Мәңге хәтерҙә...16.06.2018
Мәңге хәтерҙә...Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы Матбуғат йорто алдындағы Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ.

– Республикабыҙҙың дәүләт эшмә­кәре булғанда Шәһит Әхмәт улы башҡорт матбуғатын хәстәрләгән, шул уҡ ваҡытта ҡулынан ҡәләмен ташламаған, киреһенсә, даими үткер мәҡәләләр баҫтырған. Шуныһы, граждандар һуғышы уның һаулығына кире йоғонто яһаған. Яҡташыбыҙҙың журналистиканың башында тороуын, журналистикаға нигеҙ һалыуын һис кенә лә оноторға ярамай, – тине “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Венера Хәкимова.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков иһә Матбуғат йортонда Журналистар союзына яңы офис бирелеүе тураһында һөйөнсөләне, хәбәрселәрҙең ҡәлә­менең үткер булыуын теләне.
Артабан ҡунаҡтар Шәһит Хоҙай­бирҙиндың йорт-музейы менән танышты, аҙаҡтан “Журналистика – беҙҙең яҙмыш” республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде.


Вернуться назад