Яҙғы саҡырылыш дауам итә03.05.2012
Рәсәйҙә 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы башланды. Ул 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.
Һалдаттарҙың барыһы ла бер йыл хеҙмәт итәсәк. Шуны билдәләргә кәрәк: хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан ике балаһы булған, балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән атай кеше, юғары уҡыу йортона йәки аспирантураға уҡырға ингән, һаулығы насар булған, башҡа дәүләттә хәрби хеҙмәтен үтәгән һәм альтернатив хеҙмәтте һайлаған граждандар кисектереү хоҡуғына эйә. Әлбиттә, был кисектереүҙәр саҡырылыш комиссияһы ағзалары тарафынан закон нигеҙендә хәл ителә. Комиссия ултырышында буласаҡ һалдаттың ата-әсәһе лә ҡатнаша ала.
Ғөмүмән, яҙғы саҡырылыш һәр ваҡыт ҡыҙыу үтә. Быны егеттәрҙең өлгөргәнлек аттестаты алыуы һәм бер үк ваҡытта республиканың юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү имтихандары башланыуы менән дә аңлатырға кәрәк. Шуға, статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, хәрби хеҙмәткә 18 йәшлектәрҙең ни бары 20 — 30 проценты ғына алына, сөнки күптәр юғары уҡыу йорттарына, колледждарға уҡырға инә һәм уларға кисектереү бирелә. Ҡыҫҡаһы, сығарылыш уҡыусыларына ҡайғырырға урын юҡ. Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариаты белгестәре белдереүенсә, улар тәү сиратта хәрби хеҙмәткә өлкән йәштәге егеттәрҙе саҡыра, ә уҡыуын артабан дауам итергә теләгән 18 йәшлек егеттәргә юғары уҡыу йорттарына инергә мөмкинлек бирелә. Ә бына бер ниндәй сәбәпһеҙ армия хеҙмәтенән ҡасып йөрөгәндәргә иһә закон алдында яуап тоторға тура киләсәк. Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына ярашлы, законһыҙ нигеҙҙә хәрби хеҙмәттән ҡасҡандарға 200 мең һум йәки хөкөм ителеүсенең эш хаҡы, башҡа килеме күләмендә штраф һалына, йә иһә алты айға ҡулға алына йәки 2 йылға иркенән мәхрүм ителә.
Тағы бер яңылыҡ. Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариаты бүлектәре Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы ҡарамағында юғары уҡыу йорттарына студенттар ҡабул итә башланы. XI класты тамамлаған, Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе булған, 24 йәше тулмаған егеттәр саҡырыла белем алырға. Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге адрес буйынса алырға мөмкин: Өфө ҡалаһы, Мөбәрәков урамы, 6/2-се йорт, 105-се бүлмә. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 254-19-35. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш, контракт буйынса хеҙмәт итеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтында ла (www.mil.ru) табырға мөмкин.
А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Вернуться назад