Аҡса — иҫәпте, аҡыл үлсәүҙе ярата19.06.2018
Аҡса — иҫәпте, аҡыл үлсәүҙе яратаЙәш ирҙең үҙ теләге менән яҡты донъя­нан китеүе барыһын да шаңҡытты. Ситтән ҡарағанда бөтәһе лә яҡшы күренә кеүек ине: ҡатыны, ике балаһы бар, бынан бер нисә йыл элек ипотекаға фатир алдылар, сит ил машинаһында елдерҙеләр, диңгеҙ буйында ял итеп тә килделәр.
...Төрлө хәбәрҙәр йөрөнө. Ысынында уның кредиттары күп булып, бурыстарын түләй алмай, башын элмәккә тығыуы асыҡланды.


Кредит алырғамы, әллә баш тартырғамы?

Сер түгел, бөгөн күптәр, бигерәк тә йәштәр кредитҡа йәшәй. Айырым фатир, яңы автомобиль, диңгеҙ буйындағы ял, көнкүреш техникаһы, ҡим­мәтле смартфон – быларҙың барыһын да бурысҡа алырға мөмкин. Был яҡшымы, әллә насармы? Аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Иң мөһиме — банктар менән аҡыллы хеҙмәттәшлек итеү.
Белгестәр билдәләүенсә, бер яҡтан ҡарағанда, кредиттарҙан бөтөнләй баш тартырға ла кәрәкмәй, сөнки заемдар иҡтисадтағы процестарҙы көйләй. Ниндәйҙер өҫтәмә табыш килтерәсәк әйберҙәр өсөн кредит алырға мөмкин. Мәҫәлән, үҙ эшеңде асыу йәки аҡса эшләү маҡсатында яңы компьютер һатып алыу.
Бөгөн күптәр ҡулланыусылар өсөн тәғәйенләнгән кредиттарҙан баш тарта һәм дөрөҫ эшләй. Эксперттар фекеренсә, банктан ҙур сығым талап иткән әйберҙәр, мәҫәлән, автомобиль, күсемһеҙ милек өсөн бурысҡа аҡса алырға мөмкин. Әгәр яңы смартфон, айфон йәки башҡа гаджет өсөн кредит юллай башлаһағыҙ, бурыс һаҙлығына батыуығыҙ ҙа ихтимал. Нисек кенә булмаһын, Рәсәй Үҙәк банкының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, халыҡҡа займ биреү күләме йылдан-йыл үҫә.
Нескәлектәрен белмәйенсә, үтә ҡиммәткә төшәсәк кредит алыуың бар. Түләү шарттары, штраф санкциялары, бурысты кире ҡайтара алмаған осраҡта ниндәй саралар күрелеүе хаҡында алдан белешергә кәрәк. Һөҙөмтәле процент ставкаһы, кредиттың тулы күләме һәм башҡалар тураһында мәғлүмәтле булыу зарур. Килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан ҡағыҙҙы өйгә алып ҡайтып, иғтибар менән уҡығыҙ. Аңлайышһыҙ һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләгеҙ, уларҙың нимә аңлатыуын һорағыҙ.
Ҡайһы берҙә банк ойошмалары кредит юллаған клиентты ғүмерен йәки милкен страховкаларға мәжбүр итә. Был – законға ҡаршы эш. Кредит биреү өсөн ниндәй ҙә булһа башҡа хеҙмәт тәҡдим итеү дөрөҫ түгел. Бынан тыш, йыш ҡына страховка суммаһын да кредит булараҡ үткәрәләр һәм уны ла арттырып түләргә тура килә. Әммә шуны ла оноторға ярамай: ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, эшкә һәләтлелекте юғалтҡанда, тап страховка ярҙамға килә.

