Мәҙәктәр16.06.2018
Артынан йүгергән...

Бер саҡ Бәхет соҡорға ҡолап төшкән, ти. Янынан өс егет үтеп бара икән.
– Сығырға ярҙам итһәгеҙсе, – тип өндәшкән уларға Бәхет.
– Ә урынына нимә булыр һуң? – тигән егеттәрҙең береһе. – Аҡса бирһәң...
Теләге үтәлгәс, ул, бурысын иҫтән сығарып, шатлығынан ашығып китеп барған. Икенсеһе иһә Бәхеттән һылыу ҡатын һораған. Ниәтенә өлгәшкәс, ул да бәләгә тарыған меҫкен хаҡында онотҡан. Соҡор янына өсөнсө егет килеп баҫҡан. Ул һүҙһеҙ генә ярҙам күрһәткән дә үҙ юлынан киткән. Бәхет иһә уның артынан йүгергән...

“Яратырға өйрән”

Имамға бер егет килгән дә зарын белдергән:
– Хәҙрәт, мине берәү ҙә яратмай. Ҡыҙҙар ҙа. Ни өсөн?
– Үҙең шундайһың бит, – тип яуаплаған имам. – Кешеләрҙе яратырға өйрән. Тәү сиратта үҙеңде...

Йөрәктәр алыҫлашмаһын

Остаз уҡыусыларына шундай һорау биргән:
– Кешеләр әрләшкәндә ни өсөн бер-береһенә ҡысҡыра тип уйлайһығыҙ?
– Улар тыныслығын юғалта, шуға тауыш күтәрә башлай.
– Ә ниңә мотлаҡ ҡысҡырырға һуң? – тип төпсөнгән остаз. – Әрләшкән кешең яныңда тора бит. Ипләп әйтеп булмаймы ни?
Уҡыусылар төрлө яуап ҡайтарған, әммә остазға уларҙың береһе лә оҡшамаған. Һөҙөмтәлә үҙе аңлатҡан:
– Әгәр кешеләр араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуһа, уларҙың йөрәктәре алыҫлаша. Тимәк, бер-береһен ишетеү өсөн ҡысҡырырға тура килә. Асыу көслөрәк булған һайын тауыш та ярһыуыраҡ.
Ә бер-береһен һөйгәндәр, йөрәктәре яҡынлыҡтан, шыбырлауҙы ла ишетә. Хатта ки һүҙһеҙ ҙә аңлаша улар.


Вернуться назад