Автомобиль Ульяновск өлкәһенә китте...16.06.2018
Өфө ҡалаһының “Мир” туҡталышы янында “Салауат вариҫтары” яҙыулы автомобилде күргәс, Интернет селтәре аша 12 июндә Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, “Башҡортостан Республикаһының көрәш һәм билбау көрәше буйынса спорт федерацияһы” төбәк йәмғиәт ойошмаһы ярҙамында, Өфө ҡалаһы Совет районының 80 йыллыҡ юбилейына уңайынан милли көрәш буйынса “Салауат вариҫтары” тип аталаған Бөтә Рәсәй асыҡ турнир ойошторолоуын белдек.

Тимәк, “Лада Гранта” еңеүсегә тапшырыласаҡ бүләк автомобиль кемгә тәтейәсәге менән ҡыҙыҡһынып, байрам көндө Якутов паркында үткән сараға юлландыҡ.
Паркта милли рух хакимлыҡ итә ине: ете урында бороғо кәсепселек менән шөғөлләнгәндәр халҡыбыҙҙың орнаментлы кейемдәрен, биҙәүестәрен, музыка ҡоралдарын һатыуға сығарған. Төрлө саралар ойошторолған төп урында көрәш майҙанын ҡорғандар. Ойоштороу юғары кимәлдә.
Бына бер-бер артлы көрәшселәр үҙ ауырлыҡ категориялары буйынса бәйге келәменә сыҡты. Ярыш шарттары буйынса, бәйгелә ауырлыҡтары 60 килограмдан артҡан батырҙар ғына ҡатанаша ала ине. Сарала үҙебеҙҙең төбәк көрәшселәренән тыш, күрше Татарстан Республикаһынан, Ырымбур өлкәһенән, хатта Ульяновск өлкәһенән дә батырҙар килгәйне. Ғөмүмән, 100-ҙән ашыу батыр бил тотто.
Тик көстәр тигеҙ түгел ине. Тәүге алыштарҙа уҡ Ульяновск өлкәһенән Сергей исемле тигән бәһлеүән айырылып торҙо. Уға иғтибар итмәү мөмкин түгел – 170 килограмм ауырлыҡтағы көрәшсе алышҡа сыҡҡан һәр кемде күтәреп кенә һалды. Дәғүәселәре уны урынынан да ҡуҙғата алманы. Һөҙөмтәлә, Сергей Павлик тәүге тапҡыр ойошторолған “Салауат вариҫтары” турнирының төп бүләген – “Лада Гранта”автомобилен Ульяновск өлкәһенә алып ҡайтып китте.
Ҡыҙғыныс, ә бит төп еңеүсе үҙе­беҙ­ҙең башҡорт егете булыр, тип уйлағайныҡ...


Вернуться назад