Хәтер яңыртып тороуҙы талап итә20.06.2018
Күптәр Баймаҡ районы халҡының 1917 – 1922 йылдарҙағы революция һәм граждандар һуғышы осоронда башҡорт милли автономияһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашыу тураһында ярайһы уҡ яҡшы таныш. Төбәктең Темәс ауылы хатта бер аҙ яңы тыуған республиканың үҙәге (мәркәзе) ролен дә үтәп ала. Ә бит Темәс баш ҡалаға әйләнгәнгә тиклем, милли хәрәкәт яңы ғына башланып, милли республика “буламы-юҡмы?” тигән һорау бик тә ҡырҡыу торған саҡта халҡыбыҙ яҙмышы йәнә бер ауылда хәл ителә. Һүҙ — Баймаҡ ҡалаһынан өс саҡрым тирәһе төньяҡтараҡ, Ирәндек тауҙарына терәлеп үк ятҡан Иҙелбай ауылы тураһында. Ул заманда урындағы халыҡ малсылыҡ, алтын йыуыу менән шөғөлләнгән. Шуға ла Иҙелбай бай ауылдарҙан иҫәпләнгән. Хәҙер был ауыл юҡ инде. Әммә сығышы менән ошо ауылдан булған нәҫел-ырыу Кәкреауылда төпләнгән.


Данлыҡлы Иҙелбай ауылы тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр 1816-1817 йылдарға ҡарай. Күренекле башҡорт тарихсыһы, яҡташыбыҙ Ә.З. Әсфәндиәров үҙенең китабында: “1816-1817 йылдарҙа хәҙерге Баймаҡ районының Мерәҫ тигән ауылынан бер нисә ғаилә бүленеп, Әбделмөкмин тип аталған ауылға нигеҙ һала”, тип яҙа. Яңы ауылға урядник Әбделмөкмин Иҙелбаевтың исеме ҡушылып, ауыл Әбделмөкмин тип атала башлай. Аҙағыраҡ ауылдың атамаһы Әбделмөкминдең атаһының исеме менән – Иҙелбай тип үҙгәртелә. 1816 йылда хәҙерге Иҫке Сибайҙан күсеп килгән Иҙелбай Астыровҡа — 60, ә уның улы Әбделмөкмингә 25 йәш була. Ауылға шулай уҡ быға тиклем Ғәле ауылында йәшәп ятҡан, шул уҡ Астыровтар араһынан 59 йәшлек Ислам менән 58 йәшлек Диңгеҙбай Астыровтар ҙа ғаиләләре менән күсеп ултыра. Документтарға ҡарағанда, бында шулай уҡ 1770 йылда Сыңғыҙ ауылында тыуған Сырлыбай Астыров та күсенә. Быға тиклем ул Мерәҫ ауылына нигеҙ һалыусылар араһында теркәлгән була. Сырлыбайҙың Мөхәммәтәмин (1796 йылғы), Әүбәкер (1799 йылғы), Ғүмәр (1804 йылғы), Ғосман (1809 йылғы) исемле улдары ла була. Ғөмүмән, Сырлыбай Астыров заманы өсөн белемле һәм шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу белмәҫ сая, баш эймәҫ ғорур кеше тип нарыҡлана. Бер документҡа ул “татарским письмом руку приложил” тип ғәрәп хәрефтәре менән ҡул да ҡуйған. Бында “татарским письмом” тигәнде “татар яҙмаһы” тип түгел, ә “төрки яҙмаһы” тип аңларға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, Сырлыбайҙың тоҡомо үҙҙәренең уҡымышлылығы менән дан тота. Мәҫәлән, 1834 йылғы бер документта, Мәрәҫ ауылында ғаиләһе менән бергә 38 йәшлек указлы мулла Мөхәмәтәмин Сырлыбаев йәшәгән, тиелә. 1917 йылғы революция алдынан Ғатаулла хәҙрәт Сырлыбаевтың Иҙелбай ауылындағы мәҙрәсәһендә билдәле әүлиә Мөжәүир хәҙрәт белем алған.
