкинлектәр асыуы хаҡында уйлағыҙ.
Шулай ҙа билдәле уҡыу йортонда һайлаған һөнәр йүнәлеше тап минеке һәм мин ошо юҫыҡта эшләргә теләйем тигән ышаныслы фекер һуңғараҡ килеүе лә мөмкин. Шуға ла хаталанырға, көсөгөҙҙө һынап ҡарарға ҡурҡмағыҙ. Уҡығыҙ һәм, иң мөһиме, донъя баҙарында үҙен ышаныслы тота аласаҡ шәхес булыр өсөн төрлө яҡлап үҫешегеҙ. Тик ятмағыҙ.
Маҡсатығыҙға ынтылығыҙ, ҡурҡмағыҙ, һеҙгә ышаныс белдермәгән кешеләрҙең һүҙҙәренә иғтибар итмәгеҙ. Тырышығыҙ, үҙегеҙгә һәм реаль хыялдарығыҙға ышанығыҙ – барыһы ла килеп сығасаҡ.
Әгәр ҙә ниндәйҙер уҡыу йортона һәм һөнәргә айырым өҫтөнлөк бирмәйһегеҙ икән, хеҙмәт баҙары күрһәткестәренә нигеҙләнегеҙ.
Уҡырға инер адынан үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе самалағыҙ. Киләсәктә эшкә урынлашыу шарттарын һәм, әлбиттә, эш хаҡы менән дә алдан ҡыҙыҡһынығыҙ.
“Йола буйынса” тигән принциптан сығып уҡырға инмәгеҙ. Телселәрҙең бөтәһе лә телсе булып бөтмәй, юрист һәм иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергәндәрҙең барыһы ла уңышлы хеҙмәткәрҙәр түгел. Ҡыҙыҡһыныуығыҙ бар икән, бөгөн юғары һорау менән талап ителгән техник һөнәрҙәргә иғтибар итегеҙ. Шулай ҙа һуңғы фекер һәм һығымта – үҙегеҙҙән. Дөрөҫ юлды һайлағыҙ, үкенмәҫһегеҙ, сөнки донъя баҙарында күп осраҡта престиж тигән һүҙ түгел, талап ителгән һәм һорау менән ҡулланылған һөнәр өҫтөнөрәк һанала.
Ныҡыш, ҡыйыу булығыҙ һәм телдәрҙе өйрәнегеҙ. “Тел Киевҡаса алып барып етер” тигән фекер бөгөнгәсә актуаль. Ә донъя, уйлап ҡараһаң, бер Киев менән генә сикләнмәй, теләге булған, тырыш йәштәргә сит илдәргә барырға, үҫешергә, сәйәхәткә сығырға бөтә мөмкинлектәр бар.
Ришүәт биреп уҡырға инеү әле шул белем усағын уҡып бөтөү тигәнде аңлатмай. Унһыҙ ҙа уҡырға инергә мөмкин. Ә бына “Танышлыҡ – ул перспектива түгел, ә перспективалы эшкә асылған юл һәм мөмкинлек” тигән фекерҙе балаларын уҡырға индергән ата-әсәләр онотмаһын.
Диплом алыу өсөн түгел, ә ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса төрлө яҡлап үҫешеү өсөн уҡығыҙ.
Һайлаған уҡыу йорто тураһында таныштарығыҙҙан, унда уҡыған студенттарҙан һорашып белешегеҙ.
Престижлы һәм киң билдәле уҡыу йорттарына документтарығыҙҙы тапшырырға ҡурҡмағыҙ. Әгәр ҙә мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ аңлы рәүештә тырышһағыҙ һәм бик теләһәгеҙ, уҡырға инергә мөмкин. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ.
Имтихандар – ярты уңышығыҙ. БДИ һәм БТИ һынауҙарын уңышлы тапшырыу яҡшы уҡыу йорттарына инеү мөмкинлегенә юлдар аса.
Урта махсус йәки юғары белем – һеҙҙең һайлау. Тырышлыҡ һалмайынса, юғары уҡыу йортонда ла яҡшы йә насар белгес булырға, урта махсус уҡыу йортонда ла киләсәктә уңышлы эшләйәсәк белгес булып етешергә мөмкин.
Уҡырға ингән саҡта уҡ үҙегеҙҙең йүнәлеш буйынса һуңғы курстарҙа эшләй башлау уйы менән инегеҙ. Уҡыу йортон тамамлаған осраҡта, һеҙҙең тәжрибә һәм юғары хаҡлы эш урыны табырға мөмкин буласаҡ.