Пенсия йәшен арттырып ҡына...16.06.2018
Пенсия йәшен арттырып ҡына...Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы рәйесе итеп һайланған Алексей Кудрин, пенсияға сығыу йәшен арттырмайынса булмай, тип иғлан итте. Был план буйынса хаҡлы ялға ир-егет – 65, ә ҡатын-ҡыҙ 63 йәштән сығасаҡ. Был бигерәк тә көслө затҡа хәүеф менән янай. Быға тиклем дә бит уларҙың байтағы пенсия йәшенә етә алманы...

Бөгөнгө статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ ир-егеттән 10 миллионға күберәк. Был айырма башлыса пенсия йәшенә тура килә. Ауылдарҙа хәл тағы ла киҫкенерәк (унда йәшәгән 8,3 миллион пенсионерҙың 2,4 миллионы ир-ат булһа, 5,86 миллионы – ҡатын-ҡыҙ). Президенттың яңы май указында халыҡтың уртаса ғүмерен 80 йәшкә тиклем еткереү планы киләсәктә нисек тормошҡа ашырылыр?
Статистикаға күҙ һалайыҡ: (таблицаны ҡара)
Билдәле булыуынса, ауыл кешеләре, экологик йәһәттән яҡшы шарттарҙа йәшәүгә ҡарамаҫтан, ҡаланыҡынан уртаса 5-10 йылға иртәрәк китә. Ни өсөн тигәндә, уларға саф һауа, таҙа һыу һәм ризыҡтарҙың файҙаһын юҡҡа сығарған факторҙар кире йоғонто яһай. Был бигерәк тә ир-егеткә тәьҫир итә. Өҫтәүенә, минеңсә, ауылдағы ауыр тормош шарттары ла уларҙың ғүмере ҡыҫҡарыуға булышлыҡ ҡыла. Беренсенән, даими эш булмауы бәкәлгә һуға. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклемге алһыҙ-ялһыҙ ауыр физик хеҙмәт һаулыҡты ҡаҡшата. Был эштә алынған яра-йәрәхәттән тыш, күҙгә күренмәгән көсөргәнеш нервы системаһын, йөрәкте бөтөрә. Хеҙмәт кешеһенә социаль гарантиялар юҡ кимәлендә. Ир-егеттең рәсми эш хаҡы булмаһа, ул пенсия тураһында ла уйлай алмай. Күбеһенең хеҙмәт кенәгәһе лә, ҡайҙалыр ялыу яҙыу мөмкинлеге лә, бының мәғәнәһе лә юҡ. Эшһеҙлек буйынса пособие алыуға кәртә бихисап...
Ҡулайлаштырыу процесы ла ауыл халҡына ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Мәҫәлән, фельдшер-акушерлыҡ пункты булһын өсөн урында кәмендә 300 кеше йәшәргә тейеш. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2000 – 2015 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ике тапҡырға кәмегән. Сифатлы белемгә ынтылыш ауыл уҡыусыларының күпләп ҡалаға китеүенә булышлыҡ итә...
Ғөмүмән, пенсияла реформа эшләргә тырышыуҙың ауыл халҡы өсөн ыңғай һөҙөмтәһе булырына шик ҙур. Тамырҙарға тоғро ҡалып, үҙ кәсеп-шөғөлөңдө йәйелдереп, сәләмәт тормошҡа ынтылып йәшәү, һәр замандағыса, төйәк киләсәгенең, яҡшы йәшәүҙең төп нигеҙе булып ҡала.



Вернуться назад