Яҡын-тирәнән өй эҙләйбеҙ...20.06.2018
Яҡын-тирәнән өй эҙләйбеҙ...Күптән түгел бер танышымды осраттым. Күңелендә ниндәйҙер ҡыуаныс барлығы әллә ҡайҙан һиҙелеп тора ине. Баҡтиһәң, ипотекаһын түләп бөткән икән. Ҙур мәшәҡәттән ҡотолған, бик мәслихәт. Әммә, кем әйтмешләй, кеше мәшәҡәтһеҙ йәшәмәй, дөрөҫөрәге, йәшәргә теләмәй. Юҡ, һүҙем кредит хаҡында түгел.


– Хәҙер аҡсағыҙҙы ашау-эсеүгә генә тотонорһоғоҙ инде, – тип ҡыуанысын уртаҡлаштым.
– Әллә инде, бына тағы кредитҡа батырға ине. Өй ҡараштырабыҙ, ишетә-нитә ҡалһаң, хәбәр ит, – тигән яуап ҡайтарҙы ул, аптыратып.
– “Һаҙлыҡ”тан туйманыңмы ни әле? Ата-әсәйеңдең өйө бар бит, шул етмәйме ни?
– 200 километр алыҫлыҡҡа ҡайтып йөрөү ялҡыта. Үҙебеҙҙең өй булһын, тибеҙ, яҡында. Күптәр хәҙер шулай итә бит!
...Күптәр шулай итә. Ысынлап та, шәхси йорт, дача булдырыу хәҙер матди мохтажлыҡ сиктәренән үтеп, күңел талабы тирәһендә туҡталып торҙо ла модаға әүерелеп китте, буғай. Юҡһа һәр ғаиләнең тиерлек үҙ өйөн булдырып, үҙ өйөн һалырға тырышыуын нисек аңлатырға?! Кредитҡа батыпмы, хәләл физик көс ярҙамындамы, туғандары менән ата-әсәһе ҡалдырған мираҫтан файҙаланып – мөһим түгел, нисек тә йортло булырға! Һәр хәлдә, былтыр, 2016 йыл менән сағыштырғанда, шәхси йорт төҙөү ил буйынса 2,8 процентҡа артҡан, ә бына низағтарға килгәндә, торлаҡ өлкәһендә 5,8 миллион осраҡ суд аша үткән, шул иҫәптән шәхси йорттар буйынса ла. Тик, ниндәй ысул менән генә хужа булма, нимә өсөн кәрәк һуң ул өй?
Магазинда йәнең теләгән ризыҡ бар, тик уны тәнең (организмың) ҡабул итеп бармай. Экологик, химик составы буйынса ошо йәһәттән, әлбиттә, шәхси баҡса ифрат урынлы. Әммә ҡайһы бер ауылда инфраструктура түгел, эсәр-йыуыныр һыу ҙа ҙур проблема – баҡсаңдағы ҡыяр-кишерең эҫелектә кибеп-ҡатмаһын тиһәң, урамдың икенсе осонан феләкләп һыу ташырға тура килә. Ярай, физик йөк – тән сынығыуы, ти. Быныһы – ярты бәлә, ә бына һуған орлоғоноң бер килограмы 300 һумға етерлек булғанда, Үзбәкстандан килгән шул йәшелсәнең шытырҙатып ашарға өлгөр­гәнен шулай уҡ килограмын 15-20 һумға алырға мөм­кин. Физик көс түгеү был осраҡта тән сыныҡтырыуға ғына ҡайтып ҡала ла инде, матди файҙаһы юҡ.
Тик һәр кем дә йәшелсә, еләк-емеш сәсер өсөн генә өй һатып алмай, әлбиттә, ял итеү урынынан алып (хәйер, уныһы ла насар түгел) буласаҡ балаларына ҡалдырыр инвестиция сүрәтенә тиклем шәхси йортло булырға ашығалар. Кемдер йәйҙе ауылда уҙғара, кемдер ҡышын да аҙна һайын ҡайтып тора. Ғөмүмән, ике ара-бер тирә йәшәй бирәләр. Тик өй телевизормы ни, серемәһен-ишелмәһен өсөн бағып-төҙәтеп торорға кәрәклеге бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Тик бына, мәҫәлән, ҡыш йылылыҡ системаһы туңмаһын өсөн генә лә ай һайын кәм тигәндә 2 мең һумлыҡ электр-газ яндырып торорға кәрәк. Ҡалалағы 3-5 мең һумлыҡ коммуналь сығымдарға ла даими аҡса китә. Һалым түләүгә, ремонтҡа ла сығым кәрәк. Хәйер, хәҙер ауылда ла көнкүреш ҡалдыҡтарынан аҡса түләп кенә ҡотолоп була бит.
