Йыл башында Бөрйән районының инвалидтар ойошмаһы хоҡуҡи, финанс грамоталылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән Президент грантына эйә булғайны. Ошо арауыҡ эсендә проектты тормошҡа ашырыу буйынса нимәләр эшләнгән, нисә кеше белемле булған, һөҙөмтәһе бармы? Был турала мәғлүмәт биреүен һорап, ойошма рәйесе Ғәзиз ИШКИНИНға мөрәжәғәт иттек.— Оло быуын, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың күбеһе заман технологиялары менән эш итә белмәй. Һөҙөмтәлә улар интернет аша мәғлүмәт алыуҙан, электрон хеҙмәттәрҙән файҙаланыуҙан мәхрүм. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгәндәргә ауырға тура килә: ниндәйҙер белешмә, йә иһә нимәгәлер түләү өсөн дә ваҡыт, аҡса сарыф итеп район үҙәгендә төрлө инстанциялар буйлап йөрөргә мәжбүрҙәр. Уларҙың тормошон аҙ булһа ла еңеләйтеүгә йүнәлтелгән беҙҙең проект. Ниндәйҙер сәбәп менән эшһеҙ, ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы һәм башҡа категория граждандарына ла ярҙам ҡулы һуҙабыҙ.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 96 кеше хоҡуҡи һәм финанс белемен камиллаштырҙы. Юғары хоҡуҡ һәм иҡтисад белеменә эйә булған өс уҡытыусы нисек итеп өйҙә генә ултырып электрон юл менән дәүләт хеҙмәттәрен ҡулланырға өйрәтә, кредит, ипотека юллау нескәлектәренә төшөндөрә, мутлыҡ ҡорбанына әйләнмәү ҡағиҙәләре, финанс өлкәһенә ҡағылышлы закондар менән таныштыра.
– Дәрестәр төркөмдәргә йыйып та, ауылдарға сығып шәхсән рәүештә лә ойошторола, — ти ойошма рәйесе.
Иҫке Собханғолдан Руслан Сәғитов, ҡыҫҡартылыуға эләгеп, ваҡытлыса эшһеҙ ҡала. Өс бала атаһы үҙ автомашинаһы менән такси хеҙмәтенә эшкә урынлашырға була, әммә водитель танытмаһының срогы сығып, тиҙ арала алмаштырыу кәрәклеге тыуа.
— Өйҙә компьютер булһа ла, электрон юл аша дәүләт хеҙмәттәренән файҙалана белмәй инем. Хоҡуҡи һәм финанс грамоталылығы дәрестәренә йөрөп, водитель танытмаһын юлланым. Ваҡыт та, аҡса ла экономияланды, сөнки “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша эш итһәң, дәүләт пошлинаһы өсөн 30 процентҡа аҙыраҡ түләйһең, танытманы әҙерләү срогы ла ҡыҫҡара, — тип ҡыуанысын йәшермәй Руслан Ғәли улы.
Фларет Алмаев Себерҙә бейектә төҙөүсе-монтажсы булып эшләп йөрөгән ваҡытында бәләгә тарый – юғарынан йығылып төшөп, билен һындыра. Бөгөн ул I төркөм инвалиды, коляскала хәрәкәт итә.
— Хәлемә ҡарап, аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр дәрестәргә йөрөйөм. Хәҙерге заманда финанс, хоҡуҡи яҡтан грамоталы булыу бик мөһим. Компьютер аша дәүләт хеҙмәттәренән дә ирекле ҡуллана башланым. Күптән түгел тормош иптәшемдең паспортын алмаштырҙыҡ. Портал аша булғас, 30 процентлы ташламанан да файҙаландыҡ, тиҙ ҙә булды, — ти Фларет Миҙәхәт улы.
Хоҡуҡи һәм финанс грамоталылығын үҫтереүгә йүнәлтелгән проект йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк.
— Белем алырға теләгән кешеләр күп, дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөйҙәр. Ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға ярҙам итә алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, — ти Ғәзиз Фәсхетдин улы.
Бөрйән районы.