Һаҡсыл булырға өйрәнәбеҙ

Аҡса юҡҡа сыҡмаһын өсөн, бына ниндәй кәңәштәр бирә белгестәр: беренсенән, килем менән сығымдарҙың яҙма иҫәбен алып барығыҙ, икенсенән, көтөлмәгән хәл-осраҡ өсөн күпмелер аҡса тотоғоҙ, өсөнсөнән, сығымдарығыҙҙы төрҙәргә бүлегеҙ (мәҫәлән, мотлаҡ һаналған түләүҙәр, аҡса сарыф итмәҫкә мөмкин булғандары һ.б.)
Финанс хәүефһеҙлегеңде тәьмин итеүҙең “алтын” ҡағиҙәһе – килемдең бер өлөшөн һалып барыу. Бының өсөн килем менән сығымдарҙы яраҡлаштырырға кәрәк, йәғни сарыф ителгән аҡса эшләп тапҡандан аҙыраҡ булырға тейеш. Был йәһәттән ярҙамға килгән һәр төрлө мобиль ҡушымталар ҙа бар.
Һаҡсыллыҡты нимәләргә ҡарата ҡулланып була? Йәшәү өсөн үтә мөһим булмаған сығымдарҙан башлағыҙ: әҙер ризыҡтарға заказ биреүҙе, ресторандарға йөрөүҙе, такси, фитнес-клубҡа абонемент һатып алыуҙы кәметегеҙ. Бынан тыш, кейем-һалымды дөрөҫ һайлай белеү байтаҡ аҡсаны янда ҡалдырыуға булышлыҡ итә. Осһоҙ ғына биш кейем һатып алғансы, сифатлынан берәүҙе һайлағыҙ, ул теге бишәүгә ҡарағанда оҙағыраҡ хеҙмәт итәсәк.
Бигерәк тә йәштәр араһында яңы сыҡҡан һәр электрон гаджетты һатып алырға ынтылыу күҙәтелә. Прогресс артынан ҡыуып етеү мөмкин түгел, шулай булғас, йыл һайын яңы ҡорамал алырға кәрәкме икән?
Белгестәр фекеренсә, һаҡсыллыҡтың иң яҡшы алымдарының береһе – “конъюнктур” һатып алыуҙан баш тартыу. Йәғни, башҡаларҙа бар, ни өсөн миндә булмаҫҡа тейеш тип, кәрәкмәгән әйбер алмағыҙ.

Аҡсаны ҡайҙа һаҡларға?

Кәрәк-яраҡҡа тип аҡса һаҡлауҙың иң ышаныслы алымы – банкка һалыу. Депозиттар ниндәйҙер кимәлдә инфляциянан да һаҡлаясаҡ. Граждандарҙың һаҡламдары вкладтары дәүләт тарафынан 1,4 миллион һумғаса страховкалана. Страховка осрағы тыуа ҡалһа, Рәсәй аҡсаһы менән һалынған депозиттар ғына түгел, сит ил валютаһындағылары ла һум курсына торошло ҡайтарыла. Әгәр банктың лицензияһы тартып алынһа, банкротлыҡ иғлан ителһә, һалынған аҡса ике аҙна ваҡыт эсендә кире бирелергә тейеш.
Нимәләр страховкаланмай:
lисемле булмаған һаҡлыҡ кенәгәләре һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар;
lсит вәкәләттәрҙең иҫәптәрендә һаҡланған аҡса;
lэлектрон аҡса (Яндекс-мани; Веб-мани һ.б);
lбанкка ышаныслы идаралыҡҡа тапшырылған аҡса (ПАММ-иҫәптәр);
lҡиммәтле металдар сифатындағы табыш;
lпай инвестиция фондтарына һалынған аҡса;
lшәхси эшҡыуарҙарҙың бизнес-эшмәкәрлек өсөн банк иҫәбендә һаҡланған аҡсаһы.

“Эш хаҡына тиклем”