Ошо уҡ ауылдың тағы бер абруйлы ир-уҙаманы Әфтәхетдин хәҙрәт Сырлыбаев та билдәле кеше була һәм шул замандың гәзиттәрендә яҙышып тора. Мәҫәлән, ул татар милләтселәренең ”башҡорт тигән халыҡ юҡ, улар татарҙың бер өлөшө” тигәне менән ризалашмайынса, “Ваҡыт” гәзитенә “Беҙ башҡорттар элек-электән боронғо халыҡ булып торабыҙ. Бигерәк тә Ырымбур һәм Өфө губерналарында күпбеҙ. Тик шулай булыуға ҡарамаҫтан, гәзиттәрҙә беҙҙең турала бигүк яҙып бармайҙар, ә беҙ татарҙан айырым халыҡбыҙ. Беҙҙең үҙебеҙҙең уҡымышлыларыбыҙ ҙа етерлек. Мәҫәлән, бөтә Рәсәй мосолмандарына һәм хатта унан да сит яҡтарҙа билдәле булған Зәйнулла хәҙрәт Рәсүлев башҡорт милләтенәндер”, — тип яҙған.
Ҡартәсәйем Салиха Әминева ла: “Ауылыбыҙҙа ике мәсет һәм мәҙрәсә булды һәм уҡымышлы кешеләр бик күп ине. Улар араһында бигерәк тә Әфтәхетдин хәҙрәт менән Ғатаулла хәҙрәт Сырлыбаевтар ныҡ белемле булды. Улар оҙон йәшел таяҡ тотоп йөрөрҙәр ине. Зәйнулла ишан менән ҡатышып, гел Троицкиға барып йөрөнөләр. Был ике кеше ауылдағы тәртипте ныҡ тотто, уларҙы бөтәһе лә ихтирам итте”, — тип иҫләп ултыра торғайны.
Рәсәйҙә 1917 йылғы революция башланып китеп батша ҡолатылғандан һуң, башҡорттар Зәки Вәлиди етәкселегендә башҡорт милли автономияһы өсөн көрәшкә күтәрелә. Иҙелбай ауылы халҡы ошо милли хәрәкәттең уртаһында ҡайнап, халҡыбыҙ яҙмышы хәл ителгән саҡта бик ҙур эштәр башҡара. Ауылға үҙенең иптәштәре һәм фекерҙәштәре менән Зәки Вәлиди, Гәрәй, Әмир Ҡарамышевтар килеп төшә. Ҡартәсәйем уларҙы “Уралдың теге яғынан килделәр” тиер ине.
Ауылда алтын йыуыу эше ныҡ таралған булыуын әйтеп үткәйнем. Милли республика һәм милли армия төҙөү эше башланғас, ауылдаштарым һәм уға терәлеп ятҡан Баймаҡ ауылы кешеләре армияға ҡорал алыр өсөн алтын, көмөш һәм аҡса йыйып тапшыра.
Зәки Вәлиди үҙенең “Хәтирәләр”ендә Баймаҡ­тарҙың милли ғәскәр төҙөп, уны ҡоралландырыу өсөн алтын-көмөш йыйып биреүҙәрен телгә ала. Яҡташыбыҙ Рамазан ағай Өмөтбаев та үҙенең бер китабында был турала яҙып китә. Архив мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Әмир Ҡарамышев, Ғабдулла Иҙелбаев һәм Ғимран Мағазов етәкселегендәге яңы төҙөлә башлаған башҡорт ҡораллы көстәре ярҙамында башҡорт милли армияһын төҙөү өсөн “130 килограмм алтын һәм 300 килограмға яҡын көмөш йыйыла. Ғөмүмән, бында “Баймаҡтар” тигәндә Баймаҡ баҡыр иретеү заводын түгел, ә Иҙелбай менән Баймаҡ ауылдарын күҙ уңында тоторға кәрәк, сөнки ул ваҡытта башҡорттар Иҙелбай менән Баймаҡ ауылы араһындағы һаҙлыҡта алтын йыуғандар. Шул ваҡыттарҙан ҡалған соҡорҙар әле булһа беленеп ята. Ҡорал өсөн алтын-көмөштө, аҡсаны ошо алтын йыуыусылар биргән дә инде. Ә Баймаҡ заводы эргәһендәге ҡасабала совет власы яҡлы урыҫтар йәшәгән. Тап улар башҡорт офицерҙары Иҙелбаев менән Мағазовты аттыралар ҙа. Шуға күрә “Баймаҡтар алтын-көмөш бирҙеләр” тигән юлдарҙы “Иҙелбай менән Баймаҡ ауылы кешеләре” тип аңларға кәрәк.