Әммә өйлө булырға хыялланғандарҙы, күрәһең, бер нәмә лә ҡурҡытмай. Әлеге танышым һымаҡ кредитҡа батып, ҡиммәт хаҡҡа булһа ла үҙ маҡсаттарына өлгәшәләр. Бер ҡараһаң, буш урын ята, икенсе аҙнаһына шул ерҙән үтеп китһәң – инде башы ябылған өй ҙә ҡалҡып сыҡҡан. Белмәҫһең, әллә көнө-төнө буйы тырышалар. Тик нисек тиҙ төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, ҡалай башлы 100 квадрат метрлыҡ был йорттар артабан ҡыш буйы етемһерәп ултыра. Шуның өсөн миллиондар түгергә кәрәкме икән ни?!. Инвестиция, имеш.
...Бар ине заманалар: бер һыйырҙы бер видеомагнитофонға алмашалар ине, бер “девятка”ны – бер фатирға. Шәхси йорт төҙөү өсөн урындар менән дә шулай: ҡасандыр ташландыҡ хәлдәге баҡсаларын бөгөн “мода артынан ҡыуыусылар”ға фатир хаҡына һатып ебәрәләр. Эйе, ер ҡәҙерле хәҙер.
Ғөмүмән, өйлө булыу насар түгел дә. Баҡса, мунса, ял, тигәндәй. Тик бына ғәмәлдә хыялдар ысынбарлыҡҡа тап килеп етмәй шул: өй йәки урын алып, шул хужалыҡтың ҡыйға батып ятҡан осраҡтары аҙмы ни? Янғын хәүефһеҙлеге, матурлыҡ... Был тәңгәлдә күтәрерлек мәсьәләләр күп инде. Кемдеңдер елкәһе һай, бәғзеләр бөтөнләй дачаһын онота. Тыуған ауылымда бынан 15-20 йыл дауамында һалынып бөтмәгән бер өйҙө һаттылар, мәҫәлән. Тик яңы хужалары һаман да күренгәне юҡ әле. “Үлгән” тип һөйләнеләр, “төрмәлә ултыра икән” тигән имеш-мимеш таралды. Һәр хәлдә, сит ҡунаҡ ауыл өсөн бәлә генә булды: ихатаһына инеп, мал ҡазаланмаһын, тип ҡайғыралар ине элек, хәҙер ҡоймалары сереп, ауып бөтөп, тапандыға әйләнде. Өйө лә ауыша башланы. Ғөмүмән, кем әйтмешләй, ултыра шунда күңел көйөгө булып. Ә бындай хәлдә ҡалған өйҙәр-ауылдар нисәү?! Әлбиттә, ауыл советтары оҙаҡ процедура аша уларҙы үҙ милкенә әйләндерә ала. Тик бер көн килеп хужалары табылмаҫ, тип кем әйтә? Ауыл Советы халҡын белмәҫ, күрше күршеһен танымаҫ заман килде шул. Дачасыларҙың тәртибе, ерлектәге ҡанун-талаптарға ҡарашы айырым һүҙ өмөт итә, әлбиттә. Атап әйткәндә, урындағы власть, закондарҙан уҙмайым тип, “ситуация әсирлегенә” эләгә. Ошо урында әллә ысын хәл, әллә лаҡап, бер ваҡиға иҫкә төшә: ауылдың бер хәлле генә кешеһе тыуған еренә сит кешеләрҙе килтермәҫ өсөн кем өй һата – шуның өйөн алып тик тора икән, ти. Ғөмүмән, ваҡыты менән бындай ағайҙар ни өсөн һәр ауылда юҡ икән, тип уйлап ҡуяһың. Ҡыҫҡаһы, йортло булыу шәп тә, шәп тә түгел...
“Әйткәндәй, яҡын-тирәнән өй эҙләйбеҙ. Ишетә-нитә ҡалһағыҙ, хәбәр итегеҙ әле...”


Вернуться назад