“Эшең ҡәнәғәтлек килтерһен”16.06.2018
“Эшең ҡәнәғәтлек килтерһен”Кешене хеҙмәт биҙәй. Эшһөйәрлек, яратҡан һөнәрең булыуы – үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәтлектең, яҡшы йәшәүҙең төп нигеҙе. Мәләүез ҡалаһындағы балалар поликлиникаһында оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы бурысын атҡарған Рәүилә Ҡотлобаеваның тормошо – быға аныҡ дәлил. Үҙенә генә түгел, бәләкәстәрҙең ата-әсәһенә ҡарата ла талапсан, хәстәрлекле ханым һаулыҡҡа иғтибарҙың йәмғиәт именлегенең төп нигеҙе икәненә ныҡлы инанған.

...Теүәл фәндәргә өҫтөнлөк биргән ҡыҙ, мәктәпте уңышлы тамамлап, Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Һөнәри белем алғас, хеҙмәт юлын Мәләүез ҡалаһындағы балалар поликлиникаһының йоғошло ауырыуҙар кабинетында шәфҡәт туташы булып башлай. Бер аҙҙан Яҡты Күл ауылы егетенә кейәүгә сыға. Йәш ғаилә шунда төпләнә, йорт һала. Шулай ҙа Рәүилә ханым яратҡан һөнәренән айырылмай, көн дә ҡалаға йөрөп эшләүен дауам итә. Күпмелер ваҡыттан һуң иһә ҡалаға бөтөнләйгә күсергә мәжбүр булалар.
Тырыш, намыҫлы белгестең хеҙмәте төрлө ойошма-ведом­стволарҙың маҡтау грамоталары менән баһалана. 2007 йылда уны район үҙәк дауаханаһының өлкәндәр поликлиникаһына күсерәләр. Белем алыуын юғары уҡыу йортонда дауам итеү мөмкинлеге булмай, шулай ҙа Рәүилә ханым һис ҡасан ғилемен камиллаштырыуҙан туҡтамай, махсус китаптар, баҫма-әсбаптар ярҙамында тәжрибәһен даими байыта. Балалары Илдар менән Резеда ла зауыҡҡа ярашлы һөнәр һайлауҙың, тырышлыҡтың тормошта ни ҡәҙәр мөһим икәнен белеп буй еткергән. “Эш күңелгә ҡәнәғәтлек бирергә тейеш. Кире осраҡта кешенең бөтөн ынты­лыштарының юҡҡа сығыуы ихтимал” тигән һабаҡҡа таяна улар.

Мәләүез ҡалаһы.


Вернуться назад