Ауылдаштарымдың ошо сәйәси әүҙемлектәрен совет власы бер нисек тә онота алмай һәм “ауыл халҡына Баймаҡҡа эшкә йөрөргә ауыр, электр уты юҡ, өйҙәрен кәрәсин менән яҡтырталар, урындыҡта йоҡлап, карауатты белмәйҙәр”, — тигән һылтау менән татыу, берҙәм халыҡты тарҡатыу өсөн төрлө милләт кешеләре, ә күпселеген урыҫтар йәшәгән Баймаҡҡа күсереү юлын эҙләй башлайҙар. Ауыл халҡы ла бирешеп бармай. “Беҙҙеңсә булмағас, һеҙҙеңсә лә булмаһын”, — тигән принциптан сығыпмы, Баймаҡ ҡалаһына түгел, ә ауыл менән ҡала араһындағы урталыҡҡа күсенеп ултырып, яңы ауылға Яңы Иҙелбай тип исем ҡушалар. Алтын йыуыу ойошмалары, баҡыр иретеү заводы булған Баймаҡ ҙурайып ҡалаға әүерелеп, Иҙелбай ауылы яғына үҫешә башлай һәм XX быуаттың 60-сы йылдарына Яңы Иҙелбай ауылы тулыһынса Баймаҡ ҡалаһына ҡушылып бөтә. Хәҙер Баймаҡ ҡалаһының Ирәндек тауҙарына яҡын ятҡан “Кәкреауыл” тигән өлөшөндәге шағир Нәжип Иҙелбай, Генерал Шайморатов һәм Ирәндек урамдарында баяғы Иҙелбай ауылынан сыҡҡан Абдуллин, Әбсәләмов, Әминев, Әүбәкеров, Асҡаров, Вахитов, Ваһапов, Ғәлин, Ғүмәров, Иҙелбаев, Мәхийәнов, Сәйетҡолов, Солтангәрәев, Сәлихов, Сырлыбаев фамилияларын йөрөткән кешеләр йәшәй.
Иҙелбай ауылы кешеләре Совет власы йылдарында ла һынатмай. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 69 кеше китеп, күбеһе унан ҡайта алмай яу яландарында ятып ҡала.
Баймаҡ баҡыр иретеү заводында һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙағы фиҙакәр тырыш хеҙмәттәре өсөн Нәсибулла һәм Хәйбулла Солтангәрәевтәр, Заһит һәм Вәлиәхмәт Ғәлиндәр совет власының иң ҙур наградаһы — Ленин орденына лайыҡ булалар.
Сығышы менән ошо уҡ ауылдан Рим Әшрәф улы Сырлыбаев оҙаҡ йылдар КПСС-тың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары булып эшләй. Шулай уҡ ошо ауыл егете Азат Хәкимйән улы Әминев республикабыҙҙың “Башкирэнерго” берләшмәһенең генераль директоры урынбаҫары булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Республиканың бер нисә районында прокурор вазифаһын башҡарған отставкалағы прокурор З.Ғ. Әминев сығышы менән Иҙелбайҙан. Әлеге ваҡытта Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев тә ошо ауыл кешеһе. Ауылдың Әминевтәр араһы ла Сырлыбайҙың Мөхәмәтәмин исемле улынан таралған тоҡом икәнлеген әйтеп китергә кәрәк. Атайым Ғәлимйән Әминев үҙебеҙҙең яҡ тарихын бик яҡшы белә ине. Данлыҡлы Буранбай сәсәнде, хәҙерге Хәйбулла районындағы Иҫәнгилде ауылында йәшенеп ятҡанында, казактар тотоп алып, көслө ҡарауыл менән Верхнеуральск төрмәһенә алып китеп барғанда, Сырлыбайҙың улы Мөхәмәтәминдең Буранбайҙы ҡотҡарырға теләп, бер төркөм сая егеттәрҙе туплап, Ирәндек һыртынан казактарҙы оҙаҡ ҡына эҙәрлекләп барғанын, ә аҙаҡ, был ниәттәре тормошҡа ашмағас, уларҙың ҡайғырышып тороп ҡалғандарын атайым ауылыбыҙ ҡарттарынан ишеттем, тип һөйләй торғайны.