Ошондай яҙыуҙарҙы ҡалаларҙа аҙым һайын осратырға була, бушлай таратылған реклама гәзиттәре лә иғландар менән тулған.
Белгестәр микрофинанслау ойошмалары күрһәткән хеҙмәттәр менән бик һаҡ эш итергә саҡыра. Улар башлыса бәләкәй суммалағы займ бирә, әммә, ҡағиҙә булараҡ, банктарҙағы ҡулла­ныусылар кредиты менән сағыштырғанда проценттары күпкә юғары. “Эш хаҡына тиклем” тип аталған бындай займ бик тиҙ, артыҡ тикшереүһеҙ, тәьминәтһеҙ бирелә, шуға күрә юғары проценттар бурысҡа бирелгән аҡсаның кире ҡайтарылмау хәүефе ҙур булыуы менән аңлатыла. Исеменән үк күренеүенсә, был хеҙмәт төрө бер нисә көнгә, көтмәгәндә килеп сыҡҡан сығымдарҙы ҡаплауға иҫәп тотоп булдырылған. Уларҙы ниндәйҙер ҙур әйбер һатып алыу өсөн алырға ярамай.
Бындай ойошмалар Рәсәй Банкына буйһона һәм ике төргә бүленә: микрокредитлау һәм микрофинанслау компаниялары. Тәүгеләре граждандарға 500 мең һумғаса займ бирә, ә халыҡтан аҡса ҡабул итә алмай. Ә микрофинанслау компаниялары кешеләргә бер миллион һумғаса займдар биреүгә, шулай уҡ 1,5 миллион һумғаса аҡса ҡабул итеп, һаҡлауға һалырға хоҡуҡлы. Әммә шуны иҫтә тотоу мөһим: МФО-ларға һалынған аҡса дәүләт тарафынан страховкаланмай һәм уларҙы кире ҡайтарыуға гарантия бирмәй.
Займдарға килгәндә инде, законда аныҡ билдәләнгән: микрофинанслау ойошмаһы граждандың проценттар иҫәбенә йыйылған бурысын дөйөм займ суммаһынан өс тапҡырҙан да кү-берәккә арттыра алмай. Шулай уҡ займдың бер өлөшөн түләп, ҡалғанын ваҡытында ҡайтара алмаған осраҡта ла сикләүҙәр бар: проценттар төп суммаға түгел, ә бурыс күләменә ҡарап билдәләнә, һәм улар бурыстан ике тапҡырҙан да артмаҫҡа тейеш.
Шулай итеп:
Әгәр һеҙ аҡсағыҙҙы микрофинанслау ойошмаһына һалырға теләһәгеҙ, ул микрофинанслау ойошмаларының дәүләт реестрында теркәлергә тейеш. Процент ставкаларына иғтибар итегеҙ, килешеүҙең дөйөм һәм шәхсән һеҙгә ҡағылған шарттары менән ентекләп танышығыҙ. Уларҙың һуңғыһында өҫтәмә хеҙмәтләндереү шарттары булыуы ихтимал. Ул һеҙ алған һәм ҡайтарырға тейеш булған суммаға ҡағылышлы булыуы бар.
Займдың тулы хаҡын тикшерегеҙ. Ул килешеүҙең шәхсән шарттарға ҡағылышлы өлөшөнөң беренсе битендә күрһәтелергә тейеш.
Әгәр һеҙ займды ваҡытында ҡайтармаһағыҙ, килешеү шарттарын боҙһағыҙ, МФО бурысты суд аша ғына ҡайтарыу хоҡуғына эйә.

Түләй алмаһағыҙ...

Тормошта төрлө хәл булыуы ихтимал, кемдер ҡыҫҡартылыуға эләгеп, эшенән ҡолаҡ ҡаға, кемдер сиргә дусар була, йәрәхәтләнә. Әммә бер ҡасан да кредитымды түләй алмайым тип төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Иң тәүҙә, бурыс йыйылмаҫ борон, банк бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Ғәҙәттә, банктар проблеманы хәл итеү өсөн түбәндәге юлдарҙы тәҡдим итә:
1. Рефинанслау (йәғни иҫкеһе урынына яңы кредит килешеүе төҙөү). Был алым менән процент ставкаһын, айлыҡ түләүҙәрҙе кәметеү, кредит ваҡытын үҙгәртеү, бер нисә кредитты берләштереү мөмкинлеге бар.
2. Бурысты реструктуризациялау. Кредит килешеүенең шарттарын – түләүҙәр күләмен, кредит ваҡытын үҙгәртеү.
3. Кредит каникулы – билдәле ваҡыт дауамында төп бурысты түләмәй, проценттарҙы ғына ҡаплау мөмкинлеге.
4. Билдәле ваҡытҡа түләүҙәрҙе кисектереп тороу.
Кредит алғанда страховкалау тураһында килешеү төҙөгән булһағыҙ, һеҙҙең әлеге хәлегеҙ страховка осрағына тура килеү-килмәүен тикшерегеҙ. Әгәр тура килһә, килешеү сиктәрендә кредитты страховка компанияһы ҡапларға бурыслы.
Хәҙерге ваҡытта граждандарҙы банкрот тип иғлан итеү мөмкинлеге лә бар. Был кешенең түләй алмаҫлыҡ бурыстарын кисереүҙе аңлата, әммә уның кире яҡтары ла билдәле: милек, ипотекаға алынған фатир тартып алынып һатыуға сығарылыуы ихтимал, банктар банкрот тип иғлан ителгән кешегә кредит биреүҙән баш тарта һ.б.

Баҫым яһау тыйылды

Бынан бер нисә йыл элек киң мәғлүмәт сараларында коллекторҙарҙың бурысын түләй алмаусылар менән тупаҫ эш итеүҙәре тураһында күп һөйләнелде. Элекке йыл коллекторҙар тураһында законға үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер улар йыйылған бурыс күләме һәм уны түләү шарттары тураһында хәбәр итә генә ала. Бының өсөн коллектор бурыслы кеше менән аҙнаһына бер тапҡыр осрашырға хоҡуҡлы. Тәүлегенә — бер, аҙнаһына — ике, айына һигеҙ тапҡыр шылтыратыу рөхсәт ителә. Бурыслыны төндә борсоу, физик һәм психологик баҫым яһау, һаулығына, мөлкәтенә зыян килтереү тыйыла. Шулай уҡ бурыс хаҡында кешенең туғандарына, коллегаларына хәбәр итергә, был мәғлүмәтте таратырға ярамай. Әйткәндәй, коллекторҙарҙың эшмәкәрлеген Суд пристав­тарының федераль һалым хеҙмәте күҙәтеүҙә тота.

