Брно ҡалаһында “Тормошто йыр үҙгәртә” тип аталған концерт ойошторолдо. Унда Рәсәйҙән сыҡҡан моң эйәһе, Варшава опера театры йырсыһы, дирижер, вокал буйынса педагог Зоя Илищенко һәм исеме донъяға танылған Одесса филармонияһы солисы, украин халыҡ ҡыллы инструменттар ансамбле скрипкасыһы Максим Крисань сығыш яһаны.
Гранд-отель бинаһында был көндә алма төшөр ҙә урын ҡалмағайны. Ҡайҙан ғына килмәгәндәр: Белоруссия, Украина, Санкт-Петербург, Мәскәү, Екатеринбург, Новосибирск, Өфө... Йыр-моңға һөйөү осраштырҙы, таныштырҙы уларҙы. Скрипканың илаһи көйө, Зоя Илищенконың Вивальди, Шуберт, Франк, Огинский, Рахманинов, Мендельсон музыкаларына ижад ителгән арияларҙы башҡарыуы араларҙағы дуҫлыҡ күперен тағы ла нығытты.
Фестивалде ойоштороусы – Брнолағы урыҫ мәҙәниәте ойошмаһы етәксеһе Елена Вондроушкова. Ул ошондай дуҫлыҡ мәҙәни сараларын йыл да уҙғарып тора.
– Тормошобоҙҙо үҙебеҙ яҡшыртайыҡ, – тине концертты алып барыусы Андрей Шамратов. – Йыр-моң – күп нәмәнән дауа. Ошондай дуҫлыҡ тамашаларында даими осрашып, күңелебеҙҙе таҙартып, рухыбыҙҙы байытып йәшәйек.
Андрей Шамратов моңдоң мөғжизәүи көсөнә бәйле бөйөк композиторҙар, музыканттар тормошонан байтаҡ миҫал килтерҙе. Шуларҙың береһе, мәҫәлән, донъяға билдәле Лара Фавен хаҡында. Берҙән-бер улы үлеп киткәс, уның тауышы бөтә, йырлай алмай башлай. Ә концерттарына бер нисә йыл алдан уҡ билет һатылып бөткән...
Тәғәйенләнгән көндә халыҡ тамашаға күпләп ағыла. Бына Лара сәхнәгә сығып баҫа һәм халыҡҡа баш эйә. Алып барыусы тәүге йырҙы иғлан итә. Ул “Мин һине яратам, тормош!” тип аталған була. Музыканттар тәүге аккордты ала, ә йырсының тауышы сыҡмай... Шул саҡ көтөлмәгән хәл була: киң мәғлүмәт саралары аша талант эйәһенең улын юғалтҡанын белгән тамашасылар “Беҙ һине яратабыҙ, Лара!” тип йырлай башлай. Моң эйәһе түгелеп илай... Халыҡ һөйөүен тойоуҙан уның тауышы асыла, үҙендә йәшәргә көс таба. Мөхәббәттең мөғжизәүи көсөнә бәйле миҫалдарҙы үҙебеҙҙең тормоштан да күпме килтерергә мөмкин!
Бөйөк кешеләрҙең әйткәндәрен хәтергә төшөрөп үтәйек: “Мөхәббәт – ул моң” (А. С. Пушкин), “Моң кеше йөрәгендә ут ҡабыҙа” (Бах), “Моңға тел кәрәкмәй, ул бөтөн телдәрҙә лә бер төрлө яңғырай” (Б. Авербах), “Моң ҡайғы-хәсрәттән дауалай” (У. Шекспир), “Музыка – бар халыҡ һәм милләттәрҙең дөйөм хазинаһы” (П. Чайковский), “Әгәр көй күңел өсөн генә яҙылһа, мин бөтөнләй ижад итмәҫ инем...” (Гендель) һ.б. Әлеге концертта яңғыраған илаһи моң өлгөләре ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына йәнә бер ҡат инандырҙы, тамашаға килгән һәр кемде уйландырҙы, рухландырҙы, яңы үрҙәргә ҡанатландырҙы.
Чехия.