Үҙең булып ҡалыу – бәхет16.06.2018
“Бәхетле булыуың хаҡында уңға-һулға һөйләп йөрөмә – күҙ тейер”, тиҙәр. Динебеҙ ҡанундары нигеҙенә лә шул мәғәнә һалынған. Ошо тыйыуҙарҙы иҫтә тотоп, бөгөнгө тормошома шөкөр итеп, ырыҫ серҙәре менән уртаҡлашырға ниәт иттем.
...Беҙ апайым менән әсәйебеҙ тәрбиәһендә үҫтек. Атайыбыҙ хаҡында шуны ғына белә инем: ул, ғаиләһен ташлап, икенсе ҡатынға сығып киткән, алыҫта – ҡала яғында йәшәй. Өләсәйем әйтеүенсә, булдыҡһыҙ, бешмәгән кеше булған. “Аҡса табырға ла эшкинмәне. Ярай әле әсәйең ваҡытында ҡотолдо”, – тиер ине.
Бәләкәйҙән йорт-ихаталағы барлыҡ ауыр эштәргә егелдек. Әсәйем туҡтауһыҙ зарланыр, йыш ҡына сығырынан-сығып туҙыныр, әрләр ине. Ауыр тормошонда ниңәлер гел беҙҙе ғәйепләне. “Бына һеҙ булмаһағыҙ...”, “ошолар тип ғүмерем заяға үтте”, “атайығыҙ һымаҡ әҙерҙе көтөп...” – шундай һүҙҙәрҙе көн дә тиерлек ишетә инек. Ир тигәнде ен һымаҡ күреп буй еткерҙек.
Туғыҙынсы кластан һуң башҡа уҡыманым. Әсәйемдең янында ҡалыу мөмкин булмағас, ҡалаға эш эҙләп китеп, тәүҙә баҙарҙа тауар ташыуҙа ярҙамлашып йөрөнөм, унан бер йылдан сауҙа үҙәктәренең береһенә йыйыштырыусы итеп алдылар. Шунда үҙем кеүек хеҙмәт күрһәткән бер ир менән танышып, күпмелер ваҡыттан бергә йәшәй башланыҡ. Минең һымаҡ ул да атайһыҙ үҫкән. Эш рәтен белмәүен, маҡсатһыҙлығын, көн уҙһын – сабата туҙһын тип йәшәүен алдан уҡ һиҙә инем инде. Фатирға түләү ваҡыты етһә, һәр ваҡыттағыса, аҡсаһы юҡ. Быға иҫе лә китмәй, оялмай ҙа. Минең арҡала йәшәп ятыуы хаҡында уйлап та бирмәй кеүек. Ә эштән һуң мотлаҡ һыра тотоп ҡайтырға онотмай...
“Ирҙәр кеше түгел” тигәнде бала саҡтан ишетеп үҫкәнгәлер, бер фатирҙа йәшәгән бәндәнең ҡылыҡтарына ғәжәпләнмәнем дә һымаҡ. Шундай булырға тейештер – ир бит. Ләкин бер аҙҙан был әҙәм шешәләштәрен эйәртеп ҡайта, дәғүәмә ҡаршы ҡул күтәрә башлағас, сыҙамлығым һынды: сығып киттем...
Ошо ваҡиғанан һуң осраттым Таһирҙы. Дауаханала оҙаҡ ҡына ятырға тура килгәйне, шунда ул палаталашыма – әсәһенә – килеп йөрөнө. Икеһе араһындағы мөнәсәбәтте тәүҙә ныҡ аптырап күҙәттем. Ышанманым, ялған кеүек күренде. Егет әсәһенең янында йүгереп йөрөй, әйткән һәр һүҙен иғтибар менән тыңлай, кәйефен күтәрергә тырыша, хәстәрләй, борсола... Көн дә килеп тора, өҫтәүенә бер нисә ҡат шылтырата. Мөләйем инәй ризығын минең менән һәр саҡ ихлас уртаҡлаша, дәртләндерергә ынтыла. Улы ла килгән һайын хәлемде белешә, “Нимә кәрәк – һорағыҙ, килтерермен. Бер ҙә уңайһыҙланмағыҙ”, – ти. Ошондай ғәжәп йылы мөхиттә үҙемде бөтөнләй икенсе кеше – ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙ итеп тоя башланым. Баҡһаң, беҙҙең бөтөн бәхетебеҙ хәстәрлекле ир ҡулында икән. Ана бит, әсәй кеше олоғайған көнөндә улынан ҡайһылай оло хөрмәт күреп һөйөнә...
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иң яҡындарыма әйләнгән кешеләрҙән, шөкөр, Аллаһ Тәғәләм айырманы. Бына инде дүрт йылдан ашыу ҙур ғаилә булып бергә йәшәйбеҙ. Дин юлындағы ирем Таһир барыбыҙға ла – ҡәйнәмә, миңә, ике ҡыҙыбыҙға, туғандарына, әсәйемә (яңғыҙ ҡалған ҡәҙерлемде үҙебеҙгә күсереп алдыҡ) – ныҡлы терәк-таяныс. Аллаға шөкөр, элекке кеүек “Ҡайҙан аҡса алырға?” тип баш ватмайым, бар шөғөлөм яҡшы әсәй, ҡатын, килен, ҡыҙ, хужабикә булыу. Гүзәл зат Раббыбыҙ тарафынан тап шуның өсөн яралтылған да бит. Тәғәйенләнешем буйынса йәшәгәс, үҙемде асылып килгән сәскә кеүек тоям. Бөтөн ерҙе йәмләгем, изгелеккә, нурға күмгем килә!
Бала сағымдан айырмалы, үҙемде башҡаларға кәрәкле тип тоям хәҙер. Ҡыҙҙарыбыҙ менән атаһы араһындағы шул ҡәҙәр йылы мөнәсәбәтте күреп һөйөнәм. Эйе, бала яратылып үҫергә тейеш. Айырыуса атаһының һөйөүен тойоуы мөһим. Был – бәхеттең төп нигеҙе.
Сираттағы изге Рамаҙанда йәнә күмәкләшеп ураҙа тоттоҡ, һәр таңды доғалар, матур теләктәр менән ҡаршы алдыҡ. Раббыбыҙ һәр йортҡа, ғаиләгә ошондай күңел тыныслығы, ырыҫ-бәрәкәт бирһен ине, иншаллаһ. Ир ҙә, ҡатын да үҙ урынында булһын. Бер-беребеҙҙе ҡәҙерләйек, бәхетле итергә тырышайыҡ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.