Байрам именлек килтерә16.06.2018
Байрам именлек килтерәРеспублика Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВ Башҡортостан мосолмандарын байрам менән ҡотланы. Унда былай тиелә:

“Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы мосолмандары!
Һеҙҙе изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы етеүе айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Күп быуаттар дауамында мосолман өммәте билдәләгән был байрамда атай-олатайҙарыбыҙҙың бай рухи-тарихи мираҫы сағыла. Ул әхлаҡи яңырыуҙы кәүҙәләндерә, сабыр һәм изге күңелле, миһырбанлы һәм ғәҙел булырға өйрәтә. Диндарҙарҙың һәр береһе ошо көндәрҙә мохтажлыҡ кисергәндәрҙең барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙырға ынтыла.
Бөгөн Башҡортостандағы мосолман руханиҙары республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, мөһим хәйриә, ағартыу һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра. Өммәттең әүҙемлеге һөҙөмтәһендә мәсеттәр һәм уҡыу йорттары төҙөү дауам итә, ислам мәғарифы камиллаша, мосолмандар өсөн изге урындаға хаж ҡылыу ойошторола.
Республиканың традицион конфессиялары күп милләтле һәм күп конфессиялы илебеҙҙә артабан да тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлауға тырышлыҡ һалыр, тип ышанам.
Ҡәҙерле дуҫтар, ошо көндәрҙә һеҙгә һаулыҡ, изгелек һәм тыныслыҡ теләйем. Изге байрам һәр йортҡа яҡшы кәйеф, йылылыҡ һәм именлек алып килһен!”


Вернуться назад