Дәрестәр индереләсәк

Республикабыҙҙа финанс белемен арттырыу эше мәктәп эскәмйәһенән үк башланасаҡ. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы йүнәлештең маҡсаты – ошо өлкәләге программаларҙы киңерәк танытыу, һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлап, артабан үҫтереү. Бындай эшмәкәрлек әлеге ваҡытта 23 мәктәптә алып барыла. Уҡыусылар финанс нигеҙҙәрен өйрәнеп кенә ҡалмай, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ла ҡатнаша. Тиҙҙән финанс белеме нигеҙҙәре факультатив күнекмә булараҡ ҡына түгел, ә йәмғиәтте өйрәнеү дәресе сиктәрендә өйрәнеләсәк һәм был эшмәкәрлеккә мөмкин тиклем күберәк уҡыусылар йәлеп ителәсәк тип күҙаллана.

Шәүрә ҒӘЛИМЙӘНОВА, Учалы ҡалаһындағы 1-се башҡорт лицейының директор урынбаҫары:
— 2017/18 уҡыу йылында өлкән класс уҡыу­сылары өсөн хоҡуҡи һәм финанс грамоталылығын үҫтереү буйынса, ситтән белгестәр йәлеп ителеп, лекция-консультациялар уҙғарылды. Киләһе йылдың уҡыу планы әлегә әҙер түгел, был йүнәлештә дәрестәр индерелһә, бигерәк тә сығарылыш кластары өсөн файҙаға ғына буласаҡ.
Фәймә ӘХМӘТОВА, биш бала әсәһе, Белорет районы:
— Бындай дәрестәр бик кәрәктер, тип уйлайым. Хәҙерге ҡатмарлы заманда, бигерәк тә йәштәр араһында төрлө финанс пирамидаларына ылығып китеүселәр, тиҫтерҙәре алдында “текә” күренергә теләп, күҙе ҡыҙған һәр нәмәне кредитҡа алып, бурыс һаҙлығына батыусылар күп. Финанс белеме нигеҙҙәре дәресе индерелһә, йәш быуынды аҡылһыҙ аҙымдан аралап булыр, тип уйлайым.

Бурыс ашағансы борос аша

Кредитомания – яңы төр бәйлелек. Психологтар бурыс һаҙлығына батыуҙың төп сәбәбен фәҡәт шунда күрә: башҡалар алдында маһайыу, бер кемдән дә кәм түгелмен тигәнде иҫбатларға тырышыу. Бындай кеше үҙен ихтирам итмәй, фиғеленең яҡшы-насар икәнлеген тик матди байлыҡҡа бәйләй.
Икенсе сәбәп – киләсәк тураһында уйламау һәм уйларға теләмәү. Был өлгөрмәгән, олоғайғанда ла “һаҡаллы сабый” булып ҡалған шәхестең билдәһе, психологияла инфантилизм тип атала.
Бик йыш кредитоманияға икенсе төр бәйлелектәр килтерә: ҡомарлы уйындары, шопоголизм, эскелек һәм наркомания һ.б.
Кредитоманияға айырыуса бирешкән төркөмдәр: финанс яғынан грамотаһыҙ граждандар, яуаплылыҡ алырға күнекмәгән йәштәр, заман иҡтисад системаһына төшөнә алмаған ололар, донъяға “алһыу күҙлек” аша ҡарарға өйрәнгән кешеләр, авантюристар.

Банкты тикшерегеҙ

Банктар һәм кредит ойошмалары исемлеге менән Рәсәй Үҙәк банкының сайтында танышырға мөмкин: cbr.ru /credit/main.asp. Ошонда уҡ (cbr.ru) ҡайһы финанс ойошманың лицензияһы тартып алыныуы тураһында мәғлүмәт бирелә.
Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы финанс белеме нигеҙҙәренә арналған яңы сайт булдырҙы: fincult.info. Ул теге йәки был финанс хеҙмәтләндереү төрөн файҙаланырға теләгәндәр, финанс баҙары эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн файҙалы буласаҡ.


Вернуться назад