Янсыҡта – ялған купюра19.06.2018
Янсыҡта – ялған купюраҺуңғы ваҡытта республикала ялған эре купюраларҙы әйләнешкә сығарырға маташыу осраҡтары йышайҙы. Учалы районы буйынса былтыр ошондай алты осраҡ теркәлгән, быйыл да күңелһеҙ ваҡиға күҙәтелде.

5000, 1000 һумлыҡ ялған аҡсаны төҫлө электрофотография ярҙамында эшләй­ҙәр. Госзнак предприятиеларында (күп осраҡта Төньяҡ Кавказ төбәгендә урынлашҡан) баҫылған купюралар бер-береһенә йәбеш­терелгән ике ҡағыҙ ҡатламынан тора. Уларҙы бер нисә билдә аша айырып була. Ҡатламдарҙың береһенең эске өлөшөндә һыу билдәләре имитацияһы була. Ялған аҡсала микроперфорацияны осло предмет менән купюраның алғы яғында эшләйҙәр, ә ысын банкнотала тишектәр шыма, ҡапшағанда тигеҙ һәм үтә күренмәле була. Шулай уҡ аҡсаның алғы һәм артҡы яғындағы һүрәттәр яҡтыға ҡарағанда бер-береһенә тура килмәй.
Купюраны әйләндереп ентекле ҡарағанда, ике РР (Российский рубль) тигән хәрефтәрҙе күрергә була, улар кипп-эффект тип атала, ә ялған аҡсала бындай билдәләр булмай.
Әгәр ҙә һеҙгә ялған купюра эләкһә, ни эшләргә? Иң тәүҙә ғауғаға бирелмәгеҙ. Аҡсаның ҡасан һәм ҡайҙа һеҙгә килеп эләгеүен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ һәм тиҙ генә полицияға шылтыратығыҙ.
Һеҙгә кемдер ялған аҡса биреп маташһа, ул кешене иҫегеҙҙә ҡалдырырға тырышығыҙ, нисек кейенгән, айырым билдәләре, автомашинаһының теркәү һаны һәм башҡалар. Бер үк ялған купюраны кире бирәһе булмағыҙ.
Учалыла, ғәҙәттә, ялған аҡсаны эре магазин селтәрҙәрендә әйлә­нешкә индерергә тырышалар, шуға күрә бындай сауҙа нөктәләрендә һатыусылар 5000 һумлыҡ купюраларҙың серияһы, номеры, уны ҡабул итеү ваҡыты һәм датаһы теркәлгән махсус журнал алып бара. Һуңғы енәйәт осрағы “Монетка” магазинында булды. Һатыусы эре аҡсаны ҡабул итеү ваҡытын теркәп ҡуйған була, артабан видеокүҙәтеү аша мутлашыусының кем икәнлеге тиҙ асыҡланды.

Вадим МӨХӘМӘТЙӘРОВ,
Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлегенең коррупцияға ҡаршы һәм иҡтисад именлеге бүлеге начальнигы.


Учалы районы.


Вернуться назад