Матбуғат_дуҫтары Һаман да уҡыйым16.06.2018
“Башҡортостан” гәзитен ғүмерем буйы алдырып уҡыйым. Ул беҙҙең ғаилә гәзите. Атайым золом ҡорбаны Әүхәҙей Тәхәүетдинов (1899–1937) үҙе хеҙмәт иткән кавалерия корпусы составында Совет власының алтынын урлап ҡасҡан Колчак бандаларын Монголия территорияһына тиклем ҡыуыуҙа ҡатнашҡан. Граждандар һуғышы бөткәс, тыуған ауылында, атаһы Илһам ҡарый указлы мулла булған Ярлыҡапта, башта ауыл советы секретары, һайлауҙар үткәс, рәйес итеп һайланып, Совет власын нығытыу буйынса оҙаҡ йылдар эшләгән һәм… “Вәлидовсы, мортазинсы” тип, 1938 йылдың 3 ғинуарында атылған.

Атайым, мине үҙенең алдына ултыртып, шул осорҙағы “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитен ҡулына тотоп хәрефтәр өйрәткән. Шулай уҡырға өйрәнгәс, мине 6 йәшем тулыр-тулмаҫтан мәктәпкә биргән.
Аҙаҡ Билал мәктәп интернатында уҡығанда ла (1938 – 1941 йылдар), Ташбулат балалар йортонда тәрбиә­ләнгәндә лә, унан шунда уҡ тәрбиәсе булып эшләгәндә лә (1943 – 1949), Темәс педагогия училищеһында уҡыу йылдарында ла (1949 – 1953) гәзит-журналдарҙы уҡымайынса булдыра алманым. Матбуғатҡа яҙылып уҡыу – яратҡан шөғөлөм. “Башҡортостан” гәзитенә 1954 йылдан өҙлөкһөҙ яҙылам. Совет осоронда ла, унан һуң да әле беҙҙең быуын уҡып үҫте, ең һыҙғанып эшләне.
2018 йылдың тәүге яртыһына (һуғыш ветерандарына, I-II группа инвалидтарына ташламалы яҙылыуға ун көнлөк иғлан ителде. Һаулығым ҡаҡшаһа ла, күҙ ҙә элеккесә булмаһа ла (береһе хатта күрмәй тигәндәй), барыбер уҡыйым, ете төрлө гәзиткә яҙылдым. Алтыһы — башҡортса, береһе урыҫса — “АИФ Башкортостан”.
Һеҙҙе туғаным һымаҡ яҡын күрәм, журналистарҙы һағынам.

Нәғимә ИЛҺАМОВА,
хеҙмәт ветераны.

Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.


Вернуться назад