Был һүҙҙе йыш ишетергә була. Республика кимәлендә лә төрлө сәсәндәр бәйгеһе уҙғарыла. Тик дөрөҫ аңлайбыҙмы икән был һүҙҙең мәғәнәһен? Һәр импровизатор, һәр эпосты яттан белгән кеше сәсән тигән исемгә лайыҡмы?Был һорауға яуап бирер өсөн тарихыбыҙға күҙ һалайыҡ. Сәсәндәр халҡыбыҙҙы донъя кимәленә күтәргән, кәрәк саҡта йор һүҙҙәре менән илебеҙҙе берләштереп яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәгән. Шулай уҡ ырыуҙар араһында сыҡҡан төрлө көнкүреш һорауҙарҙы сисер өсөн дә сәсәндәргә мөрәжәғәт иткәндәр. Ҙур йыйындарҙа ла улар төп урында булған, һуңғы һүҙҙе уларға биргәндәр. Тимәк, сәсәндәрҙең импровизаторлыҡ һәләтенән тыш, донъяны күрә белеү, киләсәкте күҙаллау, заманса, киң фекер йөрөтөү кеүек сифаттары ла булырға тейештер.
Башҡорт халҡының үткәненә күҙ һалһаҡ, беҙ батырҙарға бай булғанбыҙ. Һәр икенсе башҡорт яуҙа ниндәй ҙә булһа батырлыҡ күрһәткән, яра алған. Эйе, һәр егерме йыл һайын ҙур күтәрелештәр булып торған, шул ваҡыттарҙа ысын ир кеше изге яу эсендә йөрөгән. Был халыҡ ижадында ла ҙур урын алған күпме мәҡәл бар. Мәҫәлән, “Батыр яраһыҙ булмаҫ”, “Батырға үлем юҡ”, “Батырҙы яу тыуҙыра”. Ә ошо батырҙарҙың рухын, дәртен, иманын күтәреүсе булып кем торған һуң? Кем уларҙы Тыуған илде, ерҙе, телде яҡлауға саҡырып изге яуға өндәгән? Бер ҡасан да ата-әсә үҙенең балаһына ауырлыҡ теләмәҫ, яуға сығыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Салауат Юлаевты ғына иҫкә алһаҡ та, тәүҙә атаһы Юлай ҡаршы була, әммә аҙаҡ бергә изге яуға күтәрелә. Үрҙә әйтелгәнсә, һәр йыйылышта, һәр Ҡоролтайҙа төп һүҙ, һуңғы һүҙ сәсәнгә бирелгән. Халыҡты ла дәртләндереүсе, рухландырыусы – ул сәсән.
Милләтебеҙҙең иң бөйөк эпосы – “Урал батыр”. Ул халҡыбыҙҙың иң боронғо ҡомартҡыһы тип һанала. Һәм, белеүебеҙсә, был эпос та беҙҙең көнгә тиклем, быуаттар аша тап сәсәндәр ярҙамында килеп етә. Мөхәммәтша Буранғолов был эпосты 1910 йылда Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып ала. Ул бер нисә көн эсендә генә яҙып алмай, ә бер нисә ай үтеп китә эпосты тулыһынса уларҙан һөйләткәнсе. Буранғоловтың яҙмаларын уҡыһаҡ, сәсәндәрҙең ниндәйҙер трансҡа инеп китеүен күрәбеҙ, һәм ошо рәүештә улар эпосты һөйләгән, күрһәткән, илаған, ҡайһы саҡ йығылып та киткән. Әгәр ҙә берәй ерҙә туҡтап ҡалһалар, һөйләүҙе иң баштан башлаған.
Тимәк, был эпос үҙендә ҙур әйтеп бөтмәҫлек энергия, көс йөрөтә һәм уны быуындан быуынға сәсәндәр ярҙамында тапшырып килгән. “Урал батыр” эпосын яттан, рухына һеңдерә белгән шәхес, үҙе иҫән саҡта берәй кешене махсус әҙерләп, ошо эпосты уға һөйләп, трансҡа кертеп, бар энергияны, кодты уға ебәргән. Эпосты күп кешегә һөйләп булған, әммә хафиз булараҡ, иң юғары күңеллеләре генә һайланғандыр. Нисек кенә булмаһын, Мөхәммәтша Буранғолов ысын сәсәндәрҙән ғалимдар тарафынан үҙгәртелмәгән эпосты ишеткән, күргән, һиҙгән, шуға күрә лә уны ла ысын сәсән тип әйтә алабыҙ, минеңсә!
“Урал батыр” эпосын халҡыбыҙҙың паспорты тип тә, беҙҙең конституция тип тә әйтәбеҙ. Ысынлап та, ул бит кешене кеше булырға саҡыра, яҡшылыҡҡа өндәй, изгелеккә әйҙәй, йолаларҙың көсөн күрһәтә. Был – халҡыбыҙҙың борон-борондан Аллаһтың көсө менән барлыҡҡа килтерелгән милли ҡомартҡы.
Бөгөн һәр илдең конституцияһы бар. Шул ҡанундарҙы белгән кеше, шул ҡанундар менән хөкөм иткән кеше – судья. Тимәк, борон ниндәй генә сәсән булмаһын, ул иң беренсе халыҡтың ҡанунын – “Урал батыр” эпосын белергә, шуны аңларға ынтылырға тырышҡандыр. Аңлау бер көндә генә килмәй, ә йылдар буйы төрлө фекер менән байып, донъя гиҙгәс кенә тыуалыр.
Беҙҙең халыҡта сәсәндәр менән бәйләнеш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Совет осоронда өҙөлә. Бөгөн филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева халыҡта ошо аңды тергеҙергә тырыша, шуның өҫтөндә эшләй. Төрлө конкурстар уҙғарыла. “Сәсәндәр бәйгеһе” тигән атама — бөгөн беҙҙең өсөн иң юғары сара. Эйе, был тәүге аҙымдар, шуға күрә лә ошондай конкурстарҙы үткәреп, халҡыбыҙҙың йөрәгендә бәләкәй генә булһа ла ысын сәсәндәрҙең осҡонон сәсеү дөрөҫ, тип уйлайым.