Мутлашыу ауына эләкмәгеҙ19.06.2018
Мутлашыу ауына эләкмәгеҙМутлашыу – бөгөнгө көндә иң таралған милек енәйәттәренең береһе. Кеҫә телефонына “Яҡынығыҙ аварияға осраны, тиҙ арала аҡса кәрәк” тип шылтыратыу йәки пенсионерҙарға “собес”тан килеп иҫке аҡса купюраларын яңыға алмаштырыу осраҡтары — бындай енәйәт схемалары инде һәр кемгә билдәле. Әммә еңел табыш эҙләүселәр бер урында тапанмай, алдашыуҙың яңы ысулдарын эҙләп таба. Мәкерле уйҙарын тормошҡа ашырыу өсөн улар заман технологиялары – интернет, социаль селтәрҙәрҙе лә ҡуллана.

Замана бурҙарына кешенең банк картаһынан аҡса урлау бер ни тормай. Енәйәтселәр картаның реквизиттарын, кешенең исем-шәрифен һәм ПИН-кодты белһә, аҡсаға юл асыла.
Күптән түгел Белорет ҡалаһында шундай хәл теркәлә. 34 йәшлек ҡатын үҙенең кредит картаһынан байтаҡ аҡсаның юҡҡа сығыуын белеп ҡала. Ваҡиға урынына оператив-тәфтиш төркөмө йүнәлә. Видеояҙмаларҙы ентекләп ҡарағас, бер йәш ҡатындың ошо картаны йыш ҡулланыуы асыҡлана. Ул зыян күреүсенең 32 йәшлек танышы булып сыға.
Эш былай була. Ҡатын танышынан кер йыуыу машинаһының ҡулланма яҙыуын алып тора. Уның эсендә пин-код менән банк картаһын таба. Күп тә үтмәй, ғәйепләнеүсе аҡсаны иҫәптән алып, үҙенә автомобиль һатып ала.
Магазинда, кафела, башҡа урындарҙа картағыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышығыҙ. Әгәр түләү бойомға ашырылманы, ПИН-кодты тағы бер тапҡыр индерегеҙ тип һораһалар, ике тапҡыр аҡса күсереүегеҙ ихтимал. Түләүҙәр тураһында смс-хәбәр алыу функцияһы менән ҡулланығыҙ. Әгәр ниндәй ҙә булһа тотҡарлыҡ тыуһа, түләү үтмәһә, был хаҡта яҙма дәлил һорағыҙ.
Банкоматта ла аҡсаны юғалтырға мөмкин. Мутлашыусылар уларға скиммер тип аталған махсус ҡорамал урынлаштыра, ул картаның магнит таҫмаһындағы мәғлүмәтте күсереп ала. Банкоматҡа йәшерен камера йәки өҫтәмә клавиатура ҡуйып, ПИН-кодты белеүҙәре лә ихтимал. Ялған клавиатураны ысынының өҫтөнә урынлаштыралар, ә банкомат ғәҙәттәгесә эшләй. Кеше хаҡында мәғлүмәткә эйә булып, уның картаһының күсермәһен эшләтеп алғандар ҙа бар. Банкомат менән эш иткәндә хәүефһеҙлек саралары хаҡында онотмағыҙ: сит ҡорамалдар күҙгә ташланмаймы, клавиатура шик тыуҙырмаймы? ПИН-кодығыҙҙы йыйған ваҡытта ниндәй һандарға баҫыуығыҙҙы мотлаҡ буш ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ.
Банк картаһы тураһында мәғлүмәттәрҙе белеүҙең башҡа алымдары ла таралған. Берәй әйбер һатыуығыҙ хаҡында иғлан бирһәгеҙ, шунда күрһәтелгән телефонға шылтыраталар йәки приз отоуығыҙ хаҡында хәбәр итәләр. Кеше менән һөйләшеп, уны төрлөсә әүрәтеп, банк картаһына ҡағылышлы мәғлүмәткә эйә булалар йәки мутлыҡ ҡорбаны, үҙе банкоматҡа барып, тегеләр әйткән иҫәпкә аҡса күсерә.
Мәҫәлән, Учалы районы кешеһе “Авито” сайты аша үҙенә автомобиль һатып алырға була. Задатка итеп үҙенең банк картаһынан енәйәтселәргә 10 мең һум аҡса күсерә. Ә икенсе берәү сит ил автомобиле хужаһы булыу маҡсатында 50 меңен күсереп, ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡала.
Йыш ҡына йыйған аҡсаһын арттырырға теләгән граждандар төрлө финанс ҡапҡандарына ла эләгеп ҡуя. Улар кешене өгөтләй, ҡыҙыҡтыра белә, банк һаҡламынан күпкә юғарыраҡ процент вәғәҙә итә. Һаҡ булығыҙ: был компания сираттағы финанс пирамидаһы булып ҡуйыуы ихтимал. Мәкер ҡороусылар йылдам эшләй: бик әүҙем реклама алып бара, мөғжизәгә ышаныусыларҙан мөмкин тиклем күберәк аҡса туплай һәм, күп тә үтмәй, алданған пайсыларҙан йыйылған сумма менән юҡҡа сыға.
Ғәҙәттә, улар яңғырауыҡлы, үҙенә йәлеп итеп торған атамалар һайлай: IT-компания, интернет-компания, инновациялы проект... Акция һәм облигациялар тәҡдим итәләр, йыйылған аҡсаны ҙур килем килтерәсәк төҙөлөшкә, алтын табыу сәнәғәтенә, юғары һөҙөмтәле производствоға йүнәлтергә вәғәҙәләйҙәр, бәғзе берәүҙәре хатта, кредиттарығыҙҙы тулыһынса ҡаплайбыҙ, тип тә ебәрә.
Бынан бер нисә йыл элек “Древпром” тип аталған ойошма тураһында күп һөйләнелде. Билдәле процентҡа кредиттар буйынса бурыстарығыҙҙы ҡаплайбыҙ, тип ул әллә күпме халыҡты алданы. Рәсәй буйынса “Древпром” ҡармағына һигеҙ меңдән ашыу кеше эләгеп, 566 миллион аҡсаһын юғалтҡан, тип иҫәпләнә. Ойошма эшмәкәрлеге хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан туҡтатылды.
Былтыр мутлашыусылар “Древпром онлайн” исеме менән йәнә пәйҙә булды. Элекке клиенттарын, смс-хәбәрҙәр аша бурыстарын ҡаплаясаҡтарын вәғәҙә итеп, ышандырырға тырыштылар. Шулай уҡ брустан йорттар төҙөүҙә инвестор булырға өгөтләнеләр. Бының өсөн, йәнәһе, сайтта теркәлеп, аҡса күсереү ҙә етә.
Ҡапҡанға эләкмәҫ өсөн, иң тәүҙә бындай ойошмаларҙың әлеге эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә лицензияһы йәки дәүләт реес­трында теркәлеүе менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Килешеү өлгөһө менән танышығыҙ, бойон­дороҡһоҙ финанс йәки юридик консультацияға мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр финанс пирамидаһы ҡорбаны булһағыҙ, ойоштороусыларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырырға мөмкин.
Һуңғы йылдарҙа кеше хаҡына байырға теләгән мутлашыусылар бигерәк күбәйеп китте. Уяу булайыҡ, хәләл аҡсабыҙҙың бәрәкәтен күрәйек, яҡындарыбыҙҙы, ололарҙы мутлашыу ауынан аралайыҡ.


Вернуться назад