Иҙелбай ауылы кешеләренең ауыҙ-тел ижады бик күп фольклор әҫәрҙәрендә лә сағылыш тапты. Мәҫәлән, башҡорттоң иң дәртле һәм шаян йырҙарының береһе “Элмәлек”те ошо ауыл кешеһе Зариф Әбсәләмовтан 1940 йылда үҙе лә ошо ауылдан булған күренекле шағир Нәжип Иҙелбай яҙып алған.
Билдәле бейеүсе Әнүәр ағай Ишбирҙин дә ошо ауылда тыуып үҫкән кеше. Оҙаҡ йылдар республикабыҙҙың Фәйзи Ғәскәров исемендәге данлыҡлы бейеү ансамблендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан билдәле бейеүсе Гөлнур Әсәт ҡыҙы Асҡарова ла ошо ауыл ҡыҙы. Республиканың билдәле журналисы, дин белгесе Йәркәй Яҡшыдәүләтов та Кәкреауыл кешеһе ине. Бер заман, уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында, башҡорт мәктәптәрен урыҫса уҡытыуға күсерә башлағастары, Йәркәй ағай һәм минең ауылдаштарым башҡорт мәктәбен яҡлап сығып, ҡултамғалар йыйып, Баймаҡ ҡалаһында башҡортса уҡытыуҙы һаҡлап ҡала алдылар. Башҡорт телендә уҡытыу тураһында атайым мәрхүм: “Башҡорт балаһы башҡортса уҡырға тейеш”, – тиер ине. Беҙҙең Кәкреауыл халҡы әле булһа балаларын, Аллаға шөкөр, башҡортса уҡыта.
Иҙелбай ауылы һәм халҡы тураһында бик күпте һөйләргә булыр ине, әммә гәзит биттәренең самалы булыуы сәбәпле үрҙә яҙғандар менән сикләнергә тура килә. Алла биреп, яҙған булһа, ауыл тураһында китап та сығыр тигән өмөт бар.
Данлыҡлы ауылдың исеме документтарҙан төшөп ҡалһа ла, кешеләре әле булһа ата-бабалары төйәгендә матур итеп донъя көтә һәм 23 июндә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тигән сара үткәрергә йыйынып, үҙҙәренең ситтә йәшәгән ауылдаштарын ҡунаҡҡа көтә. Ошо айҡанлы, үҙем дә ошо ауылдыҡы булғас, күптән күңел төбөндә йөрөткән бер теләгемде ауылдаштарға еткергем килә. Халҡыбыҙ яҙмышы хәл ителгән революция йылдарында милли автономия яулап көрәшкә күтәрелгән иң ауыр мәлдә бик күп мөһим эштәр башҡарыла ауылда. Шуға күрә элекке Иҙелбай ауылы урынындағы тигеҙ матур урында ошо ваҡиғаларҙы сағылдырған, уларҙы оноттормай хәтеребеҙгә төшөрөп торорлоҡ обелиск ҡуйғанда бик тә шәп булыр ине. Хәтер гел яңыртып тороуҙы талап итә. Халыҡ үҙенең данлыҡлы үткәнен, ул ваҡиғаларҙы тыуҙырған кешеләрен хәтерләргә, данларға тейеш. Бындай һәйкәлдәр, обелисктар беҙҙең берҙәмлекте нығытыусы бер сара булыр ине. Шул уҡ обелискта ауылдан Бөйөк Ватан һуғышына киткән кешеләрҙең тулы исемлеген дә яҙҙыртып ҡуйырға кәрәк.


Вернуться назад