Йәмғиәттең "көҙгөһө" тутыҡмаймы?03.05.2012
Бөтә донъя матбуғат азатлығы көнө 1992 йылдан алып билдәләнә. Бына 20 йылға яҡын инде был көндө азатлыҡ принциптарына тоғро ҡалған, гәзит-журналдарҙы бойондороҡһоҙлоҡтан һаҡлаған һәм ошо ҡарашҡа нигеҙ һалған шәхестәргә арнап төрлө саралар үткәрелә, һәләк булған журналистарҙың иҫтәлегенә хәтер кисәләре ойошторола.
Фекер азатлығы, объектив ысынбарлыҡты ваҡытында сағылдыра алыу — кеше хоҡуҡтарына нигеҙ булып торған хеҙмәттәр. Был хаҡта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының дөйөм декларацияһында ла әйтелгән. Ғөмүмән, киң мәғлүмәт сараларының асыҡлыҡ принцибы һәр заманда ла мөһим һаналды. Ул "көҙгө" кеүек йәмғиәттең ысын йөҙөн асып һала. Әммә, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, һуңғы ваҡытта һүҙ азатлығы, матбуғат азатлығы күп илдәрҙә хыял ғына булып ҡала. Кемдер журналистарҙы артыҡ һүҙ ысҡындырмаҫҡа мәжбүр итә, икенселәр үҙҙәре үк "дөрөҫлөктө" йомоп ҡалыуҙы хуп күрә. Бөтә донъя матбуғат азатлығы көнө ана шул етешһеҙлектәргә, журналистик этикаға, һөнәри оҫталыҡҡа ишара.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Вернуться назад